Космоэнергетика – Тибет дәрүиштәренән (монахтарынан) күскән бик боронғо, ләкин сер итеп йәшерелеп килгән тәғлимәт. Унда өс төп канал бар: Фарун будда – универсаль канал. Бөтә сирҙәрҙе лә әкренләп дауалай ала. Икенсе канал – Фирас, ул ныҡ көслө канал, күҙ тейеү, сихыр, боҙом кеүек насар көстәрҙе юҡҡа сығарыу һәләтенә эйә. Өсөнсөһө– Зевс, аура-чакраларҙы таҙарта. Ошо өс канал ярҙамында үҙеңде, яҡындарыңды, ғаилә ағзаларының һаулығын, тормошон тәртипкә килтерергә мөмкин.
Һәр кешенең сәләмәт булғыһы килә! Ә нимә ул һаулыҡ? Ҡасандыр мин дә, дарыу ашаһам, сәләмәт булырмын, тип уйлай инем. Яңылышҡанмын, ныҡ яңылышҡанмын! Булған ауырыуҙарым бер-бер артлы хроник сирҙәргә әйләнә башланы. Альтернатив ысулдар эҙләргә тотондом. Эҙләнә торғас, таптым – булған сирҙәрем бер-бер артлы юҡҡа сыҡты! Хәҙер ошо ысулды үҙем яратып ҡулланам, башҡаларға тәҡдим итәм. Бөгөнгө көндә һәр кеше, уны үҙләштереп, ғаиләһен, яҡындарын дауалап, сәләмәтлеккә ирешә ала. Мөғжизәләр заманында йәшәйбеҙ. Дауаланмай торған сир юҡ, тип уйлайым. Минең һауыҡтырыу ысулы ярҙамында тыумыштан һуҡыр Лилиә менән Светлана исемле һылыуҙарҙың күҙҙәре күрә башланы. Әлбиттә, был минең көсөм арҡаһында ғына түгел, Сығанаҡтан килгән нурҙар дауалай! Мәҫәлән, Катя исемле ханым, мөғжизәле нурҙарҙы ҡулланып, үҙенең ике балаһын һауыҡтырҙы. Артур исемле улы ун йыл псориаз менән яфаланған, ә икенсе улының ярты башын һәм күҙен ҡаплаған ҙур шеш юҡҡа сыҡҡан!
Космоэнергетика сеанстарында аура таҙара, тәртипкә килә һәм, ниндәй генә сир булмаһын, ул яйлап бөтә (гастрит, панкреатит, холецистит, баш ауыртыуы, шеш, ялҡынһыныу, хәлһеҙлек), кеше йәшәрә! Хатта алама ғәҙәттәрҙән дә ҡотолаһың, күңелгә шатлыҡ, яҡтылыҡ, мөхәббәт тула. Күкрәктә мөхәббәт кристалы бар, шул асыла һәм кеше һәр саҡ шатлыҡ тойғолары кисерә: барыһына бәхет теләй, бөтә донъяны яратҡыһы, ҡосаҡлағыһы килә. Һәр көн иртәнсәк торғас, күкрәктең алғы яғындағы мөхәббәт кристалына бәләкәй генә ҡояш – мөхәббәт туплайбыҙ, шул тойғоно һиҙергә кәрәк, артабан аурағыҙҙы баштан-аяҡ яҡтыртып, мөхәббәттә ҡойондораһығыҙ, яҡтылыҡ менән һәр күҙәнәгегеҙҙе нурландырһағыҙ, рәхмәт әйтәһегеҙ. Был тойғоно кисерһәгеҙ, күңелегеҙ әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлеккә сумасаҡ. Ошо мөхәббәтегеҙҙе Күккә, Сығанаҡҡа, Ергә ебәрегеҙ!
Беҙҙең изге Ирәмәлебеҙҙе Япония халҡы һәм һиндтар ҙа белә: һеҙҙең көс туплай торған урынығыҙ – Аҡ тауығыҙ бар, тиҙәр. Аҡ тау тип нарыҡлауҙары Ирәмәлдең аҡ мәрмәрҙән тороуына ишара. Ирәмәл тауында – иң юғары тирбәлештәр, унда барып ҡайтыусылар үҙҙәрендә йыл буйы энергия, көс һиҙә. Ирәмәлгә халыҡ элек-электән үҙ теләктәрен белдереү өсөн менгән. Теләгәндә һәр саҡ күҙ алдына килтереп әйтер кәрәк, был мөһим, сөнки күҙ алдына нимә килтерәбеҙ, шуны фәрештәләребеҙ күрә һәм тормошҡа ашырырға тырыша. Шуға ла ыңғай тойғоларҙа булыу, матур уй-хистәрҙе үҫтереү зарур. Беҙгә төрлө сирҙәр менән киләләр, ә бит һәр сирҙең сәбәбе бар, ул юҡтан ғына барлыҡҡа килмәгән. Мәҫәлән, ҡатын-ҡыҙ ағзалары ауырта икән, уның иң беренсе сәбәбе – ир-атҡа булған ризаһыҙлығы. Бөтә ир затына: атайға, ағай-ҡустыларға, тормош иптәшеңә бер ризаһыҙлыҡ та булырға тейеш түгел. Икенсе сәбәбе, ҡатын-ҡыҙҙарға ижади энергия күп һалынған, әгәр ул шул ҡөҙрәтте дөрөҫ юҫыҡта ҡулланмай икән, ул киста, миома кеүек ауырыуҙарға килтерергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарға ул энергияны сығарыр өсөн йырларға, бейергә, спектакль ҡуйырға, һүрәт төшөрөргә, бер һүҙ менән әйткәндә, күңеле ятҡан ижади эш менән шөғөлләнергә кәрәк. Ғәфү итә белеү ҙә мөһим, тик һүҙҙә генә түгел, ә аңлап ғәфү итергә.
Ҡатын-ҡыҙ мәсьәләләрендә мине иң борсоғаны – уларҙың бала таба алмауы. Беҙгә әсә булырға теләгән бик күп һылыу зат мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, беҙҙең мәктәпкә Лена исемле ҡатын килде. «Ун дүрт йыл тормоштамын, үҙем медицина хеҙмәткәремен, бала таба алмайым», – ти. Бөгөнгө көндә ул бәхетле әсә – өс балаһы бар! Лилиә исемле ханым 43 йәшендә килгәйне, бер йылдан малай тапты. Сеанстарға йөрөп, беҙҙең кәңәштәрҙе тотҡан ғаиләләрҙә һау-сәләмәт бала тыуа. Иң беренсе кәңәшебеҙ: УЗИ-ға йөрөмәҫкә, сөнки ул бәпестең ДНК-һына ҙур зыян килтерә. Петр Гаряев үткәргән тикшеренеүҙәр УЗИ нурландырыуының кеше организмында ДНК ептәрен өҙөүен асыҡланы. Ә ДНК-ға бай мәғлүмәт тупланған, ул өҙөлһә, бала бер нисек тә сәп-сәләмәт була алмай. Сабый тыуғас та, мейеһен ультратауыш менән зәғифләй башлайҙар. Шуның өсөн дә бөгөн һөйләшмәгән балалар күп. Элек йөрәк өйәнәге менән тыуған балалар һирәк ине, хәҙер иһә ҡатын-ҡыҙҙарға баланың йөрәген тикшереү маҡсатында 40-60 минут буйы КТГ аппаратын ҡуйыу ҡаралған. Был файҙаһыҙ процедура сабыйҙың йөрәк өйәнәкле булып тыуыуына килтерә. Уның аша дөрөҫ диагноз ҡуйып булмай. Ә ни өсөн уны эшләйҙәр, ҙур һорау тыуа, әлбиттә.
Киләһе кәңәшем ҡатын-ҡыҙҙарға ғына түгел, ә бөтәһенә лә ҡағыла: кеҫәгеҙҙә ябай ғына магнит йөрөтөгөҙ. Ҡандағы атеросклероз ҡатламдарын, ҡан тамырҙарын таҙартыуға булышлыҡ итә ул. Ҡан тамыры таҙарһа, күп сирҙәр, хәлһеҙлек, баш ауыртыуы бөтә. Шулай уҡ аҡ балсыҡ ҡулланырға тәҡдим итәм. Унда 45 процент тирәһе кремний бар. Ә кремний – организмға иң етмәгән элементтарҙың береһе. Бәләкәй балалар аяҡ осонда атлай – шулай уҡ кремний етмәүҙең күрһәткесе. Ҡаҙ, өйрәк кеүек ҡош-ҡорт ҡына түгел, бөтә хайуандар ҙа кремний менән туҡлана, хатта йылҡы малы ла юл буйында ҡом ашай. Һары балсыҡта ла кремний бар, уны малдарына ашатҡан кешеләрҙе беләм. Сөнки кремний – магнит үҙенсәлектәре булған иң яҡшы тәбиғи сорбент. Ул организмдағы стафилококтарҙы, стрептококтарҙы тартып, таҙартып сығарыу көсөнә эйә. Аҡ балсыҡты көнөнә бер тапҡыр бәләкәй балғалаҡ менән һыуға болғап эсеү файҙалы. Шулай уҡ аш содаһын эсергә кәңәш итәм. Бала тыуғанда уның организмдағы әселек күрһәткесе (pH) 7,36 тигеҙ – был яҡшы. Әгәр ҙә организмында әсеү (закисление) башлана икән, pH ныҡ төшә һәм төрлө вирус, бактерия, паразиттар үрсеүгә юл асыла. Шуға тәнебеҙ һау булһын тиһәк, көн һайын иртәнсәк ашарҙан ярты сәғәт алда ярты балғалаҡ аш содаһын бер стакан ҡайнар һыуға болғатып, йылымыс көйөнсә эсергә ҡушыла. Шулай уҡ иртән бер стакан йылы һыу эсеү мөһим, организмға йылы һыу кәрәк. Аш содаһы менән организмдағы әселек күрһәткесен тәртипкә килтереп, яман шеште дауалаусы табиптарыбыҙ ҙа бар. Әгәр кеше спиртлы эсемлек ҡулланһа һәм күп ит ашаһа, pH тиҙ кәмей. Шуға сама белеү мөһим. Йәшелсә-емеште тәбиғи өлгөрөү миҙгелендә күпләп ашарға тырышығыҙ.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2022) һанында уҡығыҙ.