Немец философы Фридрих Энгельс: «Хеҙмәт – кеше тормошоноң төп шарты. Хеҙмәт кешене яралтҡан, тип әйтергә лә урын ҡала хатта», – тигән.
Хеҙмәттең төрлөһө була: тик ҡул көсөнә йә зиһенгә таянғаны, зиһенгә таянып, ҡул менән башҡарылғаны. Эстәлеге, йүнәлеше, төрлө өлкәгә ҡағылыуы, ҡатмарлы йә ябай булыуы менән дә айырыла ул. Ә теләһә ҡайһы эште тик тәғәйен һөнәр эйәһе – һөнәрле кеше генә атҡара ала.
Бөгөнгө көндә донъя йөҙөндә 40 меңдән ашыу төрлө һөнәр бар. Рәсәйҙә – 10 меңгә яҡын. Үҙ юлыңды һайлағанда нисек яңылышмаҫҡа, был тиклем төрлөлөк араһында аҙашмаҫҡа һуң?
Боронғо тәғлимәттәрҙә һөнәргә һәләте буйынса кешеләр дүрт төркөмгә бүленә. Дәүерҙәр алышына, тик был бүленеш үҙгәрешһеҙ ҡала, юғалмай. Һуңғы осорҙа ғына бишенсе төркөм барлыҡҡа килеүен күҙәтәбеҙ.
Беренсе төркөм – эшселәр. Улар күпселекте – халыҡтың яҡынса 90 процентын тәшкил итә. Ҡул эштәренә маһирҙар, хеҙмәттән кинәнес алалар, уға илһамланып тотоналар. Эшҡыуар, етәксе булыу тураһында уйлап та ҡарамайҙар.
Икенсе төркөм – сауҙагәрҙәр (эшҡыуарҙар). Йәмғиәт ағзаларының 6 процент самаһы инә улар иҫәбенә. Сауҙа, хужалыҡ эшенә әүәҫтәр. Төп һыҙаттары – сумартлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта байлыҡҡа ынтылыу ҙа. Булдыҡлылыҡ, эшһөйәрлек сифаттары ярылып ята. Бала саҡтан алыш-биреш менән мауығалар, ниндәйҙер коллекция йыйыу менән булышалар, һәр саҡ уңышҡа өлгәшеүҙе маҡсат итеп ҡуялар, үҙҙәре тотонған теләһә ҡайһы шөғөлдән файҙа алырға тырышалар.
Өсөнсө төркөм – етәкселәр. Улар халыҡтың яҡынса 2 процентын тәшкил итә. Идаралыҡ, етәкселек маһирлығы йәһәтенән башҡаларҙан айырылып торалар. Эштә һар саҡ ниндәйҙер яңы тәртип, ҡағиҙә уйлап сығарырға әүәҫтәр. Тормошто ғәҙел һәм мәрхәмәтле итеп ҡороу өсөн көс һалалар. Яуаплылыҡ, бурысҡа тоғролоҡ тойғоларына эйәләр. Интеллект кимәленә ҡарап, дәүләт идараһы структураһында төрлө баҫҡыстарҙы биләйҙәр – полиция хеҙмәткәренән алып ил президентына тиклем.
Дүртенсе төркөм – остаздар (уҡытыусылар). Уларҙың да нисбәте – 2 процент самаһы. Белемлеләр, уҡыуға, өйрәнеүгә һәләтлеләр. Белем алырға һәм уны таратырға ынтылалар. Бала саҡтан хәҡиҡәт асылына төшөнөргә тырышалар, әйткәнде иғтибар менән тыңлайҙар, һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндәләр. Әгәр берәй концепцияның айышын аңламаһалар, ныҡ хафаланалар, борсола башлайҙар. Ғәҙел һәм намыҫсандар. Бер ваҡытта ла һатылмайҙар, үҙ намыҫына ҡаршы бармайҙар.
Бишенсе төркөмгә ҡараған кешеләрҙе бер һүҙ менән генә тасуирлап булмай. Улар – үҙен таба алмаған, йә иһә төрлө сәбәптәр арҡаһында һәләте асылмаған йәки баҫылған шәхестәр. Шулай булғас, тормошта үҙ юлын тапмағандар, эштән кинәнес алмайҙар. Бөгөнгө көндә нәҡ ошо бишенсе төркөмгә ҡарағандар беҙҙең арала күпселекте тәшкил иткән һымаҡ.
Аналитиктар билдәләүенсә, кешеләрҙең шаҡтай ҙур өлөшө эштә үҙен бәхетле тоймай. Бының сәбәбе төрлөсә.
Рәсүл Байгилдин яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы (2019) һанында уҡығыҙ.