Рухиәт, кешенең эске донъяһы, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү, нисек бәхетле булыу – былар һәр кем өсөн мәңгелек һорауҙар, сиселеше ябай булмаған мәсьәләләр.
Танышым, «тырмаға баҫа», ҡаты тормош һабаҡтары ала торғас, әсенеп, күңел иңрәүе менән, ғәҙеллек юҡ, тормош бәғерһеҙ, ауыр һәм шөкәтһеҙ, ҡайһыларға мал буштан килә, күптәр, бер нисә эштә бил бөгөп тә, мандый алмай, хатта һуңғыһын юғалта, был донъя мәрхәмәтле һәм яҡшы кешеләр өсөн түгел, ә яуыз һәм бәғерһеҙ әҙәмдәр өсөн, тигәйне бер мәл. Уның аһ-зарын тыңлап, иптәшемдең бер ваҡытта ла психология, кешенең эске донъяһы, кисерештәрҙең һаулыҡҡа һәм уратып алған мөхиткә тәьҫире тураһында белмәүенә һәм был турала ҡыҙыҡһынмауына иҫем китеп аптыраным. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, ул Абсолют хәҡиҡәт ҡанундарын бөтөнләй белмәй ине.
Кеше фиғелен күҙҙән үткәреү шуны күрһәтә: әгәр ул үҙ уңышһыҙлыҡтарының, етешһеҙ тормошоноң, һаулығын юғалтыуҙың сәбәптәрен ситтән эҙләй икән (эшендәге хәлдән, күршеләренән, дуҫтарынан, ғаиләһенән, туғандарынан, чиновниктарҙан, дәүләттән, «донъя хөкүмәтенән»), тимәк, ваҡиғаларҙың сәбәп-эҙемтәләре бәйләнеше менән ул ҡыҙыҡһынмай, изге китаптарҙы һанламай, шәхес үҫеше тураһында бәйән иткән әҙәбиәтте уҡымай. Был томана һуҡырлыҡ: «Ә нишләп бындай хәл фәҡәт миңә ҡағыла, уңышһыҙлыҡтарымдың сәбәбе ниҙә, ни өсөн ауырыуҙар йәбешә, һаулығым юғала?» – тигән һорауҙы ул үҙенә үҙе биргәнгә һәм уға яуап эҙләй башлағанға тиклем дауам итәсәк.
Рухилыҡ һәм диндарлыҡ төшөнсәләре бар. Элегерәк уларҙы бер бөтөн итеп ҡараһалар, хәҙер айыра башланылар. Диндарлыҡ кешенең ҡайһылыр конфессияға инеүе, шуға ярашлы табыныуы, тышҡы атрибуттарын файҙаланыуы, изге китаптарын уҡыуы һәм өйрәнеүе, ғибәҙәт ҡылыуына ҡайтып ҡала. Был – уның тышҡы һынланышы. Рухилыҡ иһә кешенең эске донъяһын, аҡыл ҡеүәһен билдәләй, йәғни уның тормошҡа ҡарашын, ғүмере ағышына йоғонто яһаған белем кимәлен, кешелек сифаттарын күтәреүгә йүнәлтелгән алымдарҙы даими ҡулланыуын сағылдыра. Ошо күҙлектән ҡарағанда, һәр диндарға юғары рухилыҡ хас, тип әйтеп булмай. Шул уҡ ваҡытта, рухлы һәр кем һис шикһеҙ диндар, һәм ул динде кешелектең төрлө биҙәкле бер бөтөн ҡиммәте булараҡ ҡабул итә.
Шулай итеп, рухлы шәхес кем ул?
Рәсүл БАЙГИЛДИН яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2019) һанында уҡығыҙ.