-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бала саҡ иленән

Уның картиналарында башҡорт ауылы, көндәлек тормош күренештәре, аттар темаһы һәм халыҡ традициялары ярылып ята. Рәссамдың ижады – бала саҡ иленән килгән йәнле образдар, шул осорҙан ғүмерлеккә ҡалған онотолмаҫ тәьҫораттар.

Бала саҡ иленән
Бала саҡ иленән

Таныш булайыҡ: Дәүләкән ҡыҙы Гөлшат Закирова (Имамбаева) – Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы, Рәсәй Мәҙәниәт министр­лығының дәүләт стипендиаты, Кирилл Дегтяров иҫтәлегендәге премия лауреаты.
Мәртәбәле премияға Гөлшат 10-сы класта уҡып йөрөгәндә үк лайыҡ була. Уны ҡыҙыҡайға «Һәләтле балалар» фонды тапшыра. Өфөнөң Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге гимназия-интернатын алтын миҙалға тамамлай. Билдәле рәссамдар Йәлил Сөләймәнов, Камил Ғөбәйҙуллин мәктәбен үткән ижадсы педагогтарын үҙенең төп остаздары тип иҫәпләй.
«Тап ошо ике рәссам минең һүрәт төшөрөү алымыма йоғонто яһаны. Интернат-гимназияла уҡыған сағымдан графиканы үҙ иттем һәм шул йүнәлеште һайланым. Сөнки графика рәссамды тәртипкә өйрәтә. Был жанрҙа минең өсөн төҫ ярҙамсы ғына. Ә, ғәмәлдә иһә, һәр графист картиналарында күтәргән теманың төп мәғәнәһен асырға ынтыла. Һүрәт төшөргәндә беҙ уны ябай һыҙмалар аша ғына күрһәтәбеҙ. Ләкин тәрәнгә үткән һайын картинаның кәйефен көслөрәк, сағыуыраҡ аса барабыҙ», – тип аңлата рәссам үҙ эштәрен.
Гөлшат бәләкәйҙән һүрәт төшөрөү менән мауыға. Картиналарында күберәк ауыл тормошо, башҡорт аттарының һынланыуын иҫәпкә алғанда, ҡыҙҙың шул ерлектә тыуып үҫеүен аңлауы ҡыйын түгел.
«Атайым йылҡы тотто. Ат йәнле булып үҫтем. Шуға бәләкәйҙән был мөһабәт малдың төрлө төҫтәгеһе һәм буйлыһы, тоҡомлоһо һүрәттәремде биҙәне. Мәктәптә уҡыған саҡта ат сабыштарында алдынғылыҡты бирмәнем. Йорт хужалығында йылҡы аҫралғас, һыбай оҫта йөрөй инем. Үкенеслеһе шул: Буян ҡушаматлы сабыш атымды ҡуранан урлап киттеләр. Алдынғылыҡты бирмәүебеҙ кемдеңдер йәнен үртәгәндер, күрәһең. Атымды юғалтыу бала сағымдың ауыр хәтирәһе булып иҫемдә ҡалған», – тип бала саҡ тәьҫораттарын барлай ул.
Ысынлап та, Гөлшат Закированың ижадында башҡорт аттары ҙур урын биләй. Гүйә, рәссам төшөргән һәр атының йөҙөндә юғалған Буянын эҙләй. Ә малдың яҙмышына килгәндә, ат табылмай, зым-зыя юҡ була. Уның ҡарауы, Гөлшатҡа олатаһы ҡолон бүләк итә. Ләкин Буян кеүек сабыш атым башҡа булманы, ти ул.
Ауыл ерендә донъя көтөп, хужалыҡта эшләгән атаһы ла, әсәһе лә яҡшы һүрәт төшөрә. «Атайым Сәрүәр Йәғәфәр улы Имамбаев – ҡул эшенә оҫта, гел яҡшы кәңәштәрен биргән яҡын кешем. Әсәйемдең – башланғыс кластар уҡытыусыһы Хәлиҙә Хәлит ҡыҙының – ябай ғына ҡағыҙға ручка менән төшөргән рауза сәскәләрен бала саҡта һоҡланып ҡарап тороуым  һаман  да хәтеремдә. Гимназия-интернатҡа уҡырға ебәреп, мауыҡ­тырғыс ижадҡа юл астылар», – тип уларға рәхмәтен белдерә рәссам.
Гөлшат Сәрүәр ҡыҙы, гимназияны уңышлы тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт бүлегенә графика йүнәлеше буйынса уҡырға инә. Уны ла ҡыҙыл дипломға тамамлай.  Әле үҙен төрлө жанрҙа эшләгән рәссам тип иҫәпләй. Башлыса сюжетҡа ҡоролған, анималис­тик йүнәлешкә яҡын картиналарға өҫтөнлөк бирә. Композиция өсөн темалар бала саҡ иленән тыуа.
«Тыуып үҫкән ерем – Яңы Яппар ауылы. Унда һәр ваҡыт тормош ҡайнап торҙо. Ауылдағы ябай ғына әйберҙәр ҙә тәрән мәғәнәгә һәм символик әһәмиәткә эйә. Шуға ла картиналарым – ул башҡорт ауылы, ундағы кешеләр, рухи байлыҡҡа әйҙәр моң менән һуғарылған сикһеҙ донъя», – ти әңгәмәсем.

 

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2022) һанында уҡығыҙ. 

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: