Асҡын районы Урмияҙ ауылы егете, баһадир кәүҙәле Ришат зәңгәр күҙле, зифа буйлы Әлфиә менән ҡыҙ күрше Ҡубыяҙ ауылына өләсәләренә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән сағында таныша. Ипле, тәрбиәле, алсаҡ Өфө һылыуын ҡулынан ысҡындырмай тәүәккәл егет – тиҙ арала гөрләтеп туй ҙа яһап ҡуялар. Әлфиә медицина йүнәлешле лицейҙы тамамлағандан һуң, Өфө дәүләт авиация техник университетында иҡтисадсыға белем ала. Ришат Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын бөтә. Икеһенең дә нәҫеле тырыш, абруйлы. Ришаттың атаһы Фаат Нурлығаян улы – хеҙмәт ветераны, ул ғүмер буйы мал табибы булып эшләгән. Мәктәптә 35 йыл химиянан уҡытҡан әсәһе Альфира Рәхимйән ҡыҙы «Рәсәй Федерацияһының Мәғариф отличнигы» исеменә лайыҡ. Ә Әлфиәнең әсәһе Рәйлә Сәғит ҡыҙы 40 йылдан ашыу Өфөнөң 5-се лицейында биологиянан белем бирә, төрлө гранттар яулаған, балаларға ысын ҡанат ҡуйған абруйлы мәғәллимәне әле булһа һағынып иҫләйҙәр лицейҙа. Әхмәт Аснаф улы Хәсәнов оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының торлаҡ хужалығы идаралығын етәкләй. Диндар Хәсәновтар хаж да ҡыла.
«Бала саҡта һәр йәйебеҙ Асҡын районында өләсәй менән олатайҙа үтте, өйөбөҙҙә аҙан яңғырап торор ине. Мөғәллә ҡартинәйем менән Аснаф ҡартатайым районда ислам дине үҫешенә ҙур көс һалды, Мөғәллә ҡартинәйем ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын намаҙ уҡырға һәм ғәрәп теленә өйрәтте. Беҙ, ейән-ейәнсәрҙәре лә, доғаларҙы, ислам ҡанундарын бәләкәстән белеп, аңлап үҫтек. Хәҙер инде үҙебеҙ балаларыбыҙға ислам нигеҙҙәренең, ғәрәп теленең нескәлектәрен еткерәбеҙ. Аллаһ Тәғәлә исемен ишетеп үҫәләр, шөкөр. Тәрбиә әсә ҡарынында уҡ башлана. Бәпәй көткәндә Ҡөрьән сүрә-аяттарын уҡыу, зекер әйтеп, матур һүҙҙәр һөйләү, сабыр булыу тыуасаҡ баланың сәләмәтлеген нығыта, ғалимдар ҙа бит, сабый әсә ҡарынында доғанан тыныслана һәм ишеткәндәрен хәтерендә ҡалдыра, тигән фекерҙе дәлилләй. Ә доға ҡабул булһын өсөн хәләл ризыҡ менән туҡланыу зарур», – тип йылмая Әлфиә Әхмәт ҡыҙы. Шуға яҡындары өсөн тик сифатлы һәм хәләл аҙыҡ-түлек һайларға күнеккән улар. Иманлы ғаиләлә ата-әсәһенең һөйөүенә, йылыһына, хәстәренә сорналып өс балалары үҫеп килә. Искәндәргә – 17, Камиләгә – 12, кескәйҙәре Кәримгә 9 йәш. Өйҙә башҡорт телендә аралашырға тырышалар, шулай уҡ киләсәк быуында сәләмәт йәшәү рәүешен һәм дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен тәрбиәләүҙе төп ҡағиҙә итеп алған Әбүбакировтар.
«Мин элек ғаиләм өсөн хәләл ризыҡтарҙы Өфө буйлап йөрөп һайлап һатып ала инем, быға байтаҡ ваҡыт сарыф ителә, бер заман, ә ниңә үҙебеҙгә бер урында хәләл ит, ярымфабрикаттар, һөт ризыҡтары, ҡомалаҡ сүпрәһенән бешерелгән икмәк, сифатлы ярмалар, он, хужалыҡ әйберҙәре, кейем-һалым кеүек бөтә кәрәк-яраҡ тупланған сауҙа нөктәһе булдырмаҫҡа, тигән уй килде», – ти хәстәрлекле ғаилә башлығы. Шулай итеп, «Ихлас» мәсетенән йыраҡ түгел «Хәләл баҙар» магазины барлыҡҡа килә.
Ул ваҡытта инде Әбүбакировтар, Өфө ҡалаһы уртаһында республикала тәүгеләрҙән булып мосолман һылыуҙары өсөн айырым бүлмәләрҙән торған Матурлыҡ салоны асып, эшҡыуарлыҡта тәүге аҙымдар яһаған, бизнес нескәлектәренә бер аҙ төшөнгән була. Алсаҡ, киң күңелле, егәрле, гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер йәштәрҙең салоны тиҙ арала популярлыҡ яулай. Хәләл маникюр, педикюр, визаж, макияж яһатыу, ҡаш һыҙҙыртыу, сәс ҡырҡтырыу һәм буятыу өсөн ҡыуанып киләләр бында. Сөнки көндәлек мәшәҡәттәрҙән, эштән ял итеү өсөн дә салонда бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған: заманса йыһазландырылған яҡты бүлмәләр, телевизор, талғын көй яңғырай, мөләйем оҫталар килгән һәр кемде һылыуыраҡ итеү өсөн бар көсөн һала. Ҡолаҡ тиштертергә лә була салонда. Һаҡалды тигеҙләтеү, сәсте ҡырҡтырыу буйынса ир-егеттәр оҫталары ла бар.
Ришат Фаат улының Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына ҡараған 11-се янғын һүндереү часында 16 йыл ут һүндереүсе булып эшләп, байтаҡтарҙы ҡазаларҙан ҡотҡарыуы, төрлө спорт ярыштарында еңеү яулауы рухын көсәйтә. Эш араһында маҡсатлы йәштәр белемен камиллаштырырға, яңы һөнәр алырға ла ваҡыт таба. Әлфиә Әхмәт ҡыҙы хәләл визаж, һөлөк һалыу, хиджама нескәлектәренә өйрәнә, Ришат Фаат улы, тағы бер юғары уҡыу йортон тамамлап, медицина өлкәһендәге боронғо дауалау ысулдарын үҙләштерә. Икеһе лә Мәскәүҙә табип-невролог, остеопат Виталий Кимдан дәрестәр ала. Кешегә уңайһыҙлыҡ һәм ауыртыу тыуҙырмайынса йомшаҡ ҡына итеп башҡарылған массаж – остеопластика менән ҡыҙығып китәләр. Ауырыуҙарға ярҙам итеү теләгенән тыуа ла инде салонда өҫтәп альтернатив медицина кабинеттарын асыу ниәте. Әбүбакировтар, бинаның икенсе ҡатын да төҙөкләндереп, Матурлыҡ һәм сәләмәтлек үҙәген булдыра. Хәҙер бында ислам динендә рөхсәт ителгән һауыҡтырыу алымдары: хиджама, остеопластика, диафрагмаль практика, Юмейхо-терапия, гирудотерапия хеҙмәттәре лә тәҡдим ителә. Үҙәккә күптәр ғаиләһе менән килергә ярата. Әлфиә һылыуға дауаланыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар, балалар йөрөһә, ир-аттарҙы Ришат Фаат улы ҡабул итә.
«Беҙ ҡулланған алымдарҙың төп асылы – организмды тәбиғи тигеҙлегенә көйләү. Кеше тәне уникаль, ул кисергән ҡурҡыу, ҡайғы, үпкә тойғоларын да хәтерендә һаҡлай. Оҙайлы ауырыуҙар, тән һәм йән йәрәхәттәре, операциялар арҡаһында ошо «көйләүҙәрҙең» үҙгәреүе организмда төрлө тайпылыштар тыуҙыра. Был кешенең хәленә кире йоғонто яһай. Умыртҡалағы арҡа мейеһе эске ағзалар һәм баш мейеһе менән бәйле. Ундағы деформация арҡаһында бәйләнеш өҙөлә һәм ауыртыу – ялған сигнал барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, баш ауырта, тип дарыу эсәбеҙ, ә уның сәбәбе аяҡтарҙа булыуы ихтимал. Беҙгә артрит, остеоартроз кеүек быуындар сире, умыртҡа бағанаһындағы (бүҫер, протрузия, сколиоз) патологиялар, быуындар дисплазияһы, һыҙланыу уятҡан төрлө невралгиялар, остеохондроз осрағында бил һәм янбаш һөйәктәрендәге ауыртыуҙар, умыртҡа артерияһы синдромы, радикулит яфалағанда мөрәжәғәт итәләр. Шулай уҡ ҡан баҫымы сирҙәрен, вегетатив функционаллек боҙолоуын, мейе-эсәк бәйләнеше һәм ашҡаҙан, бауыр дисфункцияларын дауалау буйынса һауыҡтырыу курстары һәм имгәнеүҙән һуң реабилитация үткәрәбеҙ. Остеопластика хиджама, гирудотерапия, махсус массаж менән берлектә кешене байтаҡ сирҙән ҡотолдороу көсөнә эйә, хатта өмөтһөҙлөккә бирелгәндәрҙе лә аяҡҡа баҫтырырға булышлыҡ итә», – ти үҙәк белгестәре.
Декабрҙә «Никах үҙәге»н асырға маҡсат ҡуйғандар. Унда һөнәр оҫталары буласаҡ кәләшкә матур, зауыҡлы образ уйлап табыуҙы хәстәрләйәсәк, яулыҡ бәйләү нескәлектәренә төшөндөрәсәк, ғөмүмән, мөхәббәтле парҙы никахҡа, туйға тулыһынса әҙерләйәсәк.
«Хәләл баҙар»ҙың да эше уң бара. Һарыҡ, йылҡы һәм һыйыр итенән тәмле билмәндәр, манты, кәтлит, тултырма, хинкали, ҡаҙылар, ыҫланған ҡош, йылҡы иттәре – ризыҡтарға зыянлы, соя-крахмал кеүек осһоҙ өҫтәлмәләр ҡушылмауға ҡарамаҫтан, хаҡтары юғары түгел. Ысын мосолман өсөн алдашыу, мутлашыу, килем хаҡында ғына уйлау – харам, шуға сауҙагәрҙәр күберәк халыҡ мәнфәғәте, Хоҙай ризалығы хаҡына тырыша.
«Шәхси эш асҡас ҡына үҙ һөнәрен белгән, кеше менән матур мөғәмәлә ҡора алған, яуаплы, егәрле хеҙмәткәр табыуы иң ауыры һәм иң мөһиме икәнен аңланыҡ. Яҡшы кадрҙар күп нәмәне хәл итә. Үҙәктә лә, магазинда ла ышаныслы белгестәрҙән торған матур коллектив тупланды. Шуға һөйөнәбеҙ», – ти бер тауыштан Әбүбакировтар. Тиҫтәләгән кешене эш менән тәьмин итеп, уларға яҡшы хеҙмәт хаҡы түләй эшҡыуарҙар. Матур пар, иңдәрен-иңгә терәп, бергә егелеп эшләп, тырышып донъя көтә. Сөнки маҡсаттары изге, хыялдары яҡты уларҙың. Хәҙер өлкән улдары Искәндәр ҙә сауҙа эшендә ярҙамлаша.
...Иманлы йәндә тәкәбберлек хисе булмаҫ, йөрәгенән йылғалар кеүек хикмәт, ғилем ағылыр, донъяға мөхәббәте уяныр, изге ғәмәлдәре бойомға ашыр, тигән дини тәғлимәт ошо рәхимле ғаиләнең тормош асылын сағылдыра. Дини, тырыш ғаиләгә ҡарап, рухыбыҙ үҫһен, күңел күҙҙәребеҙ асылһын, иманыбыҙ артһын!