+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәссам оҫтаханаһында
17 Август 2021, 14:25

“Ҡомар сығанағы – фәҡәт башҡорт рухынан”

Сәнғәт донъяһында танылған шәхес, ижади йүнәлеше, самими ҡылҡәләме булған, үҙенсәлекле картиналары менән донъя тамашасыларын арбаған һәләтле рәссам, дизайнер һәм педагог Сулпан Билал ҡыҙы БИЛАЛОВА – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар, Журналистар союздары ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы. Ул Борай ауылында тыуған. Ғаиләһе республиканың төрлө ҡалаларында йәшәгән. Каникул осоронда ата-әсәһе Сулпанды һәм башҡа балаларын Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында йәшәгән ҡартәсәһенә һәм Борайҙағы өләсәһенә сиратлап ебәрә торған булған.

“Ҡомар  сығанағы  – фәҡәт башҡорт рухынан”
“Ҡомар сығанағы – фәҡәт башҡорт рухынан”

Ярһыу йөрәкле, матурлыҡҡа табынған Сулпан Билал ҡыҙы билдәләүенсә, ижади булмышына дәрт-дарман өҫтәгән, ҡомарын арттырған сығанаҡтар – фәҡәт башҡорт рухынан, милли тамырҙарҙан.
– Ысын рәссам төрлө техникала һәм жанрҙа һүрәт төшөрә белергә тейеш, минеңсә. Ижадыма киңерәк күҙлектән баҡҡанда, һәр картинам – тормошомда мөһим булған осорҙарҙың сағыу кәүҙәләнеше ул. Кеше булмышы тылсымлы һауыт төҫлө: ул тыуғандан алып эргә-тирәләге ваҡиғаларҙың, күренештәрҙең, ғәмәлдәрҙең сағылыш­тарын булмышына һеңдерә бара, унан да бигерәк ҡанбабаларҙан күсә килгән генетик хәтер, милли һыҙаттар ҙа сағылмай ҡалмай.
Был йәһәттән яҙмышыма бик рәхмәтлемен! Бәхетле бала сағым Хәйбулла һәм Борай райондарында үтте. Мин – көньяҡ менән төньяҡ-көнбайыштың симбиозы, йәғни рухи-мәҙәни төрлөлөктөң ыңғай ҡушымтаһы, тип әйтергә мөмкин.
Әсәйем Борай яғында тыуып, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының диалектында һөйләшеп үҫкән, атайым – эҫе ҡояшлы Хәйбулла далаларынан. Бик күп картиналарым тап Әбүбәкер һәм Ҡарайерек ауылдарында үткән күңелле бала саҡ тәьҫораттарының сағылышы булып тора. Ошо төбәктәрҙең ҡабатланмаҫ күркәм тәбиғәте, кешеләренең сафлығы, эскерһеҙлеге йөрәгемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, тап ошо самими тойғолар – тыуған ергә, башҡорт теленә ҡайнар мөхәббәтемдең нигеҙе һәм ижади ҡомарымдың сайпылмаҫ сығанағы. Ғөмүмән, Борай менән Хәйбулла – минең өсөн ижади илһам шишмәһе ул.
Ҡыҫҡаһы, башҡорт мөхитендә тамырланған рухи булмышым, яҡты, йылы, сағыу бала саҡ хәтирәләре ижад юлым буйлап ҡыҙыл еп булып үтә. Уй-ниәтем – ошо теманы дауам итеү, “Урал моңдары”, “Мин – бала саҡ иленән” темаларына картиналар яҙыу.
Яҙмыш елдәре ташлаған һәр яңы илдә, ҡалала художестволы музейҙарҙы күреп китергә тырышам, рәссамдар менән танышам, аралашыу күпере һалам, оҫталарҙың эштәрен баһалайым. Ижадымдың сәнғәт һөйөүселәрҙә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуы ла дәрт-дарман өҫтәй. Йылына уртаса ике-өс халыҡ-ара, бер нисә ҡала күргәҙмәләрендә ҡатнашам, реалистик ҡараш элементтары булған күп фигуралы композициялар төшөрөргә яратам.
Ни тиклем сәйәхәт итергә, үҙем өсөн яңылыҡтар асырға, яңы кешеләр менән танышып-аралашырға, мәҙәни күренештәрҙе, традицияларҙы өйрәнергә яратһам да, тыуған илемә, еремә, халҡыма ғашиҡмын. Шуға ла, сит илгә ни тиклем ашҡынып барһам да, ваҡыт үтеү менән юҡһына, һағына башлайым һәм тиҙ генә Тыуған илемә әйләнеп ҡайтырға тырышам, – милләттәшебеҙ.

Гүзәлиә Балтабаева.

Автор:
Читайте нас: