+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бер туғандар ижады

Айгөл менән Әлиә Байрамғоловалар – апалы-һеңлеле бер туған ике тынғыһыҙ ижадсы. Талантлы ҡыҙҙарҙың атаһы Азамат Һиҙиәт улының – танылған рәссам, әсәһе Нилә Ильяс ҡыҙының Башҡортостандың халыҡ артисткаһы икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алһаҡ, тулайым бер ижади ғаилә килеп сыға. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәне ошолор. Айгөл – Рәсәй Рәссамдар берлеге, Юнеско ҡарамағындағы Халыҡ-ара рәссамдар федерацияһы ағзаһы. Бөгөнгө көндә кино өлкәһендә эшләй, Булат Йосоповтың – «Визит», «13 раунд», «Шағир көндәлеге», Айнур Асҡаровтың «Өс таған», «Өфөнән мөхәббәт менән», «Йыл ғаиләһе» фильмдары рәссамы, Рим Шәрәфет­динов менән «Урал һәм Шүлгән мажаралары» анимация-йәнһүрәттең ҡуйыусы рәссамы. Әлиә – Өфө сәнғәт училищеһы педагогы, бик күп тамашаларҙың, атап әйткәндә, режиссер Азат Нәҙерғоловтың Сибайҙа ҡуйылған – «Тере ер», «Башмағым», Байрас Ибраһимовтың Миңзәлә ҡалаһында барған – «Ҡыҙ урлау», Азат Йыһаншиндың «Нур» татар дәүләт театрында сәхнәләштерелгән – «Ғәлиәбаныу» һәм башҡа спектаклдәрҙең, үрҙә әйтелгән фильмдарҙың костюмдар рәссамы. «Шағир көндәлеге» фильмында ла улар берлектә ижад итә.

Бер туғандар ижады
Бер туғандар ижады

– Айгөл, Әлиә, һеҙҙең кемегеҙ апай?
– Айгөл – апай, Әлиә – һеңле. Ғәҙәттә, беҙ кино сәнғәтендә күп проекттарҙы бергә эшләйбеҙ. Башлыса мин – ҡуйыусы рәссам, ә Әлиә – костюмдар буйынса рәссам. Һынлы сәнғәттә иһә һәр кемдең үҙ юлы, үҙ йөҙө бар.
– Үҙегеҙҙең ижад юлығыҙҙы нисек билдәләнегеҙ?
– Бала саҡтан һүрәт төшөрөргә яраттыҡ. Айгөл апайымдан гел өлгө алып, унан ҡалышмаҫҡа тырыштым. Ул БДПУ-ның художество-графика факультетына уҡырға инде, мин ул ваҡытта өсөнсө класта белем ала инем. Һигеҙе­нсене тамамлағас, Өфө сәнғәт училище­һын һайланым. Һуңынан Айгөл апайым Мәскәүгә Бөтә Союз кинематография институтына юлланды, ә мин Өфө дәүләт сәнғәт институтына индем. Һәр кем ижадҡа үҙ юлы менән килде. Әле лә бер-беребеҙҙе ҡабатламайбыҙ.
– Һынлы сәнғәттә лә, кинола ла, анимацияла ла, театрҙа ла көс түгеп, педагогик эшмәкәрлек тә алып бараһығыҙ. Нисек өлгөрәһегеҙ? Күңелегеҙгә ҡайһы өлкә яҡыныраҡ?
– Өлгөрөргә тырышабыҙ. Ҡайһы ваҡытта бер проект өҫтөнә икенсеһе өҫтәлә. Нисектер тормоштоң ошондай ритмына өйрәнгәнбеҙ. Мин – тәү сиратта рәссам-графист. Күп ваҡытым анимация һәм кино өлкәһенә бағышланған. Иллюстрациялар ҙа төшөрәм. Әлиә иһә һынлы сәнғәттә үҙ урынын тапты, һөнәре лә студенттарға белем биреүгә бәйле – Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. Әммә, фекерем буйынса, һеңлемдең һәләте киноға, театр тамашаларына костюмдар эшләгән ваҡытта айырыуса сағыуыраҡ асыла. Был тәңгәлдә ул – үҙен ысын оҫта итеп күрһәтеп өлгөргән талантлы рәссам.
– Башлыса һеҙҙең кеүек күп яҡлы белгестәр һирәк. Кинола һәм анимацияла ҡуйыусы рәссамдың эше нимәнән ғибәрәт?
– Кинола рәссамдың төп эше, образлы әйткәндә, актерҙар уйнаған тормошта матди донъя тыуҙырыу. Йәғни киноның һәр эпизодында, ҡулға алынған һауыттан башлап тәҙрәләге пәрҙәләр, өйҙәге интерьер, натураны һайлап алыу, тыштағы транспортҡа тиклем – барыһы ла ҡуйыусы рәссамдың эше. Икенсе төрлө билдәләгәндә, фильм режиссеры – бөтә тереклек өсөн, ә рәссам бөтә тере булмаған әйберҙәр өсөн яуаплы. Кинола эшләү бик мауыҡтырғыс. Төрлө йылдарҙағы көнкүреште өйрәнеү, кейем-һалымды, кешенең ҡулланған әйберҙәрен һайлап алыу бурысы ҡуйыла. Нисек йәшәгәндәр, нимә кейгәндәр, нимә ашағандар, уларҙы нимә уратып алған – барыһы ла оло әһәмиәткә эйә. Рәссам һәм уның департаменты режиссер талап иткән, актерҙар уйнаясаҡ донъяны шулай ентекләп ҡора.
– Әлиәнең эшен бер нисә спектаклдә күрергә тура килде. Һәр постановкаға костюмдар эскизын уйлап табыу өсөн дә күп уҡырға, тарихты белергә кәрәктер ул?
– Һәр проектҡа әҙерләнеү үҙе үк ижадсынан күп көсөргәнешлек талап итә. Ә бында иһә бөтә материалды ентекле тикшереү, моданың тарихи һәм стиль үҙенсәлеген билдәләү маҡсаты тора. Быларҙың барыһы ла китаптан, интернеттан һәм музейҙарҙан өйрәнелә.
– Ә ижади күргәҙмәләр ойоштораһығыҙмы?
– Ваҡытыбыҙ булғанда һынлы сәнғәт һәм графика менән шөғөлләнәбеҙ. Мин күп тапҡыр Алабуғала, Ҡытайҙа халыҡ-ара арт-симпозиумдарҙа ҡатнаштым. Элегерәк, кино төшөрөүгә йәлеп ителмәгән саҡта, эштәребеҙ халыҡ-ара, Рәсәй кимәлендәге, республика һәм ҡала күргәҙмәләрендә лә ҡуйыла торғайны.
– Өфөнөң ижади мөхите, кино, театр сәнғәте яңы мөмкинлектәр табырға, ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға ярҙам итәлер...
– Һис шикһеҙ, кино һәм театр өлкәһе ҡыҙыҡлы кешеләр менән таныштырҙы, яңы ижади офоҡтар һәм хатта иҫтәлекле урындар асты. Төшөрөү барышы өсөн урынды билдәләү ҙә ҙур мәғәнәгә эйә: бығаса экранда йә сәхнәлә, китапта, картинала булмаған өр-яңы донъяны тыуҙырыуға бәрәбәр бит ул.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: