-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ябайлыҡта – Мөғжизә

Һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләгән киләһе героинябыҙ менән таныш булайыҡ. Өфө ҡыҙы Гөлназ Ғиләжетдинова – ижади ғаиләнән, аныҡлабыраҡ әйткәндә, рәссамдар династияһынан. Гөлназдың атаһы Салауат Ғиләжетдинов – был өлкәлә билдәле кеше, эштәре менән ул федераль каналдың «Фатир мәсьәләһе» тапшырыуында ла ҡатнашҡаны бар. Ағаһы Азамат та һынлы сәнғәт йүнәлешендә уңышлы ижад итә.

Ябайлыҡта – Мөғжизә
Ябайлыҡта – Мөғжизә

Гөлназ Ғиләжетдинова Өфө сәнғәт училищеһын, унан Санкт-Петербургтың Александр Штиглиц исемендәге художество-сәнғәт академияһын тамамлаған. Рәссам үҙен һынлы сәнғәттең төрлө жанрҙарында һынарға ярата.
«Ҡайһы бер ижадсылар үҙҙәрен портрет оҫтаһы, натуранан эшләүсе, графист, скульптор, акварелист тип һанай. Мин үҙемә сик ҡуймайым. Ижад иткәндә, жанр тураһында уйламайым. Башлыса, нимә ҡыҙыҡһындыра, шуның менән генә шөғөлләнәм. Иң мөһиме – эштәрем кешеләргә оҡшаһын һәм миңә артабан ижад итергә илһам бирһен. Бөгөн һынлы сәнғәт ҡыҙыҡтыра, ә иртәгә мозаика менән мауығып китеүем ихтимал», – тип башланы әңгәмәне Гөлназ.
Санкт-Петербург академияһында уҡығанында йәш рәссам эмаль техникаһы менән шөғөлләнә башлай. Сәнғәттең был төрөн студенттар, ғәҙәттә, 5-се курста өйрәнә. Гөлназ әйтеүенсә, үтә мауыҡтырғыс шөғөл ул. «Эмаль бик бәләкәй күләмдә булһа ла, уның тылсымы бар. Был материал ут ярҙамында ҡойола. Уның нисек килеп сығыуы ижадсының оҫталығынан, фантазияһынан тора. Атайым менән икебеҙ ҙә ошо шөғөлдө үҙ иттек. Һуңғараҡ Азамат ағайым да ҡушылды. Әйткәндәй, ағайым, минән күреп, Санкт-Петербург академияһына уҡырға инде. Бөгөн ул тимер эшкәртеү кафедраһында белем ала», – ти.
«Ә теманы нисек һайлайһығыҙ, нимә һеҙгә илһам бирә?» – тигән һорауыма, ул: «Илһамды тыуған ерем тәбиғәтенән, ҡәҙимге йәшәйештән алам. Бөтә эштәремдә лә тиерлек ауыл күренештәре, бала саҡтан ҡалған иҫтәлекле урындар, өләсәй, олатайҙар хаҡында хәтирәләр урын алған. Быларҙың барыһы ла бер кәрзингә һалынған алһыу алмалар кеүек. Тема һәм композиция сиселештәрен бөгөнгө көн үҙе асыҡ сағылдыра. Бының өсөн иғтибарлыраҡ булыу һәм ябай ғына әйберҙәрҙе күрә белеү мөһим».
Ысынлап та, Гөлназ үҙ эштәрендә ябай кеше әллә ни иғтибар бирмәгән әйберҙәргә лә баҫым яһай. Мәҫәлән, ихаталағы һынған һәнәк, ҡойма, бесән күбәһе һәм башҡа ҡыҙыҡлы темалар өҫтөнлөк итә. Уның ижади оҫтаханаһында ауыл тематикаһына арналған һүрәттәр бихисап. Эштәрендә майлы буяу ҡуллана. Шулай уҡ акрил буяуҙы ла яратып файҙалана. Ижадын күрһәтер өсөн күргәҙмәләр ойоштора, әммә уларға айырым әҙерләнмәй, барыһын да мөмкинлегенә ҡарап ҡора. Мозаика, эмаль эштәренә ваҡытын йәлләмәй. Һынлы сәнғәт мәктәбендә эшләгәс, ижадҡа иғтибар етмәйерәк кеүек. Шуға күрә уға һәр көнөн билдәле бер тәртипкә һалып ойошторорға тура килә.
Ғаиләләрен «ижади берлек» тип атарға мөмкин. Өсөһө лә – һәләтле, тырыш ижадсы. «Идеялар авторы – атайым, ә беҙ – ниәттәрен тормошҡа ашырыусы, үҫтереүсе. Берҙәмлек уңышлы ижад емеше бирә. Ошоноң һөҙөмтәһе булып, атайымдың юбилейына «Бишек» тигән күргәҙмә тыуҙы. Ағайым менән берлектәге күргәҙмәне Алабуға дәүләт музей-ҡурсаулы­ғында ойошторҙоҡ. Унда беҙ һынлы сәнғәт төрөнә ҡараған һоҡланғыс йүнәлештәрҙе: картина, туҡыма, графика, скульптура, арт-объект, ҡайнар эмаль һәм авторлыҡ техникаһында башҡарылған күп төрлө әйберҙәрҙе тәҡдим иттек. Был бик һөйөнөслө ваҡиға ине.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 4-се (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: