Рәссам республикабыҙҙың Октябрьский ҡалаһында тыуып үҫкән. Өфөлә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлеген тамамлаған. Бөгөнгө көндә тыуған ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә балаларға белем бирә.
– Уҡыусыларымды тыуған яҡ һәм уның мәҙәниәтенә яҡынайтыу маҡсатында, халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһындым һәм башҡорт, татар әкиәттәренә, легенда, бәйет-риүәйәттәренә иллюстрациялар эшләй башланым. Үҙемде традицион рәссам булыуҙан бигерәк, иллюстрациялар оҫтаһы тип күргем килә. Әле Татарстанда һүрәттәрем менән биҙәлгән «Үзем белдем, дигән» әкиәт китабы донъя күрҙе. Шулай уҡ «Мардизайн» менән берлектә башҡорт календары, Ҡаҙанда «Юлбасма» нәшриәтендә йәнә бер китап сығарылды. Ижадымда милли колоритҡа ынтылам, ә педагог булараҡ, төрлө жанрҙы, техниканы ҡулланып ҡарайым, – ти Гөлнара.
Ҡала ҡыҙында милли һыҙатҡа һөйөүҙе өләсәһе Фәимә тәрбиәләгән. Йәйге каникулдар осорон ауылда ябай хеҙмәт кешеләре араһында йәшәү, яңы бешкән икмәк, мәтрүшкәле сәйҙең татлы еҫе, көндөң оҙононда өләсәйҙең һөйләгәндәрен тыңлап үткәреү Гөлнараның бөгөнгө ижадында сағыла. Биш йәшемдә һүрәт төшөрә башланым, ти ул. Бала ваҡыттан ҡыҙыҡһыныу булғас, шөғөлөн ташламай.
– Әкиәттәр, риүәйәттәр, йырҙар, бейеүҙәр илһам бирә. Һәр ваҡытта ла кеше шәхесе, уның мөмкинлектәренең киң булыуы ҡыҙыҡһындыра. Шуны заман кешеләренә аңлайышлы, яҡын телдә бирергә тырышам. Эштәремдә һанлы технологиялар ҡулланам, иллюстрацияларҙы ижад итеү процесын сағылдырам. Шулай тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Сөнки заман рәссамы күргәҙмәләр ойоштороуҙан тыш, кино ла, анимация ла эшләй, костюмдарға, китаптарға иллюстрациялар ҙа төшөрә, ҡыҫҡаһы, күп яҡлы ижад менән йәшәй. Өфөнөң «Урал» галереяһында белемде камиллаштырыу курстары үттем. Унда декоратив-ҡулланма сәнғәте серҙәренә төшөндем. Тап кейеҙ менән эшләгәндә башҡорт мәҙәниәтен ныҡлап өйрәнергә тура килде, – тип һөйләй рәссам.
Гөлнара күргәҙмәләрҙә һирәк ҡатнаша. Уның ҡарауы, төрлө нәшриәттәр менән ижади хеҙмәттәшлек итә. Рәссамды бөгөн күрше Татарстан Республикаһында ла яҡшы беләләр, китап иллюстраторы булараҡ саҡыралар. Сөнки, йәшерен түгел, был өлкәлә лә, айырыуса, милли тематика өлкәһендә белгестәр юҡ кимәлендә. Башҡортостан рәссамдары араһында иһә Гөлнара Фәләхова БДПУ-ның художество-графика бүлеге деканы Тәлғәт Мәсәлимов, шулай уҡ Рөстәм Фәтҡуллин, Ринат Харисов, Вәсил Ханнанов кеүек ижадсыларҙың эшен яҡын итә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се (2021) һанында уҡығыҙ.