-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Илаһи хистәр уятыр ижад

Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Фәнил Шәймөхәмәтов – Рәсәйҙә ҡатмарлы төҫлө гравюра техникаһы буйынса эшләүсе бармаҡ менән һанарлыҡ оҫталарҙың береһе. Уның графикаһы республика, Рәсәй, сит ил (Германия, Италия, Австрия, Югославия, АҠШ, Япония, Израиль) күргәҙмәләрендә юғары баһа алған.

Рәссам өсөн уның ғәзиз Башҡортостаны, тыуып үҫкән Әлшәй районы мәңгелек илһам сығанағы булып ҡала. Үҙе тәрән белгән башҡорт ауылы тормошон, ҡараштарынан аҡыллы сабырлыҡ һирпелгән кешеләрҙе, йөҙәр йыллыҡ фәлсәфә менән һуғарылған ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе ул «Ураҙа байрамы», «Ҡаҙ өмәһе», «Иртәнге ҡаймаҡ», «Иҫке күпер», «Аҡмулла», «Кинйәбай бабай» һәм башҡа бик күп эштәрендә ғәжәйеп оло һөйөү, үҙенсәлекле тылсым һәм ғәм аша сағылдыра. «Төньяҡ амурҙары», «Салауат юлы» тигән циклдары мәшһүр батырҙарыбыҙҙың рухына мәҙхиә булып яҙылһа, «Тыуған яҡ сәскәләре» шәлкемендәге һүрәттәр һәр кем күңелендә йоҡомһораған илаһи ижадсыны уятыр...
Фәнил Сафуан улы байтаҡ йылдар инде Ишембай ҡалаһында йәшәй һәм ижад итә. Һуңғы ҡаҙаныштарының береһе – «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары – 2018» конкурсында «Оҫталар» номинацияһында еңеүе. Уны бәләкәй саҡта матурлыҡты күрергә өйрәтеүсе кеше плас­тилиндан һындар әүәләүгә йәлеп иткән өләсәһе Баныу булыуы һәр уңышлы ир-аттың илһам фәрештәһе ҡатын-ҡыҙ затынан икәнлегенә ишара.

Читайте нас: