– Тел – математика кеүек, теүәл һәм төҙөк система, унда барыһы ла камил, тиһегеҙ. Донъяла бөтә өлкә үҫеш кисергәндә, телдең дә үҫеш ҡанундары барҙыр бит. Шул хаҡта һөйләгеҙ әле.
– Тел – йәнле ағза һымаҡ: үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге бар. Ошоға тиклем ата-баба телде тыуҙырып, быуаттан-быуатҡа шымартып, байытып беҙгә алып килеп еткергән. Беҙҙең бурыс – телдең моңон, байлығын, камиллығын, бөтә яҡтан да хеҙмәтләндерә алғанын юғалтмайынса киләһе быуынға тапшырыу. Башҡорт дәүләт университетында белем алғанда, башҡорт теле бөтә яҡлап тикшерелеп бөткән, тип уйлай инем. Артабан уҡыу, ғилми эш менән шөғөлләнеү, педагогик эшмәкәрлек күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе. Тормош алға бара, фән үҫә, яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә һәм ҡайһы берҙә ошоға тиклем ҡаралған темаларҙың да дөрөҫ тикшерелмәгән булып сыҡҡаны күҙгә ташлана башлай. Тел үҫешенә бөгөнгө тормоштоң йылдам алға барыуы ла көслө йоғонто яһай: заманса асыштар һөҙөмтәһендә яңы терминдар телгә нисек килеп инә, шул рәүешле үҙгәрмәйенсә телмәрҙә нығынып китә. Ҡайһы берҙә аптырап ҡалаһың: өс һүҙҙән торған һүҙбәйләнештең өсөһө лә беҙҙең һүҙ түгел, ә башҡорт ялғауҙары ҡушылған да телдә йөрөй бирә. Шуға телебеҙгә хилафлыҡ килмәһен өсөн, телселәр, ғалимдар гел һаҡта тора.
– Башҡорт теле – бик нескә һәм ҡатмарлы тел. Халҡыбыҙҙың йәнле һөйләше һәм әҙәби тел. Ошо тәңгәлдә ниндәй ауырлыҡтар осрай, күңелде бошондорған күренештәр бармы?
– Халыҡ теле йырлап ҡына тора, бөтә яҡтан төҙөк, камил. Башҡорттоң теле халҡын, уның тормошон, телен бар булмышында, бар торошонда тулы итеп бирә алған өндәргә, ялғауҙарға, тел сараларына бай. Ошо яҡтан башҡа бер телгә лә мохтаж түгел. Башҡорт әҙәби теле лә шулай булырға тейеш. Әҙәби тел – ул халыҡ теленә таянып булдырылған яһалма тел. Әлеге мәлдә беҙ башҡорт әҙәби теле тураһында, ул башҡорт халҡының телен тулыһынса дөрөҫ сағылдыра, тип өҙөп кенә әйтә алмайбыҙ.
Беҙҙең әлеге мәлдәге төп бурыстарҙың береһе – башҡорт телен уның грамматикаһында дөрөҫ биреү һәм башҡорт балаһына халҡының телен дөрөҫ өйрәтеү.
Әҙәби әҫәрҙә, мәҡәләлә урынлы ҡулланылған диалект һүҙҙәр йөкмәткене байыта, көсәйтә, әлбиттә. Ул һүҙ геройҙың үҙенсәлеген, авторҙың шул яҡтыҡы икәнен асып һалырға ярҙам итә, телде матурлай, уҡымлы, үҙенсәлекле итә, заманды сағылдыра, әҫәргә бәҫ өҫтәй. Әммә халыҡ теле әҙәбиәттә, публицистикала дөрөҫ күрһәтелергә тейеш. Туған телен ҡәҙерләгән, матур һөйләшкән кеше үҙе лә хөрмәтле, ҡәҙерле була ул.
– Башҡорт халҡының теле халҡыбыҙҙың булмышын сағылдыра һымаҡ. Ул халыҡтың итәғәтле, ипле, кешелекле, кеселекле икәнен күрһәтә. Ошо үҙенсәлек уны уникаль яһай, яңғырашы буйынса ла ул йомшаҡ, йырға оҡшаш. Һеҙ халыҡ теле һәм уның грамматикаһы тураһында ниҙәр әйтер инегеҙ?
– Башҡорт тел ғилемендә башҡорт йәмәғәтселеген бына нисәмә тиҫтә йыл хафаға һала килгән урындар бар. Был турала Н.К. Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, Ә.Ғ. Бейештең китаптарында бирелгән, Р.З. Шәкүр, В.И. Хажин, Н.Б. Сәлимов кеүек ғалимдар ҙа мәҡәләләрендә яҙа. Мәҫәлән, иң тәүгеләрҙән булып башҡорт теле дәреслектәрендә киткән етешһеҙлектәр тураһында башҡорт теленең грамматикаһын беренсе булып яҙған бөйөк ғалим Н.К. Дмитриев «Башҡорт теленең грамматикаһы» тигән китабында билдәләй. Башҡорт теле дәреслектәре авторҙарының ебәргән беренсе, икенсе ҙур хатаһы тип асыҡ күрһәтеп, -ған, -а, -ыусы, -р һәм башҡа ялғауҙарҙың мәғәнәһен дөрөҫ бирмәгәндәре тураһында әйтә. Ул башҡорт телселәренең -ған ялғауының мәғәнәһен шаһитһыҙ/билдәһеҙ тип алғаны менән риза булмай. Был хаҡта: «иҫһеҙ булған арҡала үҙең белмәй, күрмәй, ишетеп кенә белгәнде төшөндөрә торған ялғау тип аңлатыуҙың яһалма икәне үҙенән-үҙе асыҡ», тип белдерә ғалим. Әкрәм Бейеш тә башҡорт телселәренең әле булһа бөтә ерҙә ошо фекерҙе яҡлап, шуны алға һөргәненә хайран ҡала. Бер ҙә иҫен юғалтмаған кешенең дә, мин һине бер йүнле әҙәм сыҡмаҫмы, тип уҡытҡанмын; мин әле битемде йыумағанмын, тип әйтеүе мөмкин булғанын телселәр иҫәпкә алмай, тип яҙа ул.
Һәр әсә: «Иртәгә ҡыҙым менән кейәүем ҡайта, бәлеш ҡуям, мунса яғам», – ти, ғәҙәттә, -а (-ә,-й) ялғауын тотоноп, әммә бер генә әсә лә мәктәптә өйрәткәндәренсә: «Иртәгә ҡыҙым менән кейәүем ҡайтасаҡ, бәлеш ҡуясаҡмын, мунса яғасаҡмын», – тип һөйләмәй. Башҡорт кешеһе: аласаҡмын, барасаҡмын, уҡыясаҡмын тип ант итмәй, аласаҡһың, барасаҡһың, уҡыясаҡһың, тип үҙен башҡанан өҫтөн ҡуйып, фарман да бирмәй. Нисек улай ант итеп була һуң?! Эре, дорфа ҡыланыу, кешелекһеҙ булыу беҙҙең халыҡҡа хас түгел. Милләтебеҙ ипле, итәғәтле. Шул үҙенсәлек телебеҙҙә лә сағыла: уға ант, фарман мәғәнәһен тотҡан -саҡ ялғауын ҡушмай ғына өндәшеү килешә: барам, киләм, ҡайтам. Н. Дмитриев ғилми хеҙмәтендә, башҡорт телендәге -а ялғауы – хәҙерге заман күрһәткесе, ул киләсәктә мотлаҡ була торған эш-хәлде белдерә, тип яҙа. Был саҡта ике ҡатлы ялғау ҡушыу бөтөнләй кәрәкмәй. Бар – тамыр; а – ялғау; барам, тибеҙ. Ант итеү, эре һөйләшеү Хоҙай тарафынан да хупланмай, халыҡ та аша һөйләшеүҙе өнәмәй. Телдә бер фразеологик берәмек йәшәй: ант – башҡа етеү. Ул боҙолған анттың ҡоһорон күреү тигәнде аңлата.
– Бер нисә тиҫтә йыл башҡорт теленең грамматикаһын өйрәнгән, уҡытҡан ғалимә һеҙ. Бигерәк тә ҡылым формаларына ҙур иғтибар бүләһегеҙ. Һеҙҙең ниндәй асыштарығыҙ бар? Уларға нимә сәбәпсе булды?
– 1990 йылдың июнь айында кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлағас та, башҡорт филологияһы факультеты деканы, күренекле ғалим Марат Зәйнуллин мине БДУ-ға эшкә саҡырҙы. Ярты йыл уйландым, сөнки артабан да топонимика (ономастика) менән шөғөлләнергә дәрт көслө ине. Тыуған яғымдың, Һаҡмар буйы бассейнының тарихын географик атамалар аша асҡан кандидатлыҡ диссертациямды фәнни-популяр китап итеп яҙырға тәҡдим иткәйнеләр. Бер аҙҙан: «Үкенермен. Хыялым уҡытыусы булыу ине бит», – тип, БДУ-ға барҙым. Үкенмәйем. Ҡанатланып эшләнем. Уҡытыу күңел ҡушҡан һөнәрем икәнен аңланым, фәнде лә бергә алып барҙым.
БДУ-ла эш башлағас, әҙерлек курсына ингән абитуриенттарға башҡорт телен уҡытырға ла ҡушылды. Ошонда аңланым мәктәптең, абитуриенттың хәлен һәм грамматиканың торошон: нимә эшләргә, йәштәргә нисек ярҙам итергә, тигән һорау тыуҙы. Иң тәүҙә «Башҡорт теле. Уҡыусылар, уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма» яҙҙым. Ул, 2000 йылда Мәғариф министрлығы тарафынан хуплау алып, «Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма» исеме менән донъя күрҙе. Күп рәхмәттәр ишеттем – кешеләрҙең яратҡан өҫтәл китабына әйләнде ул.
Әйткәндәй, грамматикала етешһеҙлек барын, был өлкәлә төплө китап кәрәк икәнен иң беренсе булып миңә балаларым аңғартты, улар һалды ойотҡоно. Алдарына алты башҡорт теле китабын теҙгәс, «Әсәй, грамматика бер урында ғына булған китап юҡмы ни?» – тип һоранылар. Ҡыҙым Зөһрә, дүрт йылдан улым Иршат бер үк булған икенсе һорау менән ҡаршыма баҫты: «Әсәй, -ған ялғауын билдәһеҙ нәмәне белдерә, тип яҙалар, ә ул бит билдәлене аңлата. Бына һин: «Атайың аҡса алған, әйҙә, тәмлекәс алып ҡайтайыҡ», тип эй ҡыуанаһың. Аҡса бит бар, билдәһеҙ түгел дәһә!» – ти былар, күҙҙәренән осҡон сәсеп. Аллаһ ҡушҡандыр инде: балаларымдың ошо ике һорауын да үҙемә хәл итергә – грамматикаһы бер урында тупланған китапты яҙырға насип булды.
Ялғауҙарҙың мәғәнәһен билдәләп, заманды биш ялғау ғына (-а, -ды, -ған, -ыр, -асаҡ) белдермәгәнен, уларҙы күрһәтеүҙә ваҡыт рәүештәренең (кисә, иртәгә, әле, кискә, бөгөн), даталарҙың әүҙем хеҙмәт иткәнен (1 Майҙа ҡайта, иртәгә барам – ҡайтасаҡ, барасаҡмын түгел!), -ды, -саҡ ялғауының билдәлене, -ған, -ыр-ҙың билдәһеҙҙе генә күрһәтмәгәнен, -а, -ған, -р ялғауының күп мәғәнәле, өс заманды, хатта дөйөм заманды ла белдергәнен нигеҙләнем 2020 йылда донъя күргән «Башҡортса дөрөҫ һөйләйек! Башҡорт теленең функциональ грамматикаһы» тигән китабымда.
Тағы ла телдә сифат ҡылымды дөрөҫ бирмәү күҙәтелә. Мәҫәлән, ауылда эсеп йөрөгән әҙәм юҡ, тиҙәр. Эсеүсе әҙәм юҡ, тимәйҙәр. Улым, анау килгән машинаны туҡтат әле, тибеҙ. Улым, анау килеүсе машинаны туҡтат әле, тип һөйләмәйбеҙ. Баяғы -ҡан, -кән, -ған, -гән ялғауы өс заманды ла белдерә. Сифат ҡылым исем алдынан килһә, уға -ған ялғауы ҡушыла. Артынан исем килмәһә, ул һүҙ исем булып килә. Мәҫәлән, мине бында белеүсе юҡ.
Шулай уҡ йыш ҡына: «Бөгөн елдең үҙгәреүсән булыуы ихтимал, ямғыр яуыуы фаразлана, проект сиктәрендә», – тип хәбәр итәләр. Бында ни һөйләгәнеңде белмәгәнең асыҡ күренә: ел үҙгәрә инде ул, бында -сән ялғауын ҡушыу һыйырға септә япҡан кеүек; фаразлау ныҡлы дәлилһеҙ, үҙ алдыңа уйлау тигәнде аңлата (Башҡорт теленең һүҙлеге, 2-се т. 508-се б.), һин уйлауҙан ғына ямғыр яумай; ихтимал һүҙен дә башҡорт тотоноп бармай, телебеҙгә хас түгел ул; урыҫ в рамках проекта ти ҙә, уны рамға алып, эсендә гөрләп йөрөп эш итә, ә беҙҙең башҡорт шул проекттың сиктәрендә генә йөрөй булып сыға түгелме?
Белешмә:
Миңһылыу Усманова 1950 йылдың 1 майында Баймаҡ районы Ишмөхәмәт (Ҡарамалы) ауылында тыуған;
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, СССР Фәндәр Академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башлай;
1990 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай;
1991 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта;
2002 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай;
2008 йылдан М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем бирә.
400-ҙән ашыу ғилми, фәнни-практик хеҙмәттәре ономастика, функциональ грамматика, лексикология, лексикография, диалектологияға арналған. Дәреслектәр, электрон әсбаптар, программалар, төрлө һүҙлектәр авторы.
Маҡтаулы исемдәре:
Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002);
Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010);
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017).
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2022) һанында уҡығыҙ.