Раушания Лоҡманова Иглин районы Таутөмән ауылында тыуған. Әсәһе Рима апай – оҙаҡ йылдар аҙыҡ-түлек магазинында һатыусы, атаһы Флүр ағай тимер юл вагондары ҡарауылсыһы булып эшләй. Һуңғараҡ уңған, эшһөйәр ғаилә үҙ кибетен аса. Тыуған ауылындағы 74-се мәктәп янындағы балалар сәнғәт мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙы ижад серҙәренә талантлы педагог, рәсем дәресе уҡытыусыһы Ольга Серебренникова төшөндөрә. Ольга Владимировна – макраме, яулыҡҡа биҙәк һалыу, кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре алып барған һәм бик күп ижади күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан билдәле рәссам.
Ауылда үҫкән бала саҡтың зәңгәр хыялдары офоҡ иңләһә лә, көндәре ғәмәлдә хужалыҡ эштәре, атай-әсәйгә ярҙам итеү менән үтә. Апаһы, ағаһынан һуң тыуған кинйәбикә лә ҡәҙерлеләренең төп ярҙамсыһы була. 9-сы синыфты бөткәс, Раушания һылыу, татлы хыялдарын күңел сөңгөлөнә йәшереп, атаһының кәңәше буйынса, һәр саҡ кәрәкле һөнәргә – бухгалтерлыҡҡа уҡый. Башта Өфө финанс-иҡтисад колледжында белем ала, һуңынан Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисад институтын тамамлай. Страховкалау компанияһында баш бухгалтер булып эшләгәндән һуң, ғаиләһе менән Екатеринбург, Мәскәү ҡалаларында шәхси эштәрен – балалар уйын майҙансыҡтары асалар. Йәне гел дә ижадҡа тартылған ҡыҙ баш ҡалала ла күңел йәйғорон балҡытырға тырыша: «Үҙеңде тап» художество студияһында һынлы сәнғәт буйынса уҡый, төрлө оҫталыҡ дәрестәре үтә.
«Был тормошта бөтә нәмә лә матди байлыҡҡа бәйләнмәгәнен тормош һынауҙары үткәс кенә аңланым. Һәр кеше өсөн, ә ижадсыға бигерәк тә, иң мөһиме – рухи үҫеш, үҙ асылыңды табыу. Атайымдың хыялын тормошҡа ашырам тип, хисапсы һөнәрен һайлаһам да, яҙмыш еле мине кире ижад ҡиблама йүнәлтте. Мәскәүҙән күсеп ҡайтҡас, Өфө ҡунаҡханаһында туҡталдым һәм шунда иҫ киткес картиналарға юлыҡтым. Ул мөғжизәүи эштәр минең эске халәтемә, күңел торошома шул тиклем ныҡ тәьҫир итте! Үҙемдең йән игеҙәгемде тапҡандай булдым, сөнки быға тиклем йыш ҡына яңғыҙлыҡ тойғоһона сорнала инем», – тип күңел серҙәре менән бүлешә һылыуҡай.
Раушанияны таң ҡалдырған һүрәттәрҙең авторы уның аҙашы, исеме киң билдәле, талантлы рәссам Раушания Бәҙретдинова булып сыға. Ҡыҙ уның социаль селтәрҙәге сәхифәһенә яҙыла һәм бер көндө ижадсының: «Яныма ярҙамсылар эҙләйем», тигән иғланына юлыға. Ысынлап та, тормошта бер нәмә лә осраҡлы булмай: матурлыҡҡа, ижадҡа ғашиҡ йәндәрҙең юлдары киҫешеүе күктәр тарафынан яҙылып ҡуйылғандыр, моғайын. Береһе – талантлы һөнәрсе, икенсеһе оҫта өйрәнсек булған ике ижадсынан уңышлы тандем барлыҡҡа килә: бергәләп «Rusha» ижадсылар оҫтаханаһын асалар. Остазының ысын мәғәнәһендә уң ҡулы булған һәләтле һылыу унда директор булараҡ ойоштороу эштәрен дә алып бара, балаларға мөғжизәүи ижад донъяһына тәүге аҙымдар яһарға өйрәтеүсе, ҡылҡәләм серҙәренә төшөндөрөүсе рәссам-уҡытыусы ла була. «Rusha» ижадсылар оҫтаханаһында кейемгә һүрәт төшөрөү, көршәк әүәләү, монотипия, һыуҙа һүрәт төшөрөү (ЭБРУ) кеүек йүнәлештәр бар. «Был алым – ҡулына ғүмерҙә лә ҡылҡәләм тотмаған кешеләр өсөн уңайлы техника. Һүрәт төшөрә белмәйем, тигәндәр ҙә ошо ысул ярҙамында иҫ киткес картина яһай ала. Махсус буяуҙар булмағанда хатта ҡәһүәнән дә шедевр тыуҙырырға мөмкин», – тип беҙ белмәгән ижад серҙәре менән бүлешә рәссам. Шул уҡ ваҡытта «Rusha» ижадсылар оҫтаханаһын – ҡатын-ҡыҙҙың күңелен имләүсе утрау, тиергә лә мөмкин. Бында килеүселәр йога, арт-терапия үтә, хәйриә оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, хәҙерге көндә киң таралған метафора карталары менән эшләй, үҙҙәрен борсоған һорауҙарға психолог кәңәшен ала.
Рәссамдарҙың йөрәк серен асыу уйы менән, картина нисек ижад ителә, тип әңгәмәсемдең уйсан йөҙөнә бағам. «Ижад итеү – минең өсөн медитация кеүек ул, һин Юғары көс менән илаһи бәйләнешкә инәһең дә, уның сихри тулҡындарында тирбәлеп, асмандарға ашаһың. Гүйә, һин түгел, ә һинең ҡулың менән Аллаһ Тәғәлә үҙе аҡ ҡағыҙға биҙәк һала. Тәбиғәткә сыҡһам, күңел осошо кисерәм, үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙ – ожмахтай. Мәскәүҙән ҡайтыуым да тыуған яғыма, атай-әсәйемә яҡыныраҡ булырға теләүҙән, уларҙы һағыныуҙан. Йылдар үткән һайын иң ҡәҙерле төшөнсәләр йөрәккә нығыраҡ яҡын. Тик «бишле» билдәләренә генә уҡыған һәм спортта ла ҙур еңеүҙәргә өлгәшкән улым – тормошом мәғәнәһе, ғорурлығым», – ти Раушания.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2023) һанында уҡығыҙ.