-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәссам оҫтаханаһында
19 Апрель 2022, 14:10

Мөғжизәле һүрәттәр донъяһында

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаровтың оҫта ҡулдары тыуҙырған үҙенсәлекле һүрәттәр, картиналар бөгөн Башҡортостан, Рәсәй кимәлендә генә түгел, хатта сит ил кешеләрендә лә ҡыҙыҡһыныу уята. 3D форматында биҙәлгән иҙән, диуар янында үҙең дә һиҙмәҫтән баҙап, туҡтап ҡалаһың, күңелдә кеше ҡулдарының тылсымлы ҡөҙрәтенә һоҡланыу ҙа, ғәжәпләнеү ҙә уяна.

Мөғжизәле һүрәттәр донъяһында
Мөғжизәле һүрәттәр донъяһында

Марат Алсынбай улы Баймаҡ һәм Бөрйән райондары сигендә урынлашҡан ғәжәйеп матур тәбиғәтле Бетерә ауылында тыуған. «Бала саҡтан тыуған төйәгемдең кеше ҡулдары теймәгән сафлығына, хозурлығына һоҡланып үҫтем. Ауыл урамында мәғрур ҡарағайҙар үҫә, ҡыр хайуандары йүгереп йөрөй, таҙа һыулы йылғаларҙа балыҡ мыжғып тора. Ғаиләбеҙ Темәскә күскәс тә гел Бетерәне һағынып йәшәнем, әле лә йәйҙәрен йәнтөйәгемә барып, күңелемә ял һәм илһам алып ҡайтам», – ти рәссам.
Ҡылҡәләмгә тотоноу сере, был һәләттең кемдән күсеүе хаҡында ҡыҙыҡһынғас, ул тағы ла самими бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. «Үҙемде белә-белгәндән һүрәт төшөрәм. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе рәсем яһарға ҡуша, мин Ҡыҙыл майҙанды, мавзолейҙы эшләйем. Ул һүрәтемде маҡтап, башҡаларға өлгө итеп күрһәтә. Маҡтағас, тағы ла нығыраҡ тырышам. Әсәйем Маһинур Дәүләт ҡыҙы башланғыс кластарҙы уҡытты. Балалар баҡсаһынан ҡайтышлай уның янына инәм. Мәктәптә әле дәрестәр бөтмәгән була. Балалар тәнәфескә лә сыҡмай, таҡта янына ултырғыс ҡуйып, мине баҫтыралар ҙа һүрәт төшөртәләр. Был шөғөлөмдө өйгә ҡайтҡас та дауам итәм. Атайым Алсынбай Нурйән улы Бетерәлә саҡта клуб мөдире булды, Темәскә күскәс, һыҙма, рәсем, йыр дәрестәренән уҡытты. Ҡылҡәләмгә тартылыуым, бәлки, унан да күскәндер, ҡулы һәр эшкә ипле, үҙе йыр-моңға ғашиҡ кеше ине. Атайыбыҙ өҙҙөрөп баянда уйнаһа, әсәйебеҙ саф, матур тауышы менән йыр башлай торғайны...» – тип алыҫ үткәндәргә ҡайтып урап, ҡәҙерле кешеләрен оло хөрмәт, яҡты хәтер менән иҫкә алды Марат ағай.
Артабан уҡырға, тәбиғәт биргән һәләтен үҫтерергә теләге көслө була үҫмерҙең. Күңелендә осоусы булып, тимер ҡошта зәңгәр күкте иңләү хыялы ла моронлап ҡуя. Әммә тормоштоң үҙ ҡанундары: әсәһе йәшләй генә вафат булғас, ғаиләләге иң өлкән бала Маратҡа, бәлиғ булып та өлгөрмәҫтән, Темәс урман хужалығында эш башларға тура килә. Һүрәт төшөрөүгә маһир егетте тәүҙә рәссам ярҙамсыһы итеп алалар, тиҙҙән, махсус белеме булмаһа ла, үҙ аллы эшләй башлай. Артабан Марат Алсынбай улы төрлө ерҙәрҙә йәшәп, төрлө эштәр башҡара, әммә бер ҡасан да күңеленә яҡын шөғөлдән айырылмай.
Рәссамдың 3D картиналар ижад итеүгә тотоноуы ҡыҙыҡлы. «Барыһы ла осраҡлы ғына булды. 3D һүрәттәр килеп сыҡҡас, мин дә ошолайтып эшләй аламмы икән, тип уйланым да үҙемде һынап ҡарарға булдым. 3D картина ижад итеүҙе һүҙ менән аңлатыу эшләүгә ҡарағанда ла ауырыраҡ», – тип көлә әңгәмәсем. Бөгөн уның бихисап таныштарының һәм бығаса таныш булмаған, әммә матурлыҡҡа ғашиҡ кешеләрҙең йорт-фатирҙарын, ҡапҡаларын, ҡоймаларын ошондай үҙенсәлекле һүрәттәр биҙәй. Уның хаҡында Беренсе канал тапшырыу эшләгән, үҙәк гәзиттәр яҙып сыҡҡан. Һүрәттәренә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә йыш була икән. Мәскәүҙән килгән оператор егет йыуыныу бүлмәһенең ишеген асҡас, иҙәндә 3D форматында төшөрөлгән зәп-зәңгәр һыулы диңгеҙҙән башын ҡалҡытып торған дельфин һүрәтен күреп, бер аяғын күтәргән килеш ҡатып ҡала. Темәстәге иҫке генә бина диуарына семәрле баҫҡыс, ишек һүрәте яһап ҡуйғас, ҡайһы бер ауылдаштары рәсемдәге ишекте ысынға алып, саҡ баштары менән төкөмәй.
«Йортоноң берәй мөйөшөн, аш-һыу бүлмәһен биҙәүемде һорап, ҡатын-ҡыҙҙар йыш мөрәжәғәт итә. Был аңлашыла ла, сөнки гүзәл зат бар булмышы, фиғеле менән матурлыҡ тыуҙырыусы, ғаилә ҡотон һаҡлаусы бит ул. Үҙемдең дә илһам сығанаҡтарымдың береһе тәбиғәт булһа, икенсеһе – яратҡан ғаиләм. Хәләл ефетем Әлфирәнең донъябыҙҙы гөл кеүек итеп тотоуы, улыбыҙ Эльфирҙың уңыштары, ейәнсәребеҙ Эмилияның бәләкәс кенә шатлыҡтары тормошомдо мәғәнәлерәк, сағыуыраҡ итә, яңынан-яңы үрҙәргә илһамландыра», – ти Марат Алсынбай улы. Киләсәктә лә ҡылҡәләме ярҙамында матурлыҡ өләшеп, тылсымлы һүрәттәре менән күҙҙе йәмләр гүзәллек тыуҙырып йәшәргә яҙһын рәссамға!

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ районы.

"Башҡортостан ҡыҙы", №8, 2017 й.

Автор:
Читайте нас: