«Йән менән тәнде айырып ҡарау дөрөҫ түгел. Ауырыуҙарҙың 80 проценты психосоматикаға бәйле! «Психосоматика. Беҙҙең мейе тәнде нисек алдай» тигән китабымда ла мин тәнебеҙҙең хис-тойғоларыбыҙға тығыҙ бәйләнешен һәм, киреһенсә, хис-тойғоларыбыҙҙың тәнгә йоғонтоһон аңлатырға тырыштым», – ти Евгения Береза. Кеше биологияһын өйрәнеүҙә ул Германияның Яңы медицинаһының фәнни ҡарашына таяна һәм ябай тел менән психосоматиканың төп нигеҙҙәрен асыҡлай.
Һәр сир – кисерелмәй ҡалған хис-тойғо, тип билдәләй ул. Тәүҙә сәп-сәләмәт кеше ниндәйҙер бер конфликтлы хәлгә эләгә, тәрән тетрәнеү уятҡан яңылыҡ йәки хәбәр ишетә, ә үҙенең уны тулыһынса кисерерлек мөмкинлеге юҡ (мәҫәлән, көтөлмәгән шаңҡытҡан хәбәр; ҡаршылыҡлы уҫал мөнәсәбәт, яуап биреү мөмкинлеге булмауы...). Артабан баҫылып ҡалған хис-тойғолар насар көс булып туплана, ә организм, ошо эске һыҙланыуҙы кәметергә тырышып, ниндәйҙер сир, шеш барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Шул уҡ ваҡытта организм бер ҡасан да зыян итергә ынтылмай, киреһенсә, уға артҡан ихтыяжды ҡәнәғәтләндерер өсөн ниндәйҙер бер ағзаның күләмен үҫтерә башлауы бар. Әгәр ҡурҡыуығыҙҙы еңмәһәгеҙ, организм үҙе туҡтауһыҙ хәүеф аҫтында булыуығыҙҙы иҫкәртеп торасаҡ. Баҫылып ҡалған тойғолар ни хәтлем тәрәнерәк булһа, ауырыу ҙа шул тиклем көсәйә. Бигерәк тә, бала саҡтағы кисерештәр тәрән эҙ ҡалдыра. Бәләкәй ваҡытта психологик йәрәхәт алған кеше, күңелендә йыйылған ҡара уй-хистәрҙән ҡотола белмәй, даими рәүештә төрлө ауырыуҙарға дусар булыусан. Төпкө аңда һаҡланған үпкә, асыу кеүек кире тойғолар организмда тотороҡһоҙ гормональ фон булдырыу менән янай. Ә ул йөрәк тибешен тиҙләтә, мускулдарҙы көсөргәнешкә һала һәм нервы системаһын ҡаҡшата. Стресс, ағыу кеүек, сиргә һабыштыра.
Әлбиттә, был кешенең хәл-ваҡиғаларҙы нисек ҡабул итеүенә, холоҡ асылына ла бәйле. Берәү өсөн ниндәйҙер көтөлмәгән хәл (яҡынын юғалтыу, айырылышыу, машинаһын бәрҙереү) бары тормош ысынбарлығы кеүек ҡабул ителһә, ә башҡаларҙа ул ҙур тетрәнеү тыуҙыра. Ҡайһы берәүҙе әсе төрттөрөү рәнйетә, икенселәре иһә дуҫының шаяртыуын ғәҙәти күренеш тип иҫәпләй. Сир тәүҙә һиҙелмәй, сөнки ул кире хис-тойғолар ниндәйҙер бер кимәлгә еткәндән һуң яйлап барлыҡҡа килә. Кеше ауыр кисерештәрен сығармай, эсендә йотоп ҡалһа! Ауырыуҙан арыныр өсөн, уны тыуҙырған тойғоларҙы тулыһынса кисереп бөтөргә кәрәк. Ғәжәп, әммә кешеләрҙең сирҙең иң киҫкен сағы тип билдәләгән ваҡыты – һауығыу барышы ул. Ауыртыныуҙан, тән температураһы артыуҙан, быуындар һыҙланыуынан яфаланған әҙәм «был сирҙең сәбәбе», тип уйлай һәм уны дарыу менән баҫа, ә ысынбарлыҡ – икенсе: ауыртыныу – һауығыу осоро. Ҡорос бысаҡты төрлө ҡушылманан таҙартыу өсөн юғары температураға тиклем ҡыҙҙырған кеүек, беҙҙең организм да ауыртыуҙы таҙарыныу ҡоралы итеп ҡуллана. Һауығыуға ҡамасауларға ярамай.
Хис-тойғоларҙы аҙағынаса кисереп, уларҙан тулыһынса ҡотолоу – түҙеп кенә үткәрә торған ауыр осор. Шуға күңелдә яра ҡалдырған һәм ваҡытында тейешле яуап бирә йәки ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған күренеште, кешеләрҙе күҙ алдына баҫтырып, тәрән ғазап һалғандары өсөн, уларға барыһын әйтергә һәм, һис шикһеҙ, ҡасандыр күңелегеҙҙә оялаған ауыр тойғоларҙы яңынан кисерергә тейешһегеҙ. Ауыртыу менән бергә сир ҙә юҡҡа сыға. Быға, әлбиттә, ихлас ышанырға кәрәк. Күҙ йәштәренән оялмағыҙ. Төпкөлдә йәшеренгән кире тойғоларҙан уңышлы ҡотолғандан һуң, ауырыу әкренләп һүрелә. Әммә шуны иҫтә тотоу мөһим: сир – организмда тупланған бысраҡ һәм ул һәр ваҡыт ауыртыу аша сыға. Үҙегеҙҙе «барыһынан да насарыраҡ» тойғанда шатланырға кәрәк. Ул – таҙарыныу, тәндең һауығыу билдәһе.
Аллаһ тарафынан яратылған әҙәм балаһы мөғжизәле һәләттәргә эйә: тән үҙен-үҙе дауалай белә, бары уй-хистәрегеҙ, психикағыҙ менән эшләргә өйрәнеү фарыз. Һеҙ – саф аң, саф аҡыл, саф иғтибар икәнегеҙҙе онотмағыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2023) һанында уҡығыҙ.