Совет власы осоронда шәхси йүнселлек юҡҡа сыҡты, сөнки ул закон менән тыйылғайны. Баҙарҙарҙа алыпһатарлыҡ менән кәсеп иткән кешеләргә «спекулянт» тигән яман мөһөр һуғылды. Шуға ла «эшҡыуарлыҡ» Рәсәй халҡы өсөн сағыштырмаса яңы төшөнсә.
«Спекулянт»тар өсөн хөрриәтлек заманы үткән быуаттың 80-се йылдары аҙағында – 90-сы йылдары башында килде. Ҙур-ҙур сумкалар, төйөнсөктәр менән улар Мәскәүҙән, хатта Төркиә кеүек сит илдәрҙән әйбер ташыны, кейемгә, ябай ғына көнкүреш әйберҙәренә мохтаж халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерҙе, үҙҙәре өсөн аҡса һуҡты. Ул замандағы магазиндарҙың буш кәштәләре урта йәштән олораҡтарҙың, ҡурҡыныс төш кеүек, әле лә хәтерендә.
Башлап юл ярыусыларға еңел тура килмәне. Хәүефле һаналды был шөғөл. Таланып аҡсаһыҙ ҡалғандар, башын һалғандар ҙа булманы түгел. Бөтә ауырлыҡтарҙы йырып сыҡҡандар бөгөнгө бәҫле бизнесмендарҙың төп өлөшөн тәшкил итә. Ошонан сығып, ҡыйыулыҡ – эшҡыуарға хас иң мөһим сифат, тип әйтә алабыҙ.
Уларҙа шулай уҡ яуаплылыҡ тойғоһо бик көслө. Үҙ эшен асырға йөрьәт иткән кеше үҙе, ғаиләһе, ҡул аҫтындағы эшселәре, эш һөҙөмтәләре өсөн, дәүләт (һалым һәм башҡа түләүҙәр мәсьәләһенә ҡағылышлы), йәмғиәт (әйтәйек, экология ҡанундарын боҙмау йәһәтенән) алдында яуаплы. Уның эшен һүлпән алып барырға, бөлөргә хаҡы юҡ. Әгәр ваҡытында хеҙмәт хаҡы түләмәй, ҡаҙнаға һалым индермәй икән, тимәк, кеше үҙ урынында түгел, көсө етмәҫ йөк алған иңенә, асылына тап килмәгән шөғөлгә тотонған.
Ниндәй генә шарттарҙа ла эшҡыуар күңел тыныслығын юғалтырға, төшөнкөлөккә бирелергә тейеш түгел. Уны көн оҙононда көсөргәнешкә дусар иткән эреле-ваҡлы ваҡиғалар һағалап тора. Шулар йоғонтоһона бирелә икән, ауырлыҡтарҙан арына алмаясаҡ. Бер мәл, тамам хәлһеҙләнеп, һаулығын юғалтып, эшен ябырға мәжбүр булыуы ихтимал.
Ниндәйҙер тауар етештереү, һатыу ойоштороу өсөн илһам, дәрт талап ителә. Күңел биреп, ихласлап эшләгәндә генә уңышҡа өмөт итергә мөмкин. Тимәк, йүнселдең илһамлы кеше булыуы мотлаҡ.
Эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнер өсөн маҡсат ҡуйырға һәм унан тайпылмай бер йүнәлеште генә тоторға кәрәк. Йыйнаҡ, һәр йәһәттән теүәл булыу еңел бирелмәй, тип баҫым яһап әйтер инем. Сөнки беҙҙең заман кешеһенә күңел тарҡаулығы, урынлы-урынһыҙ шөбһәләнеү хас. Күптәр бизнесты төрлө йүнәлештә алып бара. Был тарафта уңмаһам, икенсе тармаҡтан ҡайырып төшөм алырмын, тип уйлайҙар. Әлбиттә, ул Юлий Цезарь сифаттарына эйә икән, тик хупларға ғына ҡала. Үкенескә ҡаршы, ундай булдыҡлы кешеләр арабыҙҙа бик һирәк. Бер юлы төрлө тармаҡта эшләгән таныш эшҡыуарҙар араһында уңышҡа өлгәшкәндәр юҡ иҫәбендә. Көстө, энергияны бүлгеләү һөҙөмтә бирмәй.
Үткән һанда эшҡыуарҙар тураһында былай тигәйнек: «Төп һыҙаттары – сумартлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта байлыҡҡа ынтылыу ҙа. Булдыҡлылыҡ, эшһөйәрлек сифаттары ярылып ята». Сумартлыҡ тураһында айырым туҡталып китеү лазым. Сөнки ул – эшҡыуарҙың ҡөҙрәтле һәм үтә мөһим сифаты. Иң төп сифаттарының береһе, тип тә өҫтәргә мөмкиндер.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се (2019) һанында уҡығыҙ.