+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
5 Август 2022, 15:35

Илаһи яҡтылыҡ

Рауфанға дүрт-биш йәштәр тирәһе саҡта, кис көнө, бөтә донъя илаһи яҡтылыҡҡа күмелә. «Ҡәртнәй, ҡәртнәй, мин нур күрәм, бөтә донъя яп-яҡты», – ти ул дөм һуҡыр ҡәртинәйенә. Иң мөғжизәлеһе – уның күләгәһе юҡ ине, тип хәтерләй ғүмерендә нурлы яҡтылыҡҡа тәү тапҡыр ҡойонған Рауфан Мортазин.

Илаһи яҡтылыҡ
Илаһи яҡтылыҡ

Электр уты булмаған Мәсетле районының төпкөл генә Теләш ауылында була был хәл. «Ышанаһығыҙмы, юҡмы, мин үҙемде тыумағанға тиклем өҫтә булыуымды, беренсе тапҡыр күҙҙәремде асыуымды, тәбиғәт ҡосағына һыйынған бәләкәй генә төпкөл ауылда тыуырға һәм беҙҙең кәзәләребеҙ булыуын хыялланғанымды хәтерләйем. Ысынлап та шулай булды. Миңә ете йәш тулғансы беҙҙең ғаилә: ете йыл (1945 йылдан 1952 йылға тиклем) хеҙмәт итеп ҡайтҡан инженер атайым Ризуан, уҡытыусы әсәйем Асия һәм ҡәртинәйем утһыҙ Теләш ауылында йәшәнек, беҙҙең кәзәләребеҙ бар ине», – ти бар булмышынан яҡтылыҡ, илаһилыҡ бөркөлөп торған, йөҙөндә яҡты нурҙан башҡа бер һыры ла булмаған 64 йәшлек космоэнергет Рауфан Мортазин.
Бала сағынан Рауфан Ризуан улы кешеләрҙе дауаларға хыяллана, тик медицина өлкәһенә лә, үҙенә лә үтә талапсан ҡарауы арҡаһында икенсе һөнәр һайлай. Мәктәпте тамамлағас, бер йыл төҙөлөштә эшләй һәм Өфө дәүләт нефть техник институтына уҡырға инә. Төҙөлөштә бер йыл бил нығытып килгән егеткә үҙ һөнәре буйынса уҡыуы еңел бирелә, студенттарҙың төҙөлөш отрядтарын да етәкләй ул. Диплом алғас, ул йылдарҙа гөрләп торған Белорет урман хужалығына эшкә ебәрәләр. Ике йылдан Белорет районы эске эштәр бүлегенә саҡыралар. Һуңынан, Өфөгә күсеп, Эске эштәр министрлығында, наркотиктарға ҡаршы дәүләт хеҙмәтендә, һалым полицияһында оло хеҙмәт юлы үтеп, хаҡлы ялға сыға.
Кешеләрҙе дауалайым тигән ғүмерлек хыялына яҡынайыр, бала саҡ инаныуына юл асылыр мәл дә етә.
2003 йылда ул бер иғланға юлыға. Унда: «Һеҙ үҙегеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла дауалай алыу мөмкинлегенә эйә була алаһығыҙ. Өфөгә Мәскәү Космоэнергетика институты ректоры Эмиль Багиров килә», – тип яҙылған була. Оҙаҡ уйлап тормай Рауфан Ризуан улы осрашыуға бара, сеанстарға йөрөй башлай. Ун сеанс үткәс, космоэнергетика мәктәбенә уҡырға инә. Был дипломым миңә институт дипломына ҡарағанда ла ҡәҙерле, ти ул.
«Бер нисә сеанстан һуң үҙемдә шундай еңеллек, шатлыҡ тойғолары кисерҙем, гүйә, иңдәремдә ҡанат­тарым үҫте. Етенсеһендә әйберҙәрҙең, һәр нәмәнең, тойғоларын һиҙә башланым. Ысынлап та, беҙҙе уратып алған әйберҙең матур, таҙа үҙ кисерештәре бар. Улар өсөн иң мөһиме – кешеләргә кәрәкле булыу. Мәҫәлән, алма. Ул беҙгә файҙа килтерер өсөн матур булып алланып бешә, шатлыҡ тойғо­лары кисерә һәм үҙен өҙөп ашауҙарын теләй. Ә бына ярсылған сынаяҡтың шатлыҡ тойғолары юҡ. Ул тиҙерәк молекула-атомдарға тарҡалырға тырыша. Шуға ла боҙолған, ярылған әйберҙәрҙе өйҙә тоторға ярамай, сөнки улар ҡыуаныс килтермәй, киреһенсә, насар энергия тупланмаһына әйләнә.
Ун сеанс үткәс, кешеләрҙең аураһының төҫөн, күләмен күрә башланым. Сеанстарға йөрөгәндәрҙең сәләмәтлеге яҡшырыу менән бергә төрлө һәләттәре лә асылырға мөмкин. Шулай уҡ астраль, менталь һәм каузаль (кармик) тән таҙара. Астраль тән – тойғолар солғанышы. Менталь тән – уйҙар донъяһы. Әгәр ҙә кеше үпкәләү, көнләшеү, нәфрәт, асыу, ҡурҡыу кеүек кире тойғолар кисерә, насар уйҙар, ҡурҡыу тойғоһо менән йәшәй икән, ул үҙ аураһын ағыулай. Аура бысраһа, эске ағзалар зарарлана һәм сирләй башлай. Уйҙарҙың матдиләшеүе элек-электән билдәле. Шуға уй-тойғолар һәр саҡ ыңғай һәм матур булырға тейеш.
Каузаль тән – тормоштоң үҙе. Кешенең уйҙары, тойғолары таҙара икән, тормошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәреш кисерә. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, космоэнергетика ярҙа­мында улар яйлап юҡҡа сыға һәм тормош та яйға һалына. Әлбиттә, кинәт кенә түгел. Йәмһеҙ ауырыу ҡарт әбейҙән мөғжизәле рәүештә тиҙ генә йәш һәм сәләмәт һылыу ҡыҙға әйләнеп булмай. Мәҫәлән, кеше йөрәк өйәнәге кисереп килде икән ти, уның башынан ғына һыйпап, «һин сәләмәт», тип ҡайтарып ебәреү мөмкин түгел. Космоэнергетика – оҙайлы, эҙмә-эҙлекле юл, спортсылар күнекмәләрҙә шөғөлләнгән кеүек, сеанстарға даими йөрөү кәрәк. Ун сеанс – бер курс, шунан бер ай ял итергә мөмкин.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас: