16 йәшендә ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә уҡырға килә. Билдәле рәссам һәм педагог Георгий Калитов класында белем ала. Ҡыҙғанысҡа, Георгий Ғәйниәхмәт улы, уҡыусылары күңелендә уңалмаҫ яралар ҡалдырып, күптән түгел баҡыйлыҡҡа күсте. Рәссам артабан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының һынлы сәнғәт кафедраһын тамамлай.
– Үҙемдең рәссам булырымды бәләкәйҙән белдем. Шулай уҡ уҡытыусылыҡ эше лә бик оҡшай ине. Хәҙер Өфөнөң «Йәйғор» үҫмерҙәр клубында рәссам-педагогмын, балалар, йәштәр, ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән дә эшләйем. Һәләт ул ҡайҙандыр юғарынан киләлер, тигәнгә инанам. Ошо турала нисектер беләһең һәм хыялыңа табан бараһың, – ти Айгөл.
– Ғаиләлә һүрәт төшөрөүгә маһир кеше бар инеме? Кемдең һәләте һеҙгә күскән?
– Олатайым һүрәт төшөрә торғайны. Урмансы, һунарсы булды ул. Хайуандарҙы килештереп эшләп ҡуя ине. Уларҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Ә минең һүрәттәрем һәр ваҡыт күңелемдә, уның менән тыуғанмындыр. Билдәләп китеүемсә, бала сағым уҙған ер, уның тауҙары йөрәгемдең түрендә һаҡлана. Артабанғы ижадымда ошо тауҙар ҙур урын биләйәсәк. Сөнки уларҙа ниндәйҙер бер аҡыл бар, энергетика көслө, меңәр йылдар торған тауҙар, һәр хәлдә, беҙҙән күберәк белә.
– Ижадта үҙ юлыңды табыу анһат түгел, шулай бит?
– Ижад кешеһенең кемеһенә лә еңел түгел. Хәҙер айырыуса. Был йәһәттән рәссамлыҡ юлы ла ҡатмарлы, тип иҫәпләйем. Ләкин ижад итеү бик мауыҡтырғыс. Сөнки ул һәр ваҡыт үҫеш юлында. Өҫтәүенә, мин педагогмын, был да үҙенең йоғонтоһон яһамай ҡалмай. Китаптарға иллюстрациялар төшөрәм, дизайнер өлкәһен дә үҙләштерәм, балалар менән төрлө сараларға плакаттар, буклеттар ҙа яһап ҡуябыҙ, декорациялар эшләйбеҙ. Яңы йылдарға залдарҙы биҙәү, фотомөйөштәр эшләү ҙә беҙҙең иңгә төштө. Ошонда инде һинең бөтә һәләттәрең асыла. Компьютер белгесе лә булып китәһең. Күп яҡлы һөнәр ул, тип әйтер инем.
– Һеҙҙең эштәр башлыса башҡорт фольклорына, тыуған яҡҡа арналған. Унда ҡатын-ҡыҙ тематикаһы ла күренеп ҡала....
– Эйе, башҡорт фольклорына әһәмиәт бирәм. Сөнки үҙем – башҡорт ҡыҙымын, шул мөхиттә тәрбиәләнгәнмен. Картиналарымда сағылдырылған ҡатын-ҡыҙ образдары халыҡ традицияларына һәм йолаларына нигеҙләнгән. Башҡорт – үҙе хаҡында бик үк ҡысҡырып бармаған, сабыр, барыһын да күңелендә йөрөткән милләт. Шуға башҡорт ҡатын-ҡыҙы образы ла йылы, милли колоритлы, тәрән, нурлы булырға тейеш, һәр хәлдә, унда һис яһалмалылыҡ, шалтырауыҡ юҡ. Үҙ милләтемдең ҡыҙы булараҡ, миңә халҡымдың эске күңеле мөһим.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се (2022) һанында уҡығыҙ.