+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
24 Март , 12:10

Йәшәүгә ғашиҡ

Ҡояштай асыҡ йөҙ, ихлас йылмайыу, иғтибарлы үткер ҡараш, ҡолаҡты иркәләр яғымлы телмәр – ундай мөләйем заттар менән электән белгән дуҫыңды осратҡандай рәхәтләнеп аралашырға, бөтә шатлыҡ-кисерештәрең менән дә уртаҡлашырға теләк тыуа. Утыҙ йылдан ашыу мәғариф бүлегендә уҡытыусылар, балалар менән эшләгән кеше башҡа төрлө була ла алмайҙыр ул. Шундай матур сифаттарға эйә Люциә Ғүмәрованың уңышлы эшмәкәрлеге, бәҫле тормош юлы йылы хәтирәләргә бай.

Йәшәүгә ғашиҡ
Йәшәүгә ғашиҡ

Мөхәббәттә, тигеҙлектә, яҡты уй-маҡсатта татыу ғүмер иткән һәм бәхетле быуын үҫтергән көслө күсле һоҡланғыс нәҫелдәр күп Башҡортостаныбыҙҙа. Улар күркәм фиғелдәре, матур ҡылыҡтары, изге ҡаҙаныштары менән үҙҙәре өлгөһөндә балаларына ла лайыҡлы тәрбиә бирә. Люция ханымдың атаһы заманы өсөн зыялы, көрәшсән рухлы, тәүәккәл кеше була. Ғилметдин Ишмөхәммәтов – II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены кавалеры, уның батырлығы «Ленинградты обороналаған өсөн», «Берлинды алған өсөн» һәм бик күп башҡа миҙалдар менән билдәләнгән. Һуғыштан һуң да уҙаман тыуған районын күтәреү өсөн көс түгә – оҙаҡ йылдар Федоровка һөт заводы директоры вазифаһын башҡара. Хәләл ефете Фирҙәүес Ғаязетдин ҡыҙы менән улар бер ҡыҙ һәм дүрт улға ғүмер бирә. Бөртөк ҡыҙҙары Люциәләрен, күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп, бер ауыр һүҙ ҡатмай иркәләтеп кенә үҫтерәләр. Бигерәк тә, атаһының һөйөүен, ихтирамлы, йылы хәстәрен тойоп үҫә һылыуҡай. Наҙлы затҡа ошо яғымлы мөнәсәбәт аҙаҡ килендәренә лә күсә абруйлы атаның. Люциә келәттә иген дә таҙарта, әхирәттәре менән һауынсы булып та эшләй. Алтын башаҡлы арыш бөртөктәренең бөрөләнгәнен күреп, ямғыр аҫтында ялан аяҡ йүгереп уйнап үҫә улар хозур тәбиғәтле Федоровка районының Балыҡлы ауылында. Энекәштәре менән салғы-һәнәк тотоп, Ғаязетдин олаталарына эйәреп, яланға бесәнгә йөрөүҙәре ғәмһеҙ бала сағының иң сағыу мәле булып хәтерендә һаҡланған яғымлы ханымдың.
«Әсәйем уҡытыусы булып эшләне, беҙҙе йоҡларға һала ла етеле шәм яҡтыһында дәфтәрҙәр тикшерергә ултыра, ә мин юрған аҫтынан уға һоҡланып ҡарап ятам: мөләйем йөҙө нурланып балҡып китә, ипле генә йылмайыуы сағыла – иҫ киткес сибәр ине ул. Балаларға булған мөхәббәте миңә лә күсте, урта мәктәптән һуң БДУ-ға уҡырға индем. Илгә, йәшәүгә, кешеләргә ихтирам, мөхәббәт, матур тәрбиә, зауыҡ ата-әсәнән күсә, изге һыҙаттарға ғаиләлә ойотҡо һалына. Элек психолог булмаған, балалар белемле лә, тәртипле лә, тәҡүәле лә булып үҫкән. Өлкәндәр бөтөн ғаләм белемен, йәшәү серен киләсәк быуынға еткерә алған. Ата-бабамдан тупланған изге мираҫты мин дә йәштәребеҙ күңеленә һалырға тырыштым», – тип бүлешә әңгәмәсебеҙ.
Юғары уҡыу йортон бөткәс, йәш уҡытыусы Благовар районында йүнәлтмә буйынса эш башлай. Һуңынан тыуған ауылында белем бирә. Райондашы Ринат Ғүмәровҡа кейәүгә сыға. Венгрияла танкист булып дүрт йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡан егет Башҡорт дәүләт медицина университетының тәүге курсында ғына була. Шуға йәш киленгә, ирен көтөп, ҡайныһы менән ҡәйнәһе йортонда йәшәргә тура килә. Тәүге ҡыҙҙарын да улар ҡараша. Люциә Ғилметдин ҡыҙына халыҡ һөйөүен яулаған талантлы табип, хирург менән ярты быуат ҡулға-ҡул тотоношоп бәхетле ғүмер итергә насип була. 1976 йылда йүнәлеш менән Мәләүез райо­нының үҙәк дауаханаһына ҡайтҡан алдынғы ҡарашлы белгестең тырыш­лығын күреп, уға яуаплы вазифа йөк­мәтәләр. 1977–1986 йылдарҙа – дауахананың икенсе хирургия бүлеге мөдире, 1986–2014 йылдарҙа оториноларингология бүлеге мөдире булып уңышлы хеҙмәт юлы үтә фиҙакәр уҙаман.

...Мәләүездең мәғариф бүлегендә инспектор, методик кабинет мөдире эштәрен күңелен һалып, яратып баш­ҡарған Люциә Ғүмәрованың тоғро­лоҡло хеҙмәте «Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдынғыһы», «Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәғариф хеҙ­мәткәре» исемдәре һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Ниндәй генә йомошто ышанып тапшырһалар ҙа, яуаплы хеҙмәткәр эшен еренә еткереп, һөҙөмтәле итеп башҡара. Студенттарҙың уҡыуын күҙәтәләр, уларға матди ярҙам бүлеүҙе лә, эшкә урынлаштырыуҙы ла хәстәр­ләйҙәр. Люциә Ғилметдин ҡыҙы сараларға сценарий ҙа яҙа, республика кимәлендәге ярыштарҙа баһалама ағзаһы ла була. Район уҡытыусылары «Йыл уҡытыусыһы»нда уңыштарға өлгәшә, ә балалар төрлө конкурстарҙа, фән олимпиадаларында еңеүҙәр яулай. Сөнки тәжрибәле белгес үҙе лә һыр бирмәй, башҡаларҙан да сифатлы эш талап итә.

...Ишмөхәммәтовтарҙың данлыҡлы нәҫелен дауам итеүсе энекәштәре лә, апаларынан үрнәк алып, аталары абруйын һаҡлап, тырышып донъя көтә. Радик Ғилметдин улы, ун ике йылдан ашыу Федоровка районы хакимиәте башлығы вазифаһы йөгөн тартып, әле юл-ремонт төҙөлөш идаралығында эшләй. Рухлы ике улы бар. Ә Ринаттары – Федоровка районы үҙәк дауахана­һының хирургия бүлеге мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, үҙе кеүек баһадир йәнле дүрт ул атаһы. Рәшит Ишмөхәммәтов, Өфө дәүләт нефть техник институтын бөтөп, Байконур космодромында махсус бүлектә хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ғүмере иртә өҙөлөп, туғандарының йөрәгенә ауыр ғазап һала. Ә кеселәре Рәфис – Федоровка районы буйынса Халыҡ мәшғүллеге үҙәге филиалы етәксеһе, татыу ғаиләләрендә ике ҡыҙ тәрбиәләгәндәр.

...Аталары: «Их, матурҡайыма иптәш булманы», – тип ҡайғырһа ла, Люциә Ғүмәроваға Аллаһ Тәғәлә ике ҡыҙ бүләк итә. Икеһе лә, урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетында белем ала. Лилиә менән Алһыу – хәҙер үҙҙәре әсәй. Ә бәхетле өләсәй, дүрт ейән-ейәнсәрен һөйөп, уларға иң изге теләктәрен бағышлай. Дәртлеләр һәм маҡсатлылар ғаиләһе бергә спорт менән шөғөлләнергә лә, тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә форсат таба.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2024) һанында уҡығыҙ.

 
Йәшәүгә ғашиҡ
Йәшәүгә ғашиҡ
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас: