-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
21 Сентябрь 2022, 12:05

«Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр»

Тау-таш араһынан урғылып сығып, донъяны сафлыҡҡа күмгән, диңгеҙгә әүерелә барған сикһеҙ оло йылғаны хәтерләтә был бәйге – «Айыҡ ауыл» республика конкурсы. Уның ысын-ысындан халыҡ хәрәкәтенә әйләнеү сере ниҙә? Конкурста ҡатнашыусы ауылдар ниндәй талаптарҙы үтәргә тейеш? Ғөмүмән, уның төп асылы, шарттары нимәнән ғибәрәт? «Айыҡ ауыл» конкурсы кураторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, билдәле сәйәсмән һәм табип-ғалимә, «халҡым» тип йән атып йәшәүсе Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы МЫРҘАБАЕВА ошо һәм башҡа һорауҙарыбыҙға яуап бирә.

«Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр»
«Яҡшының эскәне һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр»

– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең ни өсөн тап ошо йүнәлешен һайлауығыҙ тураһында һөйләп китһәгеҙсе.
– Төп һөнәрем буйынса педиатр, унан ғилми тикшеренеүҙәремде генетикаға арнаусы табип булараҡ, һәм ун йылдан ашыу республика һаулыҡ һаҡлау министрының бала һәм әсә сәләмәтлеген һаҡлау буйынса урынбаҫары булып эшләү тәжрибәмә таянып, әйтергә теләйем: һаулыҡ ғаиләләге мөхиткә, уның йәшәү рәүешенә бәйле.
Мин хеҙмәт юлымды Сабыйҙар йортонда башланым һәм етем балаларҙың фажиғәле яҙмышына шаһит булып, ҙур тетрәнеүҙәр кисереүем бөгөнгөләй хәтеремдә. Бәпестәрен етемлек ҡосағына ташлап, ҡаҙна тәрбиәһенә биргән ҡайһы атай менән әсәйҙе алһаң да, айырылышыуҙарының төп сәбәбе – эскелек. Сабыйҙар йортона килтерелгән балаларҙы ҡабул иткән саҡта шуны күрҙем: тәне ғәрип, йә зиһене зәғиф бәпестәрҙең бөтәһенең дә тиерлек әсәләре хәмер менән дуҫ. Эскән ҡатындан тыуған бала, хатта ҡарап тороуға сәләмәт күренһә лә, тиҫтерҙәренән физик яҡтан, йә аҡыл йәһәтенән артта ҡалып үҫешә, йә иһә ул етди ауырыуҙан, мәҫәлән, тыумыштан йөрәк кәмселегенән (порок сердца) яфалана.
Эскелектең аяныслы эҙемтәләрен етем балалар йорттарында, психо-неврологик интернаттарҙа ғына түгел, ҡарттар йорттарында ла күрергә мөмкин. Унда йәшәүселәр араһында ғүмер буйы эсеп, балаларын ҡарамаған һәм олоғайған көндәрендә бер кемгә лә кәрәкмәгән атайҙар байтаҡ.
Хәмер ҡолоноң үҙ яҡындарын ҡара хәсрәткә батырыуы, шайтан һыуы арҡаһында сыҡҡан ыҙғыштар, имгәнеү һәм уңалмаҫлыҡ йөрәк яраһы алыуҙар, «йәшел йылан» шауҡымына бирелеүселәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, психик ауырыуға һабышыуы, юл фажиғәләрендә һәләк булыуы, йә бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе тапатыуы – эскелек килтергән бәләләр һанап бөткөһөҙ. Йәмғиәт эскелек эҙемтәләрен кәметергә тырыша. Ә төп сәбәп тәрәндәрәк тә баһа! 40 йылдан ашыу табиплыҡ, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу өлкәһендәге тәжрибәмде оло афәткә ҡаршы көрәшкә йүнәлтергә теләүем «Айыҡ ауыл» проекты буйынса эшләргә әйҙәне лә инде – бына өс йыл инде ошо хәрәкәттең кураторымын.
– Халыҡ ышанысын, ихтирамын яулаған был проекттың нисек башланыуы хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ...
– «Айыҡ ауыл» конкурсы республикабыҙҙа тәү тапҡыр 2011 йылда үткәрелә. Рухлы егеттәребеҙ башлап ебәргән ул эшкә йәмәғәтселек тә, ведомстволар ҙа, урындағы хакимиәттәр ҙә, журна­листар ҙа ҙур теләк менән ҡушылды. Бәйге айыҡ тормошто киң пропагандалау һәм алкоголь менән тәмәкене һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны. Конкурсты халыҡ ихлас хуплап ҡабул итте. Бер осор хәрәкәт әүҙемлеге кәмеберәк торҙо. Һәм 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ул ҡабаттан тергеҙелде.
– Яңы һулыш алған проектҡа яңы йөкмәтке өҫтәлеүе лә билдәле.
– Эйе, беҙ уға бер ни тиклем үҙгәрештәр индерҙек. Эскелек күренешенән ҡапыл ғына тотошлай ҡотолоу мөмкин түгел, шуға күрә араҡы эсеүҙе тота килеп тыйыу түгел, кәметеү, яйлап туҡтатыу зарур, тигән фекерҙәбеҙ.
Бәйгенең төп маҡсаты – кешелә үҙ һәм яҡындарының һаулығына ҡарата һаҡсыл ҡараш уятыу, уларҙы сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу. Әүҙем кешеләрҙе был хәрәкәткә йәлеп итеү, уларҙың үҙ артынан башҡаларҙы эйәртеүе, ауылдарҙың, райондарҙың, бөтә республиканың яман ғәҙәтте бөтөрөү өсөн бергә тупланыуы үтә мөһим.
Үкенескә күрә, боронғонан килгән ярҙамсыллыҡ йолалары – күмәкләшеп өмәләр үткәреү, ҡулалмаш йөрөүҙәр, яңғыҙ олатайҙарға, өләсәйҙәргә булышлыҡ итеүҙәр, башҡа матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ юғала бара. Ҡайғы-шатлыҡты уртаҡлашып, бер-береһенә асыҡ күңел менән йәшәү ауылдарыбыҙға кире ҡайтһын ине – эшебеҙ ошо уй менән һуғарылған. Халыҡтың конкурсҡа көслө тулҡын булып ҡушылыуына ҡыуанабыҙ. Программаға төрлө министрлыҡтарҙың үҙ тәҡдимдәрен индереүе хәрәкәтте яңы кимәлгә күтәрҙе.
– Проект сиктәрендә улар ниндәй эштәр башҡара?
– Әйтәйек, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы – сәләмәтлеккә ҡағылышлы, Мәғариф министрлығы иһә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаш­лығындағы сараларҙы ғәмәлгә ашыра. Райондар буйлап йөрөүсе «сәләмәтлек поездары» бәйгесе ауылдарға (улар бик бәләкәй булһа ла) айырым туҡтала. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм Юристар ассоциацияһы белгестәренең хоҡуҡи консультациялар ойоштороуы, закондарҙы аңлатыуы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә.
Ай һайын алдан иғлан ителгән көндәрҙә бушлай «ҡыҙыу бәйләнеш» буйынса табиптарҙың, психологтарҙың халыҡты борсоған һорауҙарға яуап биреүе шулай уҡ ҡәҙимге хәлгә әйләнде. Алкоголизмға дусарҙар, йә булмаһа, уларҙың яҡындары күп осраҡта ҡайҙа дауаланыу мөмкинлеге хаҡында кәңәшләшә. Исем-шәрифтәрен әйтеп ярҙам һораусыларға наркодис­пансерға урынлашырға булышлыҡ итәбеҙ. Бынан тыш, конкурста ҡатнашыусы ауылдарҙан бер нисә кешене, наркодиспансерҙар менән һөйләшеп, эскелектән дауаланырға ебәреү хәстәрлеге күрелә.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: