-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәссам оҫтаханаһында
23 Сентябрь 2021, 11:51

Өфө буйлап сәйәхәткә сығығыҙ!

Өфөнөң ижад көмбәҙендәге үҙенсәлекле исем – баш ҡаланың  иҫтәлекле урындары буйлап  белешмә төҙөүҙә ҡатнашҡан рәссам, дизайнер һәм иллюстрациялар оҫтаһы Лиана Ниғәмәтйәнова менән таныш булығыҙ. 

Өфө буйлап сәйәхәткә сығығыҙ!
Өфө буйлап сәйәхәткә сығығыҙ!

Лиананың ижадтағы юлы һынлы сәнғәт мәктәбенән башлана. Унан Өфө сәнғәт училищеһының дизайн графикаһы бүлеген тамамлай.  Башта ҡыҙ үҙен төрлө жанрҙа эҙләп ҡарай. Костюмдар дизайнеры булараҡ эш башлай, графиканы ла онотмай. Коллекциялары менән төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә ҡатнаша. Үҙен киләсәктә дизайнер итеп күрергә теләй.

– Миңә кемдеңдер идеяһын, заказын тормошҡа ашырыуға ҡарағанда, үҙемдең ижадым менән шөғөлләнеү нығыраҡ оҡшай. Шуға дизайнға ваҡытты аҙыраҡ бүләм. Әле республиканың милли симфоник оркестрында афишалар эшләйем.  Ә иллюстрациялар менән электән, мәктәп йылдарынан, мауығам. Сәнғәт училищеһында белем алған ваҡытта башҡорт әлифбаһына һүрәттәр төшөрҙөм. Унда  команда менән эшләнек. Башҡортостан «Китап» нәшриәте менән ижади хеҙмәттәшлегем әле лә дауам итә, – ти маҡсатлы ҡыҙ.

Ошо тәжрибәнең һөҙөмтәһе булып,  йәнә бер проектҡа нигеҙ һалына. Лиана Ниғәмәтйәнованы Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйлап төҙөлгән белешмәгә иллюстрациялар эшләргә саҡыралар. Ул өс йыл элек тормошҡа ашырыла.

– Унда ла ҙур команда менән эшләргә тура килде. Проект башлыса «Элис Медиа Групп» компанияһы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Бик күп материалдар, фотолар тупланды. Ул – ҙур күләмле, кешегә мәғлүмәт биреү яғынан файҙалы хеҙмәт, Өфөлә ҡайҙалыр барырға, нимәлер ҡарарға теләгән кешеләргә бик шәп белешмә. Белешмә башта тик ҡунаҡханаларға таратылды. Шунда ситтән килгән ҡунаҡтар күргән, ахыры, маҡтау адрестары һуңынан Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан килде. Иллюстрацияларға матур баһа бирелгәс, төҙөүселәрҙән уны асылмаларҙа сағылдырырға рөхсәт һораным.

Артабан Лиана Ниғәмәтйәнова Өфө күренештәрен открыткаларҙа эшләй башлай. Тәүге йылы уны киң даирә ҡулланыусыларға сығарыу бик ауырға төшә. Китап менән сауҙа иткән урындарҙа рәссамдың эшен алырға теләмәйҙәр.

– Аҡса өсөн дә түгел ине был башланғысым, урындағы халыҡҡа ул ҡыҙыҡмы, алырҙармы-юҡмы, тигәнерәк һорауға яуап эҙләү булды асылда. Эштәрем менән дизайн-маркеттарға сыға башланым. Открыткаларҙы тиҙ арала алып бөтәләр ине. Һуңынан китап магазиндары үҙҙәре тәҡдим яһай башланы. Ассортиментты киңәйтергә тура килде. Өфөнөң биналарын, урамдарын, тыҡрыҡтарын эшләй башланым. Ҡыҙғанысҡа, ситтән килгән кешеләр өсөн Өфөлә сувенирҙар аҙ. Был йәһәттән ошо открыткалар ҙа – баш ҡаланың йөҙөн билдәләгән бер сағылыш ул. Һуңынан Өфө пейзаждарынан торған айырым комплект эшләнем. Уның эсенә 12 – 20 асылма (открытка) ингән.

«Өфөлә шул тиклем нимә бар, идеяны ҡайҙан алаһығыҙ?» – тип һорайҙар йыш ҡына Лиананан.  

– Өфө – ул бик ҡыҙыҡлы, тарихи бай ҡала. Ҙур мегаполистар масштабында ғына күренмәйҙер, бәлки. Бик үҙенсәлекле йорттар Гоголь урамында урынлашҡан, унан алыҫ түгел торған Демидовтар йортоноң тарихы бай. 18 – 19-сы быуаттарҙа төҙөлгән йорт-биналарҙы ҡайтанан төҙөкләндерә башланылар. Ул осорҙа икмәк кибете булған бер бинала хәҙер ҙә ҡамыр ризыҡтары әҙерләү цехы урынлашҡан. Әгәр ҙә Санкт-Петербург ҡалаһына барабыҙ икән, бик күп экскурсияларҙы күҙ уңында тотабыҙ. Ә ни өсөн, шундай ниәт менән автобусҡа ултырып, Өфөнөң Черниковка биҫтәһен күреп ҡайтмаҫҡа? Бына һиңә бер көнлөк экскурсия. Хәҙер боронғо йорттарға куар-кодтар ҡуялар. Шуны төшөрөп алып, бинаның тарихын өйрәнеп ҡарағыҙ. Уның ниндәй әһәмиәтле булғанына иҫегеҙ китер!  «Терра Башҡортостан» экскурсия автобусының эшен тулыһынса хуплайым. Зинһар, уға ултырығыҙ ҙа сығығыҙ экскурсияға. Өфөнө өр-яңынан асырһығыҙ!

Гөлнур Ишбулатова.

Фотолар геройҙың архивынан.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2021) һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: