0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
23 Июнь 2021, 14:55

Кеше нимә уйлар?

«Һеҙҙең минең хаҡта нимә уйлауығыҙ мөһим түгел, мин һеҙҙең турала бөтөнләй уйламайым», – тип әйткән Коко Шанель. Бындай ҡыйыу белдереү яһау өсөн, моғайын, ошо француз модельеры кеүек үҙ-үҙеңә ышанған, уңышлы һәм бойондороҡһоҙ кеше булыу кәрәктер. Ә беҙҙең, ҡәҙимге бәндәләрҙең, нимәгәлер тотонор алдынан иң тәүҙә башына: «Башҡалар нимә әйтер?» – тигән уй килә. Мәҫәлән, мин быны кейә алмайым, мин улай тип әйтә алмайым, дөрөҫ аңламаҫтар, ғәйеп табырҙар, көлөрҙәр һәм башҡалар.Ҡайһы берәүҙәр йәмәғәтселек фекеренән шул хәтлем ҡурҡа, хатта үҙҙәре теләгәнсә йәшәүҙән һәм эшләүҙән туҡтай, һәр аҙымын «кеше нимә уйлар» тигән һүҙҙәр менән үлсәй, маҡтана тимәһендәр өсөн, тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләттәрен дә күрһәтеп бармаҫҡа, бер һүҙ менән әйткәндә, эргә-тирәләгеләрҙән әҙ генә булһа ла айырылып тормаҫҡа тырыша.

Беҙҙең халыҡтың «Ағас башын ел бора, әҙәм башын һүҙ бора» тигән мәҡәле бик дөрөҫ. Сағыу, талантлы, ағым ыңғайына йөҙмәгән шәхес ул һоро масса араһында, нәҡ еткерә ҡатылмаған сөй кеүек, «һерәйеп» күренеп тора. Башҡаларға был кимәлгә күтәрелеүгә ҡарағанда, уны үҙҙәре менән тиңләү еңелерәк. Шуның өсөн «сөйҙөң башына һуҡҡыслау», йәғни тәнҡитләү, хурлау, артынан һөйләүҙәр башлана. Йәмғиәттә оҙаҡ йылдар дауамында нығынған был ғәҙәттәрҙе үҙгәртә алмаһаҡ та, кеше һүҙенә мөнәсәбәтебеҙҙе үҙгәртә алабыҙ. Мәҫәлән, уға иғтибар итмәҫкә һәм үҙебеҙгә оҡшағанса йәшәргә! Сөнки мең кеше икән – мең төрлө фекер, бөтәһенә лә ярап бөтөү мөмкин түгел. Ошо хаҡта көнсығыш халыҡтарында бик тапҡыр бер хикәйәт бар.
Бер ваҡыт атаһы улы менән ҡала урамы буйлап китеп барған, ти. Атаһы ишәктә ултырған, ә улы йәнәш атлаған. «Бахыр малай! – тигән бер кеше. – Ул бәләкәй генә аяҡтары менән ишәк артынан саҡ-саҡ өлгөрә. Ә был оятһыҙы, уның хәле бөткәнен күрә тороп, йәлләмәй ҙә, бер үҙе йәйелеп ултырып алған».

Атайға уңайһыҙ булып киткән һәм ул, ишәктән төшөп, урынына улын ултыртҡан. Тиҙҙән икенсе кеше: «Ҡайһылай оят! Бала ишәктә хан кеүек ҡуҡырайып ултыра, ә ҡарт атаһы арттарынан йүгерә», – тигән. Малай, ҡыйынһынып, атаһын да ишәккә менергә саҡырған. «Эй, бәндәләр! Һеҙҙең бындай хәлде күргәнегеҙ бармы? – тип ҡысҡырып ебәргән бер ҡатын. – Хай­уанды ней һынлы ыҙалаталар! Ишәктең һырты бөгөлөп төшкән, ә был ике йүнһеҙ, уны урындыҡтай күреп, рәхәтләнеп ултырған!»
Былар, ҡыҙарынышып, ишәктән төшкән дә йәйәү атлаған. Уларға ҡаршы килгән бер әҙәм мыҫҡыллы йылмайып: «Ялҡау ишәгегеҙ ниңә бер нәмә лә эшләмәй? Берәйегеҙҙе арҡаһына ултыртып алһа булмаймы?» – тип әйткән.

Шул ваҡыт атаһы улына: «Нисек кенә эшләһәк тә, барыбер беҙҙең менән риза булмаған берәү табыла. Шулай булғас, беҙгә кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмай, үҙебеҙ нисек теләйбеҙ – шулай барырға кәрәк», – тигән. Ысынлап та, йәмғиәт күпселек осраҡта башҡалар өйрәткәнсә йәшәгән түгел, ә үҙе һайлаған юлдан барған, үҙенә ышанған, тормоштан нимә кәрәклеген аныҡ белгән маҡсатлы, көслө кешеләргә хөрмәт менән ҡараясаҡ.

Ғөмүмән, «кеше минең турала нимә уйлай» тигәнде күпселек осраҡта үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ. Һәр әҙәм күберәк үҙе тураһында уйлай, бүтәндәрҙә ҡайғыһы юҡ, сөнки үҙ хәстәре башынан ашҡан. Ул да, моғайын, үҙ сиратында, башҡалар минең хаҡта нимә уйлай икән, тип борсолоп йәшәйҙер. Тормоштан шундай бер миҫал килтерәйем әле. Әхирәтемә бер ҡыҙғансыҡ егет ғашиҡ булды. Ул ҡыҙҙың һәр аҙымын тикшерә, осраған бер бағананан тиерлек көнләп ыҙалатты. Әхирәтем унан ҡотолорға теләп, нимә генә ҡыланып ҡарамай. Бер ваҡыт егете янына йәй уртаһында ҡышҡы кейемдә сығырға булды. Теге оялыр, тип өмөт итте. Июнь айында икәүләшеп, аяҡҡа быйма, өҫкә йөнтәҫ тун кейеп, урамға сыҡтыҡ, туҡталышҡа барҙыҡ. Башта аптырап ҡалған егеттең тора-бара «уйыныбыҙҙы» ҡабул итеүе уның ҡыҙығын ҡалдырманы һәм беҙ бүлмәгә кире ҡайттыҡ. Был совет заманы өсөн ғәҙәти булмаған ваҡиғала иң ҡыҙығы шул булды: шаулы ҡалала беҙгә һирәк кеше иғтибар итте. Мин шул ваҡытта уҡ кешеләрҙең бер-береһенә ни тиклем битараф булып, үҙ тормоштарына, үҙ мәшәҡәттәренә йомолоп йәшәүенән һәм, нимәгәлер иғтибар биргәндә лә, төрлөһөнөң төрлөсә ҡабул итеүенән сығып, «йәмәғәтселек фекере» тигәндең ни тиклем шартлы төшөнсә икәнен аңланым.

Ҡала ерендә, кешеләр бер-береһен белмәгәс, шулайҙыр ҙа ул, ә бына ауылда кеше һүҙенә, кеше теленә эләкмәй йәшәп ҡара, тиеүселәр ҙә табылыр. Ярай, шулай ҙа булһын, ти. Әммә кеше фекере – ул барыбер кеше фекере. Минеңсә, иң мөһиме – һәр кемдең үҙе хаҡында үҙе нимә уйлауында. Һәм ул күп йәһәттән башҡаларҙыҡына тап килмәй. Кешенең нимәгә һәләтле булыуы, ниндәй һынауҙар һәм кәртәләр аша үтеүе һәм киләсәктә нимәгә ынтылыуы тураһында үҙенән башҡа бер кем дә аныҡ ҡына белмәй бит. Шуға тормошоғоҙға башҡаларҙың ҡыҙыҡһыныуын йәлеп иткәндәй үҙгәреш индерергә уйлаһағыҙ – бизнесҡа тотонһағыҙ, йә диетаға ултырһағыҙ, йә кейенеү стилен үҙгәртергә, спорт менән шөғөлләнергә ниәтләһәгеҙ – ҡапыл кире ҡарашҡа тап булып, танауығыҙҙы төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Был тәбиғи. Кемдәрҙер, уңмаясағығыҙҙы юрап, ниәтегеҙҙән биҙҙерергә тырышып, тормоштан әллә күпме миҫалдар һәм аңлатмалар килтерә башлауы бар. Мыҫҡыллы ҡараштар ҙа тойорһоғоҙ. Әммә эстән дөрөҫ юлдан барғанығыҙға ышанһағыҙ, көйһөҙҙәргә башығыҙҙы бутарға бирмәгеҙ. Әлбиттә, улар әйткәнсә килеп сығыуы ла мөмкин. Бер ынтылғанда ниәтләгән эштең тормошҡа ашмауы ла була торған хәл: үҙ эшеңде аса алмауҙың йәки, кеше араһында һүҙ алып, ҡаушап өндәшмәй ҡалыуҙың бер ҡурҡынысы ла юҡ. үҙебеҙҙе бөтөргән­се, әллә күпме яңы ынтылыш яһарға мөмкин. Донъяла ике шәп сифат бар: сәм һәм тырышлыҡ, бына улар тормош тарафынан һәр саҡ бүләкләнә.

Әгәр кеше һүҙен, кеше фекерен инҡар итә алмаһаң, уға мөнәсәбәтте үҙгәртеүҙең тағы бер юлы бар: тик яҡшыларына ғына ҡолаҡ һалыу, үҙегеҙ өсөн мөһим кешеләрҙе генә тыңлау. Ә бит тормошта һинән ғәйеп эҙләүсе­ләр менән бер рәттән, яҡлағандары, хуплағандары, һоҡланғандары ла етерлек. Яҡшы һүҙҙән күңелең күтәреләсәк, йәшәүгә дәрт өҫтәләсәк, ә насарына ышанһаң, тимәк, үҙең хаҡында бик шәп фекерҙә түгелһең, үҙбаһаң түбән.

Рәхимә МУСИНА.
Әбйәлил районы.
Читайте нас: