-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
7 Октябрь 2019, 16:43

Ғаиләлә бала тәрбиәләү серҙәре

Кеше тыуа, шәхес булып үҫешә, ғаилә ҡора... Айбулат Ураҙбахтиндың фекер сылбырын дауам иткән өсөнсө мәҡәлә бала тәрбиәләүгә ҡағыла. Тәрбиәүи эштең үтә яуаплы һәм йәмғиәт өсөн үтә мөһим икәнен бер кемгә лә аңлатырға йә иҫбатларға кәрәкмәй. Сөнки юғары әхлаҡлы, аң-белемле шәхес – иленең терәге, халҡының яҡты бөгөнгөһө һәм киләсәге ул.

Иғтибарлы журнал уҡыусы билдәләп үткәндер, алдағы ике һанда күтәрелгән шәхес үҫеше һәм ғаилә ҡиммәттәре хаҡында уйланыуҙарыбыҙҙа беҙ бала тәрбиәләү мәсьәләһенә лә ҡағылып үттек. Әлбиттә, уның башҡаса булыуы мөмкин дә түгел ине. Сөнки был тормошта барыһы ла тәрбиәнән башлана. «Балаларыбыҙҙың киләсәге лә, бәхете лә ғаиләлә һалына. Ғөмүмән, ғаиләлә, ата-әсә араһында мөнәсәбәт нисек булһа, барыһын да бала үҙ күңеленә һеңдерә, асылда, йәшәү кодын төпкөл аңына һала бара, өлкәндәрҙең фиғелен аңһыҙ рәүештә үҙенә күсерә. Һәр йәһәттән камил мөхиттә тәрбиәләнгән балаға алдағы тормошонда тик уңыштар ғына юлдаш була», – тип яҙҙыҡ журналдың һигеҙенсе һанындағы «Ғаилә – илаһи ниғмәт» мәҡәләһендә. Йәғни, бала тәрбиәләү ата-әсәнең үҙен тәрбиәләүҙән башлана, тигән фекер ебе үткәрҙек. Юҡҡа ғына бит халыҡта ла, «алма ағасынан алыҫ төшмәҫ», тип әйтмәйҙәр.
Эйе, бала тәрбиәләү буйға уҙғанға тиклем үк башлана! «Ул нисек?» – тигән аптыраулы һорау үҙенән-үҙе журнал уҡыусының теленә килерен алдан төҫмөрләйем һәм: «Эйе, тап шулай!» – тип ҡәтғи рәүештә тағы бер тапҡыр һүҙемде раҫлайым.
Үкенескә ҡаршы, бөгөн күп осраҡта бала ҡыҙ менән егеттең (ир менән ҡатындың) илерткес тән яҡынлығының көтөлмәгән (теләнмәгән) һөҙөмтәһе булараҡ донъяға килә. Шуға ла ғаиләләрҙә гиперәүҙем, үҙ һүҙле, тиктормаҫ балалар күбәйеп китте. Асылда буйға уҙыу – ул ябай физиологик процесс ҡына түгел, ә буласаҡ ата-әсәнең тәрән күңел кисерештәренә сорналған илаһи акт. Тәүҙә ир (ҡатын) кеше уйында тыуасаҡ улының йә ҡыҙының холҡон, эске сифаттарын, һәләттәрен, тормошҡа мөнәсәбәтен күҙ алдына килтерә. Шул рәүешле уның күңелендә буласаҡ балаһының теүәл образы тыуа. Артабан ул уй-фекерҙәрен, кисерештәрен хәләл ефетенә һөйләй. Улар был турала икәүләшеп хисләнеп серләшеп йөрөйҙәр һәм шунан ғына бала табыу тураһында ҡарарға киләләр. Буйға уҙған мәлдәге ата-әсәнең уй-кисерештәре тыуасаҡ сабыйҙың холҡон билдәләй. Әйтәйек, яуаплы ошо мәлдә ирҙең йә ҡатындың күңеле рәнйеүле икән, донъяға йомоҡ, башҡаларҙан ситләшергә ынтылған, боҙоҡлоҡҡа әүәҫ бала тыуыуы бик тә ихтимал. Йәғни, партнерҙарҙың матур мөнәсәбәте нәҫелдең сәләмәтлеген, камиллығын, рухын һәм әхлағын билдәләй. Әлбиттә, ата-әсәнең тән сәләмәтлеге, насар ғәҙәттәрҙән (араҡы эсеүҙән, тәмәке тартыуҙан һ.б.) азат булыуы ла мотлаҡ.
Шулай ҙа ни өсөн кеше бала таба?

Рәсүл Байгилдин яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: