-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рухи үҫеш
12 Сентябрь 2019, 12:01

Ғаилә – илаһи ниғмәт

Журнал уҡыусыларын Айбулат Ураҙбахтиндың донъяға, кеше йәшәйешенә һәм уның фиғеленә, көндәлек тормошона ҡағылышлы фекерҙәре менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Баҫмабыҙҙың 7-се һанында «Йәшәйештең ябай ҡанундары» тип аталған мәҡәлә донъя күргәйне. Сираттағы яҙма ғаилә ҡороу һәм ғаиләлә бәхетле булыу темаһына ҡағыла.

Әгәр кешелек тарихына күҙ ташлаһаҡ, ғаилә институтына нигеҙ һалыныу осорон билдәләгән археологик һәм башҡа дәлилдәрҙең булмауын күрербеҙ. Йәғни, бына ошо мәлдән кеше, ғаилә ҡороп, ир, ҡатын сифатында бергә балалар тәрбиәләп йәшәгән, тип әйтә алмайбыҙ. Тимәк, парлашып донъя көтөү – әҙәм балаһының тәбиғи хәле, беҙгә юғарынан төшөрөлгән халәт. Ғаиләнең илаһи төшөнсәһе лә бар. Ул – Аллаһы Тәғәлә биргән тормош ҡороу инструменты. Ә ниндәй «инс­трумент» һуң? Әйҙә, шуның серен бергәләп асып ҡарайыҡ.
Ғаилә ҡороуҙа сама менән йәштәре тиң булған егет һәм ҡыҙ ҡатнаша. Уларҙы бер-береһенә һөйөү хисе – мөхәббәт – ылыҡтыра һәм ҡауыштыра. Һөйөү йәштәрҙә гел бергә булыу, тойғо ҡабыҙған кешеһенә эскерһеҙ ярҙам итеү теләге уята, хатта уны үҙ мөлкәте, байлығы рәүешендә күргеһе килә. Нисек кенә булһа ла, мөхәббәт егет менән ҡыҙҙы бер-береһенә этәрә, тартылдыра һәм бының һөҙөмтәһе булараҡ ғаилә барлыҡҡа килә – улар бергә йәшәй башлай.
Меңдәр, миллиондар араһынан нишләп фәҡәт ошо ике кеше парлашты һуң? Егет менән ҡыҙ бала саҡтан бергә уйнап үҫкән ҡорҙаштары, синыфташтары, студент дуҫтары һәм эштәге йәш хеҙмәттәштәре, төрлө ваҡытта һәм төрлө шарттарҙа танышҡан бихисап белеше менән аралашып йәшәй. Тик нишләптер һөйөү уты фәҡәт улар араһында ҡабына. Бының нескәлектәренә төшөнөр өсөн беҙ кешенең икенсе сағылышын – уның психологияһын, эмоцияларын, кисерештәрен белергә тейешбеҙ. Былар инде матди йә иһә тәнгә бәйле төшөнсәләр түгел, ә әҙәми заттың рухҡа, йәнгә ҡағылған булмышы, замансалап әйткәндә – уның энергия һәм мәғлүмәт асылы.
Һәр кем, антенна кеүек, тирә-яҡҡа тулҡындар сағылдыра. Йәғни кешенең тәне булған кеүек, уның үҙенән күпкә ҙурыраҡ энергия тышсаһы ла бар. Бер тулҡында тирбәлгән энергия, ҡатланып, резонанс тыуҙыра (физика фәненән булған был термин бөтәбеҙгә лә таныш). Ябай ғына итеп әйткәндә, телевизор күрһәтһен, радио һөйләһен өсөн таратыусы һәм ҡабул итеүсе ҡоролмалар (антенна һәм телевизор йә радио) бер тулҡынға көйләнгән булырға тейеш. Үтә ябайлаштырып алғанда, егет менән ҡыҙҙың бер-береһенә ылығыуы шундай уҡ принциптарға нигеҙгәнгән – уларҙың күңел, йән тулҡындары бер йышлыҡта тирбәлергә тейеш. Шунда ғына мөхәббәт уты тоҡаныуы ихтимал.
Тормош ҡороуҙы беҙ күп осраҡта тик матди яҡҡа ҡайтарып ҡуябыҙ. Торлаҡ, йорт йыһаздары, машина, төрләндереп туҡланыу, матур кейенеү, балаларҙы барыһы менән тәьмин итеү – былар һис шикһеҙ ир менән ҡатын өсөн мотлаҡ бурыстар, ғаилә институтының, инструмент булараҡ, мөһим функцияһы. Сөнки ашамайынса ла, кейенмәйенсә лә йәшәп булмай.
Йыш ҡына ғаиләлә кешенең шәхсәнлеге юғала, доминант ир йә ҡатын фонында икәүҙең береһе күрекһеҙ генә ир йораты йә таушалған бахыр бисә булып ҡала. Ни өсөн шулай?

Рәсүл Байгилдин яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: