-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ижад сере – илһамда

«Йәшерәк ваҡытта «Башҡортостан ҡыҙы»на шиғырҙарға иллюстра­циялар төшөргәйнем. Мин бит «Йәшлек» гәзитендә рәссам булып эшләнем», – тип шатланып һорауҙарға яуап бирергә ризалыҡ белдерҙе Мәскәү ҡалаһында йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, сығышы менән Учалы районынан булған Зифа Сисәнбай ҡыҙы Толомбаева. Мәскәү милләттәр йортонда уның шәхси күргәҙмәһе үтте. Зифа Сисәнбай ҡыҙы ғүмер буйына педагог булып хеҙмәт иткән. 2009 йылда ул «Өфө ҡалаһы үҫмерҙәр клубының иң яҡшы педагогы» исемен ала, шул уҡ йылда «Дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһенең иң яҡшы белгесе» номинацияһында дәүләт йәштәр сәйәсәте өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталығы конкурсының республика этабында 2-се дәрәжә лауреаты була. 2016 йылдан Мәскәүҙә йәшәй. «А.П. Гайдар исемендәге балалар һәм йәштәр ижады һарайы»нда педагог булып эшләй. Сәнғәт фәне өлкәһендәге уҡытыусылар ассоциацияһы ағзаһы.

Ижад сере – илһамда
Ижад сере – илһамда

– Картиналар ҡайһы ваҡытта тыуа? Уларҙы яҙыр өсөн илһам кәрәкме?
– Илһам ваҡытты һорап тормай, килһә килә лә ҡуя. Барыһы ла йөрәк аша үтә. Уҡылған китап, тыңланған йыр, ҡаралған бейеүҙән алып донъя ваҡиғаларына тиклем. Нимәлер шунда уҡ киндергә йәки ҡағыҙға ята, нимәлер оҙаҡ «тыуа». Картинаның барлыҡҡа килеү ваҡытын аңлау һәм тотоу ауыр. Ҡайһы берҙә заказ алаһың, нимә төшөрөргә кәрәклеген дә беләһең, илһам килмәй. Бер мәлдә ул көтмәгәндә ябырыла һәм эште тиҙ арала тамамлап та ҡуяһың. Был, моғайын, ижадтың серелер.
– Остаздарығыҙ тип кемдәрҙе һанайһығыҙ?
– Һынлы сәнғәт өлкәһендә иғтибарымды һәм ихтирамымды яулаған абруйлы кешеләр бихисап. Сәнғәт тарихында иҫ киткес оҫталар билдәле, уларҙың ижады миңә өлгө булып тора. Климт стилизацияһы, Фешин һүрәт төшөрөү оҫталығы, Дейнека композиция төҙөклөгө, Репин художестволы белем биреүҙе реформалау, Моне атмосфераһы, Малявин экспрессияһы, Врубель «Жемчужина»һы, Кандинский төҫтәрҙең холҡон биреүе, Чижиков бала саҡтағы яратҡан журналым «Мурзилка»лағы иллюстрациялары, Дәүләткилдеев һәм Имашев тәүге булыуҙары, Ситдиҡова милли оригиналлеге менән әһәмиәтле. Был хаҡта һөйләүҙе тағы әллә күпме дауам итергә була.
– Геройҙарығыҙ кемдәр?
– Халыҡ сәнғәтен яратам. Шуға күрә минең картиналарымда геройҙарым – халыҡ музыканттары, бейеүселәр, оҫталар, әкиәт персонаждары. Бынан тыш, тәбиғәтте төрлө хәлдәрҙә, натюрморттарҙа һүрәтләргә яратам. Ҡайһы берҙә ниндәйҙер образдар, йышыраҡ культ архитектураһы аша мәңгелек мәсьәләләрҙе аңларға тырышам.
– Ижадығыҙҙа милли мотивтарҙы махсус ҡулланаһығыҙмы? Уларҙың өҫтөнлөк итеүе нимәнән килә?
– Әйткәндәй, халыҡ сәнғәтенең бөтә төрҙәрен дә, милләткә ҡарамай, яратам. Һәр халыҡтың үҙенсәлекле һоҡланғыс мәҙәниәте бар. Хәҙер «Рәсәйҙең халыҡ орнаменттары» проекты өҫтөндә эшләйем. Илебеҙҙең бай булыуына ғәжәпләнәм. Биҙәктәрҙең күплегенән, сағыулығынан арбалам! Кешеләребеҙ шундай матур. Ә проект тап ошоларҙы һүрәтләүҙән башлана. Ата-бабаларымдың сәнғәтенә ғашиҡмын. Башҡорт халыҡ ижадының байлығына һәм тәрәнлегенә һоҡланам. Башҡорт халҡының мәҙәниәтенә, тарихына арналған картиналар ҙа яҙа алырмын, тип ниәт итәм.
– Ниндәй хыялдарығыҙ бар?
– Ғөмүмән алғанда, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйем. Ер шары буйлап иркен сәйәхәт итеү, бөтә илдәрҙең матурлығын танып белеү, уны үҙеңдең картиналарыңда һүрәтләү өсөн дә был бик мөһим. Әгәр ҙә шәхсән теләкте әйтһәк, үҙем өсөн оҫтахана асырлыҡ дача булдырырға теләйем. Ҡунаҡҡа ҡыҙыҡлы кешеләрҙе саҡырырға ла яйлы булыр ине.
– Мәскәүгә күскәнегеҙгә үкенмәйһегеҙме?
– Мәскәү – мөмкинлектәр ҡалаһы. Шәхсән минең өсөн баш ҡала бөтә мөмкинлектәремә юл асты, һәләтем менән мин уға кәрәкле булып сыҡтым. Ул мине ҡосағына һыйындырып ҡына ҡалманы, һөнәри оҫталығымды арттырыуға булышлыҡ итте, ҡаҙаныштарымды таныны һәм яңы ҡыҙыҡлы осрашыуҙар һәм таныштар бүләк итте. Был ҡаланы мин яратып киттем. Минең ҡалам ул. Беләм, Мәскәү барыһына ла үҙ була алмай.
– Ижад әсә, ир ҡатыны булыуға ҡамасауламанымы?
– Сәнғәттә яңы ғына асыла башланым. Балалар бәләкәй саҡта, әлбиттә, картиналар эшләүгә тулы-һынса бирелеү ауыр була. Хәҙер ҡыҙым һәм улым үҫте, үҙ аллы юлға аяҡ баҫтылар һәм мин, һис икелән­мәйенсә, башкөллө сәнғәткә сумдым. Тормош иптәшем мине аңлай һәм был йүнәлештә ихлас ярҙам итә.
– «Башҡортостан ҡыҙы» уҡыусыларына теләктәрегеҙ...
– Ауыр ваҡытта йәшәйбеҙ. Замандаштарыбыҙға байтаҡ һынау аша үтергә тура килә. Кеше булып ҡалыуығыҙҙы, кешелек дәрәжәһен юғалтмауығыҙҙы теләйем. Аңлайым, ҡайһы ваҡыт бик ҡыйын хәлдәр кисерәбеҙ. Әммә таяныс нөктәһен табырға кәрәк. Иң мөһиме – үҙ-үҙеңде йәлләү менән шөғөлләнергә ярамай, киреһенсә, кешеләргә файҙа килтергән эштәргә күсеү лазым. Үҙ белемең һәм тәжрибәң менән уртаҡлашырға, яңыларын өйрә­нергә, әйләнә-тирәңдә ыңғай хистәр тыуҙырырға, мохтаждарға ярҙам итергә. Әйҙәгеҙ, татыу һәм берҙәм йәшәйек!

Ижад сере – илһамда
Ижад сере – илһамда
Ижад сере – илһамда
Ижад сере – илһамда
Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: