-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
28 Декабрь 2020, 13:31

Ир балаға – ат, ҡыҙ балаға ҡанат кәрәк

Бер мәл миңә үҙ ғалимдарыбыҙ, Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, физика-математика фәндәре докторы Марат Илһамов, Башҡортостан Фәндәр академияһы ағзаһы, Энергия ресурстарын ташыу проблемалары институтына тиҫтәләрсә йыл етәкселек иткән техник фәндәр докторы Әсғәт Ғүмәров менән ултырҙаш булырға насип иткәйне. Шағир әйткән шөһрәт атының ялын һыйпап ҡарау түгел, уны күптән үк эйәрләп менгән зыялы ағайҙарымдың тормош юлы ла, әле булһа ҡайнап торған эшмәкәрлеге лә – мауыҡтырғыс һәм һабаҡ алырлыҡ оло ҡисса.

Фәндә уларҙың хеҙмәттәре, физика, математика, механика кеүек ҡәҙимге ябай тормошта һирәк ишетелгән өлкәләргә ҡағылғас, һәр кем уҡырлыҡ гәзит-журнал сәхифәләрендә бигүк күренеп бармай. Ғалимдарҙың төрлө телевизион тапшырыуҙарҙа ла лаф ороп, тел сарлап ултырғанын күрмәҫһегеҙ. Нисәмә йылдар яҡын мөнәсәбәттә булһам да, уларҙан «эшләйбеҙ» тигән һүҙҙе ишетмәнем. Сөнки был кешенең тәбиғи булмышы икәнлеген ағайҙар бүтәндәргә үҙ тормоштары менән иҫбат итә килде.
Әммә бөгөнгө һүҙҙең әтнәкәһе икенсерәк юҫыҡта. Әсғәт Ғәлимйән улы тыумышы менән Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылынан. Мәғлүмдер, дүртөйлөләр эшкә тилбер, төҫ-башҡа күркәм халыҡ ҡына түгел, итәк тулы бала менән ғүмер кисерергә лә ғәҙәтләнгән. Бына Ғүмәров ағайҙың атай яғынан бер туғаны, хәләл ике ҡатыны менән, ун һигеҙ балаға ғүмер биргән. «Бер мәл, дәртләнеп китеп, туған-тыумасаларҙың йәмғеһен дә йыйып алырға булдым, – тип әлеге фекерҙе дауам итә ул. – Дәртләнеү менәнме, бер аҙ ҡаушап ҡалдым бит – ике йөҙ утыҙҙан күберәк яҡын туғаным бар икән. Был хәтлем ғәмде Өфөләге фатирға саҡырыу мөмкин түгел. Ахырҙа, ыҡсым ғына һабантуй рәүешендә, ауылда майҙан ҡорҙоҡ. Йәй башланып ҡына торғанда беҙҙең яҡтарҙа ожмахтың «филиалы» булғанлығын беләһең дә инде», – ғәжәп алсаҡ кеше ул Әсғәт ағай, миңә күҙ ҡыҫып та өлгөрә. Әллә тыуған яҡтарын, әллә туғандарын хәтерләгәнгәме, уның тут яҡмаған йөҙө йәнә балҡып китә.
Был хәбәрҙе тыңлағас, Марат Әҡсән улы ла уйланғандай итте. Илһамовтар ырыуы ла ишле бит. Марат ағай – ғаиләлә ун баланың төпсөгө. Тәхәүетдин хәҙрәттең Әбйәлилгә генә түгел, бар Рәсәйгә таралған тоҡомдарын йыя алғанда, Илһамовтар Ғүмәровтарҙан кәм һабантуй үткәрмәҫ ине.
Өҫтәл артында бер аҙға ғына тын ҡалдыҡ. Марат Әҡсән улы әлеге мәлдә Оло Ҡыҙыл буйында, атаһы, әсәһе Фатима апай эргәһендә. Әсғәт Ғәлимйән улы, бәлки, океан кисеп, Ҡушма Штаттарҙың Мериленд университетында уҡытҡан улы, президент Обама ҡулынан Маҡтау ҡағыҙы алған ейәнсәре янына барып әйләнгәндер...
2012 йыл Башҡортостанда Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы тип рәсми рәүештә иғлан ителгәйне. Әммә балаң һәм ғаиләң тураһында күрһәтмә буйынса уйлау мөмкин түгел. Артабан, бала һәм ғаилә – бер ниндәй үлсәүҙәргә һыйғыһыҙ рухи хазина һәм ул хазинаны нығытып та, бушатып та булмай. Мәсьәлә бында тәрбиә, балалар менән ата-әсәләр араһындағы мөнәсәбәт, мөғәмәләләр мәҙәниәте тураһында барырға тейештер. Ошо юлдар авторына Марат Илһамовтың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған «Формула прочности» тигән китап яҙырға тура килгәйне. Академиктың әле булһа инаныуынса, баланы өҙлөкһөҙ нотоҡ уҡып та, тиргәп, мәжбүр итеп тәрбиәләү мөмкин түгел. Уға йыйылыш та, педсовет та кәрәкмәй. Илдәге күпселек ғаиләләр балаларына нимә ашатырға, өҫтөн нисек бөтәйтергә, тигән хәстәрлек менән йәшәй. Бала бәғер ите булған ғаиләләрҙә лә ата-әсәгә педагогика һәм тәрбиәләү нескәлектәре тураһында уйланырға әмәл булмай. Атаһы менән әсәһендәге холоҡ-ғәмәлдәр, көҙгөләге һымаҡ, бала фиғелендә лә сағыла. Ишле ғаиләләрҙә балалар бер-береһенә оҡшарға, өлгөгә эйәрергә ынтыла, уларҙа арҡаланыу, таяныс тойғоһо ҙур урын биләй. Балаларының бер-береһенән уҙырға тырышыуын, холоҡ-фиғелендәге, уй-ниәттәрендәге үҙенсәлектәрҙе аҡыллы ата-әсә, ипле генә итеп, тейешле йүнәлешкә бора бара. Халыҡтың: «Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр, эшең хаҡ булһа, ғаиләң шат булыр», – тип әйтеүе шунан киләлер инде.

Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.

Александр ДАНИЛОВ фотоһы.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 12-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Читайте нас: