-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәссам оҫтаханаһында
26 Октябрь 2021, 15:25

Ижадынан йылы бөркөлә

Ул үҙен, нур ҡыҙы, энергия рәссамы, тип атай. Психология менән ҡыҙыҡһына, мода артынан ҡыумаһа ла, заман менән бергә атлаған образдар төҙөргә ярата, фарфор һауыт-һаба, павло-пасад яулыҡтары йыя. Киләсәктә үҙенең шәжәрәһен өйрәнергә хыяллана. Беҙҙең героинябыҙ үҙенсәлекле ижад кешеһе тигән исемгә тулыһынса тура килә.

Ижадынан йылы бөркөлә
Ижадынан йылы бөркөлә

Зинфира Ғабдуллина Өфөнөң художество-сәнәғәт колледжын тамам­лаған. Һөнәре буйынса – рәссам һәм һыҙма уҡытыусыһы. 2008 йылдан метафизик картиналар яҙа. «Картина­ларҙы ҡағыҙ, буяу алып, төрлө ерҙә, һәр төрлө алым менән тыуҙырырға мөмкин. Иң мөһиме – үҙеңдең ниә­теңде һынландырғанда, унан позитив энергия, нур һибелһен», – тип иҫәпләй ул.

– Уны ҡараған кеше иң элек, төҫтәр, биҙәлештәр, уның компози­цияһы менән һоҡланыуҙан тыш, рухи тулыланыу, йыһанға осоп киткән кеүек тойғолар кисерергә тейеш. Был йәһәттән үҙемде күңел дауалаусы, шифа биреүсе итеп күрәм. Ҡайҙа кәрәк, шунда энергия йүнәлтәм. Донъяла бөтә нәмә бары тик энергияға ҡоролған, – ти ижадсы.

Энергия рәссамы әҙәм күҙе күрмәгән, эске күңел менән генә тоя торған һүрәттәр эшләй. Зинфира бәләкәйҙән шуға ынтыла. Был тойғолар тәүләп ижад итә башлаған ҡыҙыҡайҙың күңеленә берсә моң, берсә еҫ булып килеп инә, һуңынан иһә ул бының кеше энергияһы икәнлеген аңлай.

– Энергетикамдан башҡаларға файҙа бар. Уларға ыңғай трансформация бирәм. Башта эшләгән һүрәт­тәрем үҙемде икенсе кимәлгә сығара, мөмкинлектәремде үҫтерергә ярҙам итә, – тип фекерҙәре менән уртаҡлаша ул.

Рәссамды күберәге «Таң нуры»(Лучэзара) псевдонимы аша беләләр. Хәҙергесә  әйткәндә «никнейм»ды ижадсылар үҙҙәрен танытыу өсөн социаль селтәрҙәрҙә лә киң ҡуллана. Ләкин Зинфира, виртуаль донъя ваҡытты күп ала, тигән фекерҙә. Уның өсөн шатлыҡ-ҡыуаныс­тарҙан, һыҙланыу-уйланыуҙарҙан торған ғади тормош яҡыныраҡ. Иң элек ул үҙен ғаиләле кеше итеп күрергә өйрәнгән.

– Яңы исем миңә энергия, көс-дәрт бирә. Зинфира – ул ҡатын, әсә, ә  Таң нуры (Лучэзара) – бөтөнләй башҡа роль. Ундай энергияны метафизик картиналар бирә. Нур ҡыҙы үҙенең иғтибарын тик ижадҡа йүнәлтә. Улар, әйтеп киткәнемсә, кеше күҙенә күренмәгән, ғәҙәти булғандың сигенә сыҡҡан, фекер, кәйеф бирә торған рухи эштәр. Унда ата-бабала­рыбыҙ ҡалдырған тәжрибә лә бар, тамырҙарыбыҙ һулышы ла, тын алышы ла ишетелгән кеүек. Бәләкәйҙән исемемде, кейәүгә сыҡҡас фамилиямды ла үҙгәртергә теләнем.  Ирем бының менән риза булманы, әлбиттә. Шуға псевдоним алдым, уны халыҡ-ара реестрҙа теркәнем. Үҙемдең логотибымды һәм билдәмде булдырҙым. Социаль селтәрҙә мине улар аша таныйҙар, – ти рәссам. 

Зинфираны күп яҡлы ижадсы тип әйтергә була. Ул китап графикаһына битараф түгел, иллюстрациялар эшләй. Оҙаҡламай һүрәттәре менән шағирә Евгения Салмасованың шиғырҙар йыйынтығы донъя күрәсәк. 

Шуға ҡарамаҫтан, Зинфира Ғабдуллина үҙен классик рәссамдар иҫәбенә индермәй. Уның ижадына күберәге сюрреализм йүнәлеше хас. Хатта рәссамдың төрлө өлкәгә ҡағылған фекерҙәре лә үҙенсәлекле. Һүрәт эшләгәндә күңеле менән ял итергә, тирә-яҡты уның тәбиғилегендә, тәү матурлығында бирергә ярата. Ижадсыны ҡояштың  ҡалҡыуы йәки байыуы илһамландыра, һәр бер ағастан, үләндән, емеш-йәшелсәнән дә  ниндәйҙер мәғлүмәт ала ул. «Тыуған ил һулышы» тигән шәхси күргәҙмәһе лә ошо мәңгелек ҡиммәттәрҙе сағылдыра. Унда ижадсы, энергия рәссамы булараҡ, донъяны яҡты, изге итеп күрһәтергә тырышҡан.

– Әйләнә-тирәләге тормош беҙ уйлағандан да сағыуыраҡ, йомартыраҡ һәм гүзәлерәк ул. Тик ығы-зығылар араһында был мөғжизәне күрмәйбеҙ. Уны мин бар тәбиғилегендә һәм гүзәллегендә һынландыра алдым. Һис һүҙһеҙ, тыуған яғымдың тәбиғәте  илһамландыра: шишмә-йылғаларҙың ағышы, япраҡтарҙың ҡыштырлауы, йыл миҙгелдәренең килеүе, яҙҙың, көҙҙөң тауышы – барыһы ла иҫ киткес гүзәл. Башҡалар ҡаты йоҡлағанда, таңдан тороп, ошо матурлыҡты картинала сағылдырыуҙан ҡәнәғәтлек алам. Шуның менән көс туплайым, – ти әңгәмәсем.

Билдәләп китеүебеҙсә, Зинфира – күп балалы әсә лә. Өс малайға тәрбиә биреүгә лә ул башкөллө сумған. Балалар үҫер, шунда картиналарыма күберәк иғтибар итә башлармын, кешегә бихисап пландарын тормошҡа ашырыу өсөн оҙон  ғүмер бирелгән бит, тип йыуата үҙен.

– Үҙем башҡара алғандан аҙыраҡ эшләйем. Сөнки иғтибар бүлә торған өлкәләр бик күп. Донъя шул тиклем тиҙ үҙгәреүсән, алда нимә булырын берәү ҙә белмәй. Шуға хаҡлы ялға сыҡҡас, һүрәттәр менән нығыраҡ  шөғөлләнермен, тигән дә пландар ҡормайым. Барыһына ла ваҡыт, көс кәрәк. Бер картинаны ғына йылдар  дауамында эшләргә тура килә. Ир менән ҡатын мөнәсәбәттәрен тәрәнерәк аңларға, уны йәмғиәттең төп күҙәнәге итеп күрергә тырышыу беҙҙең киләсәгебеҙҙе билдәләйәсәк. Сөнки ғаилә бөтә башланғыстарға нигеҙ булып тора. Бөтә иғтибарым әле киләсәк быуынды лайыҡлы алмаш итеп тәрбиәләүгә йүнәлтелгән, – тип тамамлай үҙенең фекерҙәрен үҙенсәлекле рәссам.

Зинфира, кеше һәм ижадсы булараҡ, ябай түгел. Ул бөтә нәмәләр хаҡында бик тәрән фекер йөрөтә. Хатта ҡайһылыр мәлдәрҙә рәссамды аңлауы ла ауыр. Ләкин һөйләшкәндән һуң, нисектер тулыланып, бер башҡа үҫеп киткән кеүек тойғолар кисерәһең, уның тормошто тәрән фәлсәфәүи ижады аша еткерә белгән рәссам икәненә инанаһың.

Фотолар – ғаилә архивынан.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: