Салауаттың тыуған йылы ике датаға бәйле.
1952 йылда Башҡортостан хөкүмәте һәм йәмәғәтселек герой-шағирҙың тыуыуына 200 йыл тулыу юбилейын киң билдәләп үтте. Шунан һуң үткәрелгәндәре (210, 215, 220, 225, 230, 235 йыллыҡтары) 1752 йылдан алып иҫәпләнде. Тарихсы Ә.Н. Усманов Салауаттың тыуған көнөн дә уйлап сығарҙы: «Әйҙә, йылдың иң матур миҙгеле: яҙғы эштәр бөтөп, бесәнгә төшөп өлгөрмәгән, ауылдарҙа гөрләп һабантуйҙар үткән мәл – июнь айы булһын. Ул айҙың да урта тирәһе – 16 июнь бик тә уңайлы». Был тәҡдим менән ризалашырға мөмкин. Ысын тыуған көнө бер ниндәй документаль сығанаҡта ла күрһәтелмәгән легендар батыр юбилейының, ысынлап та, ошондай иң ҡулайлы мәлдә, бөтә халыҡ байрам иткән миҙгелдә, үткәрелеүенә кем ҡаршы килһен? Өфөлә лә, батырҙың тыуған яҡтарында ла Салауат көндәре йыл һайын июнь айында уҙғарыла. Сит өлкәләрҙән, сит илдәрҙән ҡунаҡтар саҡырыла ҡалһа, улар Салауаттың тыуған яҡтарын донъяның йәшеллеккә, сәскәгә, нурға күмелгән сағында күреп, хайран ҡалып ҡайта.
Үткән быуаттың 80-се йылдар урталарында Салауаттың тыуған йылы тураһында бәхәс ҡубып китте. Халыҡҡа 1752 йыл түгел, ә 1754 тигән яңы дата тәҡдим ителде. Уны үҙенең «Салауат Юлаев: документаль сығанаҡтарҙы тикшереү» тигән китабында (Өфө, 1982) И.М. Гвоздикова башлап ебәрҙе.
Ҡайһыһы дөрөҫ һуң был даталарҙың?
Крәҫтиәндәр һуғышы документтарында Салауаттың тыуған йылы (дөрөҫөрәге, уның нисә йәштә икәнлеге) өс урында осрай.
1775 йылдың 2 октябрендә, Юлай менән Салауатты Рогервик ҡәлғәһенә ғүмерлек һөргөнгә оҙатҡан көндә, уларҙың шәхси билгеләренең (тышҡы ҡиәфәттәре, йәштәре) ҡыҫҡа ғына теҙмәһе (опись) төҙөлә: «Салауат Юлаев, буйы ике аршин да дүрт ярым ая (165 сантиметр), сәсе ҡара, күҙҙәре ҡара, һул яҡ яңағында яра эҙе бар, ҡамсы менән һуҡтырылған, танауы ҡырҡылған, маңлайына һәм яңаҡтарына указ тамғалары һалынған, 21 йәш». Юлайҙың да шундай уҡ билгеләре һанап кителә, уға 46 йәш тип күрһәтелә. Унан алдараҡ, шул уҡ йылдың 25 февралендә, Мәскәүҙәге һорау алыу протоколында ошондай юлдар бар: «Исеме Салауат, Юлай улы, егерме беренсе йәш менән бара. Атаһы янында Ырымбур губернаһы, Өфө провинцияһы, Оло Себер юлындағы Юлай ауылында йәшәгән». Тимәк, ярты йылдан саҡ ҡына артығыраҡ ваҡыт эсендә бер-береһенә яҡын һандар әйтелә: февралдә 21-се йәш менән барған егеттең октябрь башына 21-е инде тулған була.
1797 йылдың 19 майында Балтик порты коменданты таблица рәүешендә төҙөгән «Статейный исемлек»тә Салауат Юлаевтың йәше графаһында 45 һаны тора. Иҫәпләп ҡараһаң, 1775 йылғы сығанаҡтарҙа әйтелгәндән ике йәшкә олораҡ. «Каторгаға ебәрелгән баш күтәреүселәрҙең «Статейный исемлек»тә килтерелгән йәш һандарын яҡынса тип ҡарарға кәрәк. Пугачевсыларҙың 1774–1775 йылдарҙағы һорау алыуҙарҙа биргән яуаптары ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ. Шулар нигеҙ итеп алынырға тейеш», – тип яҙа И.М. Гвоздикова (182-се бит). Монография уҡыусыларға барып еткәс, матбуғатта һәм халыҡ телендә был фекер менән ризаһыҙлыҡ тойғолары ишетелә башланы. Салауаттың йәшен бәләкәсәйтеүҙе хуп күрмәүселәр иң мөһим дәлил итеп уға арнап сығарылған йырҙарға таянды:
Бригадир булған, һай, Салауат
Егерме лә ике йәшендә.
Мирас ИҘЕЛБАЕВ,
филология фәндәре докторы, профессор.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2024) һанында уҡығыҙ.