-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
3 Март 2020, 16:48

Урал аръяғының белем Мәккәһе

БДУ-ның Сибай институты республиканың көньяғында йәшәгән ауыл йәштәре өсөн юғары белем алыуға ғәйәт ҙур мөмкинлектәр асты. 90-сы йылдарҙа барлыҡҡа килгән уҡыу йортон ошо арауыҡта байтаҡ егет һәм ҡыҙҙар тамамланы. Юғары белем алыуҙан тыш, ғаиләле, бала-сағалы булып, ҡалала матур донъя көткәндәр ҙә бихисап. Институтта эшләгән байтаҡ фән кандидаттары, хатта докторҙар – ошо уҡыу йортоноң элекке студенттары. Бына шулай күсәгилешлек йолаларын һаҡлаған Сибай институты бөгөн – «Башҡортостан ҡыҙы» журналының ҡунағы.

…Сибай институтының тағы бер үҙенсәлеге – студенттар юғары белем менән бергә эшсе һөнәрҙәр ҙә алып сыға. Мәҫәлән, дөйөм ятаҡтағы йә институт бинаһындағы бер генә йыһаз да ситтән алынмаған. Уның барыһы ла урында, студенттар ҡулы менән эшләнгән. Ир-егеткә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ. Иң сағыу факультет, тип йөрө­төлгән технология һөнәре буйынса белем алыусыларҙың ҡул эштәре уҡыу йортоноң музейын биҙәй. Егеттәр яһаған йыһаздарҙан тыш, ҡыҙҙар теккән күҙҙең яуын алырлыҡ милли күлдәктәр, хәситә-түшелдеректәр үҙҙәре ни тора!
Аш-һыуға оҫтараҡ ҡыҙҙар заказға ижад өлгөһө булырҙай торттар бешерә, туй күлдәктәре һәм уға кәрәк-яраҡтар ҙа тегә. Киләсәктә ошо ҡыҙҙарҙан шәхси эшҡыуар сыҡмаҫ тип кем әйтһен!
Интерьерҙа, кейемдә бөгөнгө тенденцияларҙы ла күҙәтә ҡыҙҙар. Үҙәк телевидение һәм баҫмаларҙа күрһәтелгән төрлө ағымдарға эйәреп, яңыса кейем тегеү, ҡораманан картиналар яһау, уларҙы кейеҙҙән баҫыу, хатта иҫке әйберҙәргә яңы һулыш биреү кеүек алымдарҙы ла өйрәнәләр. Студенттарҙың оҫта ҡулдарында иҫкергән джинсы салбары – матур сумкаға йә өйҙә кейгән аяҡ кейемдәренә, кәрәкмәгән дискылар ваза өсөн декоратив мозаикаға әүерелә...

Сибай ҡалаһы.

Рәүилә ХӘСӘНОВА фотолары.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2020) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: