Әбйәлил районы Күбәләк ырыуы халҡы ошо матур йолаға оҙаҡ йылдар тоғро. Өләсәй-инәйҙәребеҙ буҙа әҙерләү серен быуындан-быуынға тапшыра килгән. Ә бит ҡайһы бер райондарҙа уны эшләмәгәндәр ҙә һәм белмәгәндәр ҙә. Шуныһы мөһим: буҙа – спиртлы эсемлек түгел. Киреһенсә, уның шифаһы ҙур: бауырҙы таҙарта, ашҡаҙан-эсәк, нервы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡан баҫымын көйләй, баш мейеһен кислород менән байыта. Был һоло менән арышта углевод, аҡһым, глобулин, организмды стрестан һаҡлаусы таурин кеүек файҙалы матдәләр һәм витаминдар булыуы менән аңлатыла. Әбйәлил районының Өскүл ауылы һылыуы, табип-нарколог Гөлгөнә Ғәйнуллина ла халҡыбыҙҙың традицион эсемлеген даими ҡулланыуҙы хуплай. Әсәһе Мөбинә апай бер ҡасан да буҙанан өҙөлмәй. Был шифалы эсемлекте әҙерләр өсөн ағас күнәктәрен Биҙгенде йылғаһына төшөрөп бүрттереп алыр булған. Ағас һауыт та буҙаның тәмен байыта. Буҙаны оҫта ҡойғанға, ҡәйнәһенең яратҡан килене була ул, ҡыҙы Гөлгөнә лә әсәһенән был таҫыллыҡҡа өйрәнеп ҡала. Артабан башҡорт йәмәғәтселеге араһында буҙаны танытып, таратып, уны ҡойоу компанияһын йәйелдереп ебәрә. Унан милли эсемлекте бешереүҙең боронғо ысулы, уның файҙаһы хаҡында ишетеп, 25 йыл элек мин дә дәртләнеп буҙа ҡойорға тотондом. Тағы шуныһын әйтергә кәрәк: был эшкә яҡшы кәйеф менән тотонғанда ғына буҙа тәмле була.
Әбйәлилдәрсә буҙа рецебын журналдың 6-сы (2023) һанында уҡығыҙ.