-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Рәссам оҫтаханаһында
7 Декабрь 2020, 14:13

Ижадында – милли асыл

Быйыл Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары исемлеген тулыландырған Хәтип Фазылов – төрлө жанрҙа уңышлы ижад иткән рәссам. Уның портрет, пейзаж, тарихи һәм тормош-көнкүреш темаларын сағылдырған картиналары республикабыҙ сәнғәтенә үтеп инеп, айырылғыһыҙ биҙәгенә, йөҙөнә әйләнгән. Әйтәйек, «Тормош ағасы», «Көҙ палитралары», «Әсә менән бала», «Кәләш» исемле эштәрҙең тап уныҡы икәнен белеп тә етмәйҙәр, әммә күптәргә улар таныулы, үҙ.

Рәсәй Рәссамдар союзы Бөтә Рәсәй йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһе рәйесе, Рәсәй сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, төрлө кимәлдәге ижади бәйгеләр лауреаты Хәтип Сәрүәр улы – Әбйәлил ра­йоны Яңауыл ауылында тыуған. Ижадында тап тыуған яғынан, уның данлы кешеләренән илһам ала ул. Хәйер, һүҙҙе үҙенә бирәйек.

– Ижади багажығыҙ тос ҡына. Үҙегеҙ оҡшатып, айырып ҡараған картиналарығыҙ бармы?

– Рәссамға һәр бер эше ҡәҙерле. Сөнки улар күңел аша үткән, күҙ нурҙарын һеңдергән. Ҡайһы саҡта бәләкәй күләмдәге эш тә ҙур булып күренә. Сит яҡтарға киткән, һатып алынған, йә иһә бүләк ителгәндәре бигерәк ҡәҙерле. Уларҙы һағынам. Мәҫәлән, Когалым төҙөлә башлаған осорҙа байтаҡ ҡына эштәремде һатып алғайнылар. Уларҙың, исмаһам, фотоһы ла, слайды ла үҙемдә һаҡланып ҡалмаған. Барыһы ла – музей кимәлендәге эштәр. Бер йылы Когалымда «Когалымнефть» берекмәһенең генераль директорының ҡабул итеү бүлмәһендә эленеп торған үҙемдең картинамды танығас, илап ебәрерҙәй булдым. Шул уҡ Когалымда икенсе бер идаралыҡҡа инһәм, тағы ла бер эшем менән осраштым. Барлығы ете ҙур ғына картинамды һәм тағы бәләкәйерәк форматтағы этюд эштәремде сит ил ҡунаҡтарына бүләккә тип алғайнылар. Тағы бер ҡыҙыҡлы хәл. Берәү: «Нисек картинаңды Нью-Джерсиға күргәҙмәгә ебәрә алдың, уны мин шундағы бер журналда күреп ҡалдым», – тип һорай. Икенсе берәү, Әзербайжанда гастролдә саҡта Баҡылағы күргәҙмәлә картинаңды күрҙем, ти. Аҙаҡ ҡына белдем: Анҡарала ТЮРКСОЙ дирекцияһы фондында һигеҙ эшем һаҡлана, шулар төрки телле рәссамдар күргәҙмәләрендә донъя гиҙеп йөрөп ята икән, ҡайҙа булғандарын мин үҙем дә белмәйем. Ҡыуандырғаны шул: уларҙың барыһында ла – милли тема. Һанай башлаһаң, ситкә таралған эштәрем байтаҡ. Бер йылда ғына 60 һүрәтем алынып бөткәйне. Фотолары бар, ләкин барыһыныҡы ла түгел.

– Һәр һүрәт артында – тарих. Яҙылыу тарихы. Ҡайһы картинағыҙ үҙегеҙ өсөн иң еңел һәм иң ауыр яҙылғаны?

– Картина еңел генә яҙылмай. Яҙыр өсөн йылдар буйына йыйылып килгән оҫталыҡ, белем һәм ижади иркенлек кәрәк. Эшләгән тема һиңә ныҡ яҡын булырға тейеш. Уны бер-ике көндә лә яҙып ҡуйырға була, ләкин бының өсөн бәләкәй этюдтар, ҡәләм һүрәттәре, йылдар буйы йыйылып килгән материалдар, уларҙың төрлө варианттары кәрәк. Миҫал өсөн «Сәсән» картинаһын алғанда, шуны әйтер инем: төнгө сәғәт өстә уянып киттем. Күҙ алдыма сәсән образы килде. Тороп ҡағыҙға ҡәләм менән эскиз һыҙғылап ҡуйҙым. Йоҡо осто. Киттем оҫтаханаға. Тарттырылып ҡуйған әҙер киндерем бар ине, эшләй башланым. Иртәнге 9-ҙа берәү ишек шаҡыны, асһам, Әбйәлилдән килгән ҡунаҡ. Эшемде күрҙе лә: «Хәтип бер хәтәр һүрәт эшләгән, тип ишеткәйнем, ошо икән», – тине. «Юҡ, мин әле башлап ҡына торам», – тиһәм, минең менән килешмәй, эшләнеп бөткән дә инде, ти. Уйлап ҡараһам, ысынында шулай.

«Әсә һәм бала» картинаһын алһаң, 1999 йылдан үҙгәртеп, ҡабат-ҡабат яҙып килә торғас, быйыл, эшләп бөтөрҙөм, буғай, тип, рам кейҙереп ҡуйҙым. Артҡы фонда Мәхмүт ауылы менән Ҡыҙыл Һырты араһында ятҡан Олотау һүрәт­ләнгән. Элек икенсе фон ине, үлсәме лә бер аҙ ҙурая төштө. Иң мөһиме, картинаны һин еңел яҙҙыңмы, ауыр яҙҙыңмы – уны тамашасы һиҙмәһен. Эшеңдән илһам, эстетик ҡәнәғәтләнеү, һоҡланыу алырға тейештәр.

Һеҙҙең остаздарығыҙ булдымы?

– Остаздар була. Уларға ҡарап өйрәнәбеҙ, ижадҡа йүнәлеш алабыҙ, тырышабыҙ. Йәш саҡтараҡ оҡшаған рәссамдарҙың эштәренә ҡарап өйрәнәһең, аҙаҡ инде икенселәрҙе үҙең өсөн яңынан асаһың.

– Рәссамға ижады барһын өсөн иң кәрәкле шарттар?

– Ижад итергә теләгең булһа, бер ниндәй шарттар ҙа ҡамасауламаҫ. Рәссам өсөн ауырлыҡтар күберәк булған һайын, илһамға еңелерәк. Ҡаршылыҡҡа ҡарышып эшләр кәрәк.

– Һеҙҙе илһамландырған нимә?

– Илһам көсө төрлө ваҡытта төрлөсә килергә мөмкин. Кешеләр, тәбиғәт һәм башҡорт халҡының тормошо, тарихы, мәҙәниәте илһам көсө бирә тип әйтергә була. Ҡатын-ҡыҙ, тип өҫтәү ҙә яҙыҡ түгел.

– Һеҙ ынтылған бейеклек?

– Әгәр ижадыңда илһам көсө булһа, эшең алға китер. Эшең дә юғарыраҡ кимәлгә күтәрелер, яңынан-яңы образдар тыуып торор, үҙенсәлекле картиналар барлыҡҡа килер, яңы үрҙәр, яңы уңыштар килер. Шуға ҡарамаҫтан, иң мөһиме – бала саҡта алған тойғоларың юғалмаһын, күңел ҡатмаһын.

– Ижади пландарығыҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?

– Башлап ҡуйған темалар күп. Әле оҫтаханамдағы ике мольбертта ике эш көтөп тора. Улар һеҙгә, матур башҡорт ҡыҙҙарына, бағышланған.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас: