Билдәле булыуынса, борон-борондан 22 декабрь – йылдың иң ҡыҫҡа көнөнән һуң яңынан ҡояш тыуа, ә ҡояш менән Яңы йыл килә тип иҫәпләнә. Әйткәндәй, ошо йоланы тотҡан Алтай төркиҙәре әле Европа халыҡтары дин ҡабул итмәгән саҡта уҡ быға иғтибар иткән.
Европа илдәрендә Яңы йыл 24 декабрҙә билдәләнә, тиһәм, аптырамағыҙ, уны бында «Ваноце» йәки «яңырыу көнө» тип атайҙар. Европалылар – католиктар. Йолаға ярашлы католиктар Ваноцеға ноябрь айында уҡ әҙерләнә башлай: йорттар, фатирҙар, урам буйҙары, магазиндар, мәктәптәр сәскәләр ҡушылған ылыҫлы ағас ботаҡтары менән биҙәлә. Ылыҫлы ағас йорт эйәләрен яңы йылда бәлә-ҡазанан һаҡлаһын өсөн һәр хужа уны мотлаҡ рәүештә үҙе йәшәгән өй ишегенә лә элеп ҡуя. Шулай уҡ һәр ҡала, ауыл, ҡасабаның төп майҙанына Ғайса пәйғәмбәрҙең (Иисус Христос) тыуыуына арналған, уның әсәһе Изге Мәрйәм, уларҙы уратып алған изге кешеләр һынландырылған макеттар ҡуйыла. Әйткәндәй, Ғайса пәйғәмбәргә тиклем үк католиктар Алланы аҡ һарыҡ һынында күҙ алдына килтергән – шуға «бетлем» тип аталған был композицияла уларҙың аҡ һыны өҫтөнлөк итә. Ҡөрьән-Кәримдә лә Аҡ һарыҡ Аллаһ Тәғәлә тарафынан ҡорбан өсөн тәғәйенләнгән хайуан иҫәпләнә, тиелгән.
Европа католиктарында Яңы йылдың 24 декабрҙә тыуыуы дини байрам булараҡ билдәләнә, сөнки был көндө ҡаҙаҡҡа ҡағылған Ғайса пәйғәмбәр яңынан терелеп күккә ашҡан. Шуға ҡырҡ көн дауамында халыҡ бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, бүләктәр бирешә, иҫерткес эсемлектәр эсеү, ит ашау тыйыла, уның ҡарауы балыҡ, картуф, емеш-еләккә өҫтөнлөк бирелә. Йола буйынса был көндө картуф турамаһы, ҡуҙаҡлыларҙан бешерелгән шыйыҡ майһыҙ аш, балыҡ менән һыйланалар.
Байрам өс көн дауам итә. Тәүге көндө мәрхүмдәрҙе иҫкә алалар: зыяратта әруахтар рухына арнап май шәм яндыралар, ҡәбер өҫтөнә ылыҫ ботаҡтары менән аралаштырып эшләнгән икебана ултырталар. Икебананы, май шәмдәрен зыярат ишеге төбөндә үк һатып алырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, Европа зыяраттарын беҙҙекеләр менән сағыштырып булмай – уларҙыҡы асыҡ һауа аҫтындағы музейҙы хәтерләтә, бөтә ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә, ҡәбер өҫтәрендә иҫ киткес матур сәскәләр һәм көндөҙөн дә, төнөн дә май шәмдәр яна. Иҫке сәскәләр сүп-сар өсөн ҡуйылған махсус бактарға ташлана, һыу кәрәкһә, бушлай махсус крандарҙан ағыҙып алаһың. Европала һыу бик ҡиммәт тора.
Европала ҡыштар йылы булғанға күрә, Яңы йыл байрамдары ҡарһыҙ уҙа, Рәсәйҙәге төҫлө боҙҙан эшләнгән төрлө әкиәт персонаждары ла ҡуйылмай. Ә ҡар, барыбер, һағындыра, әлбиттә... Ә бына беҙҙә байрам ителгән Яңы йыл төнөн Европала Сильвестр тип йөрөтәләр. Был һүҙ изге рухани исеменән алынған, күреүегеҙсә, 31 декабрь төнө лә католиктарҙың дини йолаларына бәйләнгән. Шулай ҙа был байрамға европалылар артыҡ ҙур иғтибар бирмәй, ҙур сығымдар ҙа түкмәй. Уны символик рәүештә билдәләйҙәр: өҫтәлгә шампан, һыра йәки виноград шарабы ҡуйыла. Кемдер торт, емеш-еләк ултырта, ҡәһүә, кофола, йәшел сәй тәҡдим ителә. Беҙҙәге кеүек оҙон тостар әйтелмәй, күп эсмәйҙәр, ғәҙәттә, тәүге бокалды ғына һаулыҡ, бәхет өсөн күтәрәләр. Шулай уҡ Европала беҙҙәге кеүек оҙон каникулдар ҙа юҡ – 1 ғинуарҙа халыҡ эшкә сыға.
Юғарыла әйтелгәндәр Европаның бөтә дәүләттәре өсөн дә уртаҡ булһа, һәр халыҡтың үҙенә генә хас йолалары ла бар. Чехтар, немецтар, мәҫәлән, 24 – 26 декабрь көндәрендә бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә, туғандары менән осраша, бүләк бирешә. Чехтар табынға мотлаҡ рәүештә аш һеркәһе ҡушып әҙерләнгән картуф турамаһы, төрлө-төрлө перәниктәр, томаланған балыҡ ҡуя, яҫмыҡ (чечевица) менән картуфтан еңелсә аш бешерә. Майлы, ауыр ризыҡтар ашалмай, уның ҡарауы, байрамдың ҡалған көндәрендә йәнең теләгән тәғәмде ауыҙ итергә мөмкин. Чехтар ҙа, немецтар ҙа табынға милли аштар әҙерләй, шулар араһында кнедликтар уларҙың иң яратҡан ризығы иҫәпләнә. Кнедлик алдынан «Бехеровка» тип аталған йөҙ дарыу үләненән әҙерләнгән бәлзәм эселә. Чехияла, ғөмүмән, кнедлик әҙерләй белмәгән бер кеше лә юҡтыр, моғайын, һәм уның тиҫтәләгән төрө бар: иттән, эремсектән, картуфтан, ҡаймаҡтан, сырҙан, йәшелсә-емештәрҙән әҙерләнгәндәре… – һәр береһенең тик үҙ рецебы бар. Әгәр Яңы йыл табынына кемдер кнедликтар эшләргә теләй икән, рәхим итегеҙ, был хаҡта журналда яҙылғайны инде. Был юлы бухточкалар рецебын рәхәтләнеп тәҡдим итәм!
Бының өсөн кәстрүлдә ике стакан һөт йылытығыҙ ҙа уға иретелгән йөҙ грамм аҡ май йәки маргарин, ярты балғалаҡ тоҙ, бер ҡалаҡ шәкәр, егерме грамм әсетке (дрожжи), бер ҡап ваниль, самалап он һалығыҙ һәм төйөрө бөткәнгә, ҡамырығыҙ һуҙылғанға саҡлы яҡшылап болғатығыҙ. Унан йылы урынға ҡабартырға ҡуйығыҙ, күпергән ҡамырҙы өс тапҡыр яңынан баҫып алырға онотмағыҙ. Ул мамыҡ кеүек йомшаҡ ҡына буласаҡ. Әҙер ҡамырҙы бәләкәй генә өлөштәргә бүлеп, эсенә шәкәрле-ҡаймаҡлы эремсек, повидло йәки емеш-еләк (иретелгән ҡурай еләге, ер еләге, төшө алынған сейә, ҡарағат, шәкәр менән буталған ҡырылған алма) һалырға мөмкин. Шунан мөйөштәрен йәбештерәһең дә, түңәрәк йәки оҙонсараҡ форма биреп, май һөртөлгән табаға теҙәһең. Бер бухточканың эргәһенә икенсеһен һалыр алдынан йәбешмәһен өсөн ситтәрен майлайһың. Бухточкаларҙың барыһын да урынлаштырып, өҫтөн майлайбыҙ һәм ун-ун биш минутҡа ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр бер аҙ күтәрелгәс, 200 – 250 градустағы духовкаға тығабыҙ. Мин электр энергияһы менән йылытылғанын күҙ алдында тотам. Һәр хужабикә үҙ мейесенең үҙенсәлеген белә, шуға бухточкаларҙың йөҙө килгәнме, юҡмы икәнлеген ҡарап торорға кәңәш итәм.
Бухточкалар әҙер булғас, эҫеләй генә өҫтөн ҡабаттан майлайбыҙ ҙа шәкәр онтағы һибәбеҙ. Сәйегеҙ тәмле булһын!
Миңә Чехияла ғына түгел, Германияла ла Баден-Вюртембург немецтарында ҡунаҡта булырға тура килгәне бар. Немецтарҙың байрам табынына ҡуйыла торған иң сағыу милли ризығы – тиҫтәләгән төрлө перәник-печеньелар һәм картуф турамаһылыр, моғайын. Әйткәндәй, перәник-печеньеларҙы тәү башлап немецтар уйлап тапҡан, шуға уларҙа борондан килгән оҫталыҡтары өҫтөнлөк ала. Тәмлекәстәрҙең ниндәйе генә юҡ, айырыуса Яңы йыл табынына әҙерләнгән перәник-печеньелары төрлө формала һәм төрлө рецепт буйынса әҙерләнеүе менән һоҡландыра. Был хужабикәнең оҫталығына ла бәйле, әлбиттә. Шулай ҙа мине Германияла немецтарҙың бер ҡыҙыҡ йолаһы хайран итә – ни эшләйһең, күпме халыҡ бар, шунса йола һаҡлана. Немецтарҙа Яңы йыл байрамын ҡаршыларға тура килһә, һеҙ башта хужаларҙың шыршыһын маҡтағыҙ. Шунда уҡ үҙегеҙгә шнапс ҡойоп бирәсәктәр! Әйткәндәй, шнапсты ла немецтар уйлап тапҡан, Яңы йыл табыны уларҙа бер ваҡытта ла шнапсһыҙ уҙмай.
...Бына сәғәт уҡтары 12-гә яҡынлаша... Уға тиклем биш минут алда һәр ҡунаҡҡа берәр шешә шнапс таратыла. Шешә тигәс тә, ул бармаҡ буйы ҙурлығындағы эсенә бер йотомлоҡ ҡына эсемлек һыйған һауыт инде. Табындағылар барыһы бергә тороп баҫа ла, әлеге шешәләре менән поезда китеп барған төҫлө бер тактта тауыш сығарып, өҫтәлде шаҡылдата башлай. Йәнәһе лә, иҫке йыл ҡабаланып уҙып бара, ә уның артынан Яңы йыл килә. Яйлап башланған был шаҡылдау көсәйә барып, сәғәт ун икене һуҡҡанда ғына һәр кеше үҙ шешәһен тиҙ генә аса һалып, бер тынала эсеп ҡуя! Әгәр өлгөрөп эсемлекте бер тынала төп күтәреп ҡуйһаң, Яңы йылда бәхет көтә тип иҫәпләнә, ә бүлеп эсеү насарға юрала. Йәнә лә тост әйтелмәй. Прагматик немецтар тик бер генә һүҙ: «Прозит!» – тиешә. Йәғни, иҫәнлеккә-һаулыҡҡа, таҙалыҡҡа-байлыҡҡа!