Бәләкәс сағында кәртә ярығынан урамда үткән-һүткән кешеләрҙе кем күҙәтмәгән икән? Йылдар уҙғас, тап ошо күренештәр, хәтер йомғағынан һүтелеп, картиналар булып яңыра. Эйе, ҡала ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ эштәре лә ауыл, ер кешеләре тураһында йәш рәссам Гөлназ Ғиләжетдинованың. «Өләсәйемдәр инде гүр эйәһе булып, өйө буш торһа ла, йыл һайын ҡайтабыҙ ауылға, – тип һөйләй Гөлназ. – Иҫ киткес ауыл ул, урамдарҙа асфальт та һалынмаған, кескәй генә үҙе. Әммә ундағы һәр әйберҙән боронғолоҡ, һиллек, тыныслыҡ бөркөлә. Күңелемдә яҡты һағыш менән уйылып ҡалған йылы хәтирәләремде, бала сағым иҫтәлектәрен рәсемдәремә күсерәм. Ҡалалағы артыҡ сағыу төҫтәрҙән һуң тәбиғәт менән берләшеү күңелгә лә, күҙҙәргә лә ял бирә...»
Бик тырыш, алғанын ҡуймай, һәр эште еренә еткерә торған холҡо бәләкәстән килә. Бейеүҙәр һалған, түңәрәк алып барған әсәһе Зилә Абдулхаҡ ҡыҙынан бейергә лә өйрәнә ул, гимнастика менән дә шөғөлләнә. Атаһы, рәссам Салауат Ғиләжетдиновтың тылсымсы таяғылай күренгән ҡылҡәләм менән мөғжизәләр тыуҙырыуын ҡарап ултырырға ла ярата. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр бит, мольберт артында һүрәт төшөрөп ултырыу ғәҙәти күренеш була ҡыҙ өсөн. Тора-бара атаһы ла ҡыҙының донъяға үҙ ҡарашы барлығын, әйтер һүҙен буяуҙар ярҙамында еткереү һәләтен һиҙеп ҡала, кәрәк саҡта кәңәштәрен йәлләмәй, йүнәлеш биреп ебәрә.
Туғыҙынсы синыфтан һуң сәнғәт училищеһына уҡырға инә Гөлназ. Был мөхиттең үҙенеке булыуына төшөнгән, артабан да белем алыу теләге менән янған ҡыҙ Рәсәйҙә билдәле уҡыу йортона – А.Л. Штиглиц исемендәге Санкт-Петербург дәүләт сәнғәт-сәнәғәт академияһына юллана. Тик тәүге йылда уңышһыҙлыҡҡа осрай. Әммә ныҡыш ҡыҙ хыялына тоғро ҡала, бер йылдан ошо уҡ уҡыу йортоноң иң абруйлы, шул уҡ ваҡытта ауыр монументаль-биҙәү сәнғәте факультеты студенты булып китә. Мозаика, икона яҙыу, витраж, фреска, сграффито, эмаль менән эшләү сәнғәте серҙәре менән таныша ул бында. Төньяҡ баш ҡалала күргәҙмәләрҙә лә уңышлы ҡатнаша.
«Уҡыу еңел бирелмәне, әммә бик ҡыҙыҡ ине, – тип хәтерләй Гөлназ. – Музейҙарҙа йөрөү, билдәле архитектура ҡоролмалары менән танышыу үҙе бер яңы донъяны асты». Тап ошонда ул эмаль менән таныша һәм... ошо материалға ғашиҡ була. Беҙҙә осрамаған был сәнғәт төрө тураһында ҡанатланып атаһына һөйләй, Салауат ағай ҡайҙандыр иҫке генә мейес таба, махсус буяуҙар яҙҙырып алалар ҙа... икәүһе яңы ижад төрөнөң серҙәренә төшөнөү менән булалар. Әйтергә кәрәк, «ҡайнар эмаль» тип аталған был сәнғәт төрө ярайһы ҡатмарлы, буяуҙары ла зарарлы, етмәһә, эҫе мейес янында эшләргә кәрәк. Баҡыр пластинаны ҡырҡып, тишеп әҙерләү ҙә ҡатын-ҡыҙ өсөн еңел түгелдер. Шуғалыр ҙа, Башҡортостанда Ғиләжетдиновтарҙан (Азамат ағаһы ла рәссам) башҡа был техникала эшләүселәр юҡ. Рәсәй кимәлендә лә аҙ улар. Гөлназдың ижады иһә зауығы, нескәлеге менән башҡаларҙыҡынан айырылып тора.
Һикһәндән ашыу төрлө кимәлдәге күргәҙмәлә ҡатнаша, эштәре диплом, миҙалдар менән билдәләнә. 2010 йылда «Рәсәйҙең йәш рәссамдары» күргәҙмәһе дипломанты булыуын әлегә иң ҙур уңышы тип һанай. Егерме бер йәшендә Рәсәй Рәссамдар берлегенә инеп, унда Башҡортостандан иң йәш ағза булып китә. Рәсәй һынлы сәнғәте үҫешенә индергән өлөшө өсөн РФ Хөкүмәте стипендияһына тәҡдим ителә.
Ижады күп ҡырлы Гөлназдың. Акрил, майлы буяу менән картиналар яҙа, акварелде лә үҙ итә, «ҡайнар эмаль» менән һүрәттәр төшөрә, мозаика ла теҙә. Бер генә сәнғәт төрө менән үҙен сикләмәй, яңылыҡҡа асыҡ. Үләндәрҙән туҡылған паннолары ла үҙенсәлекле. Эштәре М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Алабуға ҡалаларындағы музейҙарҙа, Чехия, Австрия, Италия, Ҡытай, Иранда шәхси коллекцияларҙа һаҡланыуы менән лайыҡлы ғорурлана ала ул.
Апрель айында «Өс мәктәп» тип аталған күргәҙмә әҙерләй Гөлназ. Унда Өфөнән, Санкт-Петербургтан, Дондағы Ростовтан оҫталар «ҡайнар эмаль» ысулы менән башҡарылған эштәрен тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Эҙләнеү өҫтөндә булған йәш рәссам киләсәктә мозаика студияһы асырға хыяллана. Яҡты хыялдары тормошҡа ашһын, ижады сәскә атһын, тип теләйек уға.