-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
28 Октябрь 2022, 10:27

Ниҙер әйтер алдынан уны өс тапҡыр иләктән үткәр

...Берәү остазына килә һәм: – Иң яҡын дуҫың һинең хаҡта нимә әйткәнен беләһеңме? –  тип һорай. –  Ашыҡмай тор, –  тип уны туҡтата уҡытыусыһы, – иң тәүҙә миңә әйтергә теләгән һүҙҙәреңде өс тапҡыр иләктән үткәр. –  Иләктән? – Нимәлер әйтер алдынан уны өс тапҡыр иләктән үткәрергә кәрәк. Беренсеһе – дөрөҫлөк иләге. Миңә әйтергә уйлаған һүҙҙәрең бөтәһе лә дөрөҫ икәненә үҙең ышанаһыңмы? – Юҡ та, мин ишеттем...

Ниҙер әйтер алдынан уны өс тапҡыр иләктән үткәр
Ниҙер әйтер алдынан уны өс тапҡыр иләктән үткәр

– Бик яҡшы. Тимәк, был һүҙҙәрҙең дөрөҫмө, юҡмы икәнен белмәйһең. Ярай, улай булғас, уларҙы икенсе иләк – мәрхәмәтлек аша үткәрәйек. Һин минең дуҫым хаҡында ниндәйҙер яҡшы нәмә әйтергә теләйһеңме?

Юҡ, киреһенсә...

– Тимәк, –  тип дауам итте остазы, – һин уның хаҡында ниндәйҙер насар нәмә әйтергә йыйынаһың. Ә үҙең хатта былар дөрөҫмө, юҡмы икәнен дә белмәйһең. Әйҙә, өсөнсө иләк –  файҙа аша үткәрәйек. Әйтергә теләгән һүҙҙәреңде мин мотлаҡ ишетергә тейешме һуң?

– Юҡ, ул тиклем мөһим түгелдер тип...

–  Бына бит, – ти остаз, – һинең миңә әйтергә теләгән  һүҙҙәреңдә дөрөҫлөк тә, изгелек тә, ышаныс та юҡ. Шулай булғас, быны ни өсөн әйтеп торорға. (“Башҡортостан” календары)

 

Автор:
Читайте нас: