-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ижадында – рухи камиллыҡ

Таныш булығыҙ – Вера Фролова. Ул – күңелендә тыуған ере Башҡортостанға, уның күп милләтле халҡына һөйөү, хөрмәт йөрөткән үҙенсәлекле рәссам, сибәр ҡатын һәм әсә.

Өфөлә йәшәгән ижадсы сығышы менән Ишембай ҡалаһынан. Ата-әсәһе – ябай завод эшселәре. Ә Вера тормошон ижад менән бәйләгән. Был һәләт уға ҡартатаһынан күскән. Тәүге аҙым­дарын автор Ишембайҙа башлаһа, һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында белем ала, уны ҡыҙыл дипломға та­мамлай. Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡор­тос­тандың Рәссамдәр берлеге ағзаһы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләр еңеү­сеһе, педагог Вера Фролова – рәсем сәнғәте донъяһында билдәле шәхес.
– Республикала барлығы 200-ләгән рәссам бар. Уларҙың барыһы ла үҙенсәлекле ижад оҫталары, картиналары республика, Рәсәй галереяларына ҡуйыла, сит илдәргә сыға. Әммә урындағы тамашасы живопись менән аҙ ҡыҙыҡһынғанға, күргәҙмәләргә йөрөргә күнекмәгәнгә күрә, рәссамдарҙың күбеһе билдәһеҙ булып ҡала, – тигән үкенесен белдерә Вера.
Өфө үҙәктәренең береһендә рәссамдың оҫтаханаһы бар. Шунда ижад итә лә инде бихисап картиналар авторы. Эштәре иһә Вераның республика буйлап күп йөрөүе, урындағы тәбиғәтте, уның кешеләрен, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе яҡшы белеүен, уларға хөрмәт менән ҡарауын күрһәтә. Ижад­сының геройҙары Әбйәлилдә, Миә­кәлә, Мәләүездә, Ишембайҙа, Салауатта, Белоретта, Бөрйәндә һәм башҡа яҡтарҙа, шулай уҡ Татарстанда ла, Мәскәүҙә лә йәшәй.
– Үҙеңдең ҡан-ҡәрҙәштәреңә ҡарағанда, башҡорттарҙың йәки башҡа милләттәрҙең мәҙәниәтен, йолаларын, көнкүрешен, кешеләрен күберәк сағылдыраһың, тип әйтеү­селәр бар. Башҡортостанда, күп милләтле халыҡ араһында, тыуып үҫкәнмен, был – минең бәләкәй ватаным. Ошо үҙен­сәлекле мөхит солғаны­шында йәшәйем дә инде, – тип һөйләй Вера.
Вера Фролованың сәнғәт донъяһы – портреттар. Һәр картинаһының үҙ тарихы бар. Һайлаған темаһын төбөнә төшөп өйрәнмәйенсә һүрәткә то­тонмай автор. Ижадында үҙе танып белгән, аныҡ исем-шәрифе булған замандаштарының образы ята. Улар араһында яҙыусылар ҙа, компози­торҙар ҙа, геройҙар ҙа, һуғыш ветерандары ла, ябай кешеләр ҙә бар. Вера эштәренең һәр береһен һаҡ ҡына күрһәтә бара.
– Был апайҙарҙы милли кейем байрамында осраттым. Ғөмүмән, милли сараларҙы бик яратам, һәр байрамда ҡатнашырға тырышам. Күп кенә картиналарым, мәҫәлән, «Ете ҡыҙ», «Француз яулыҡтары менән бейеү», «Ҡумыҙсылар» тап ошо сериянан. Был мөләйем ҡатындың исеме – Гөлсинә Батыршина. Йәш әҙип Айгиз Баймө­хәмәтовты таныйһығыҙҙыр, моғайын? Беҙ уның менән бер замандараҡ йәштәр премияһына лайыҡ булдыҡ. Айгиздең китабы күңелемдә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Быныһы иһә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхсән Бабичев, күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың заты булырға тейеш. Һуғыш геройы, уның ата-бабалары 1812 йылғы Ватан һуғышында ла ҡатнашҡан. Ғәйнулла Бабичев тигәндәре «Парижды алған өсөн» миҙалы менән әйләнеп ҡайтҡан. Уның янында минең ҡыҙым Диана. Ҡыҙымды, улымды күп кенә картина­ларҙа һынландырғанмын. Әйткәндәй, ирем Марат – шулай уҡ дизайнер, теләге булғанда һүрәттәр ҙә төшөрә. Ауыл муллаһы менән осрашыу хәтеремдә ҡалған. «Мулла» картина­һында мин өлкәндәргә булған хөрмәтте, күңел паклығын күрһәтергә тырыштым. Сөнки дини тәрбиә алған кешеләрҙә шундай сафлыҡ бар, минеңсә. Бындай таҙалыҡты тарихи башҡорт ауылдарында ғына тойҙом. Ҡыҙғанысҡа, ҡала мөхите кешеләрҙе үҙгәртә. Әгәр ҙә миңә, сирләйһең, дауаханаға бар тиһәләр, мотлаҡ мәсеткә, муллаға ғына барыр инем. Сөнки иң элек күңелде таҙартыу, сафландырыу зарур.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2021) һанында уҡығыҙ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: