+29 °С
Облачно
Психолог кәңәше
3 Декабря 2025, 10:06

Ир менән ҡатын мөнәсәбәте хаҡында

Был хаҡта эшҡыуар, коуч һәм психолог, күп балалы атай, сәләмәт тормош алып барыусы вегетарианец, ғөмүмән, алдынғы ҡарашлы ир-егет  Айбулат Ураҙбахтиндың фекерҙәрен бирәбеҙ. 

Ир менән ҡатын мөнәсәбәте хаҡындаИр менән ҡатын мөнәсәбәте хаҡында
Ир менән ҡатын мөнәсәбәте хаҡында

– Һеҙ – ҙур ғаилә башлығы. Матур мөнәсәбәттәр ҡороу, яҡындарыңды бәхетле итеү – ҙур хеҙмәт, шулаймы?

– Әле ғаилә институтының юҡҡа сығыуын күҙәтеү мине бик тетрәтә. 2024 йыл статистикаһы буйынса айырылышыуҙар һаны етмеш процентҡа еткән. Рәсәйҙә булмаған хәл: батша, СССР, һуғыш ваҡыттарында ла ундай кимәлгә төшмәгәнбеҙ.

Ниңә улай килеп сыға икән? Беҙ ғаилә ҡорғанда йыш ҡына хаталанабыҙ. Биш, ун, ун биш, утыҙ йылдан һуң айырылышабыҙ, сөнки үҙ-ара мөнәсәбәт төҙөй белмәйбеҙ. Беренсенән, кем ул ир менән ҡатын, уларға ниндәй сифаттар хас икәнлеген аңларға кәрәк бит. Икенсенән, нимә ул «ғаилә»? Ғаиләне кеше уйлап сығармаған, хатта ҡайһы бер йәнлектәр ғаилә, тоҡом менән йәшәй. Ә улар ҡайҙан белә ғаилә ҡороп йәшәргә кәрәклеге хаҡында? Кем ул ғаилә тәртибен барлыҡҡа килтергән? – тигән һорауҙар тыуа. Был изге тәғлимәт ергә Аллаһы Тәғәләнән төшөрөлгән. Беҙ ғаиләлә йәшәү ҡағиҙәләрен белмәгәнгә ҡыйынлыҡ кисерәбеҙ. Шунан тыуа ла инде аңлашылмаусанлыҡ, әрләшеү, айырылышыуҙар. Ә бит бәхет сере ябай ғына. Бары шуны аңлаған ир менән ҡатын – ике эгоист – үҙ-үҙҙәрен үҙгәртеп, бәхетле ғаилә ҡора ала. Балалар ҙа быны белергә тейеш. Рухи нигеҙҙә төҙөлгән ғаилә «династия» тип атала. Матди платформала ғына тыуған мөнәсәбәттәр династия көсөнә эйә була алмай.

Ғаилә мөхәббәт нигеҙендә барлыҡҡа килә. Беренсе платформа – хис-тойғо, ул ғаиләне булдырыу өсөн мөһим. Ике йән бер-береһен таба. Әммә бер нисә йылдан мөхәббәт юғала, сөнки ул – ысын мөхәббәттең демо-версияһы. Баҡтиһәң, беҙ мөхәббәттең нимә икәнен аңлап етмәйбеҙ. Мөхәббәт – күп баҫҡыслы система. Дөйөм алғанда, ул өс баҫҡыстан тора.

Икенсеһе – аң, ҡаршылыҡтар аша үтеп, бер-береңде хөрмәт итә башлау. Хөрмәт итеү – тәрән һөйөүгә өлгәшеү. Бында инде беҙ аң кимәленә етәбеҙ. Унда инде айырылышыуҙар булмай тиерлек.

Өсөнсө кимәл – илаһи мөхәббәт. Матди донъя ваҡытлыса икәнлеген аңлау, рухилыҡҡа ынтылыу, ғаиләлә илаһи мөхәббәт дәрәжәһенә етеү. Бөтә донъяны, кешелекте, йәнлектәрҙе ярата башлайбыҙ. Был – иң юғары кимәл. Барыбыҙға шул юғарылыҡҡа етеү мотлаҡ.

Донъя ҡануны буйынса ир – май, ә ҡатын – ут. Психологик яҡтан ҡатын (ут) ирҙәргә (май) ҡарағанда көслө. Шуға ут, өйөн, ғаиләһен йылытып, мейес эсендә ҡалһа яҡшыраҡ. Әгәр ул тышҡа сыҡһа, янғын тоҡаныуы бар. Ә хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе тышҡа атлыға. Һөҙөмтәлә цивилизация һәм фәнни-техник алға китеш – бөтәһе көрсөктәргә, һуғыштарға килтерә. Кем ғәйепле? Ике зат та! Ир ғәйепле, сөнки ул ҡатынды тота алмаған, үҙе рухи  яҡтан көсһөҙләнгән. Александр Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында әкиәт»е – тап шул хаҡта. Тимәк, беҙгә ярыҡ ялғаш эргәһендә тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Ҡөрьәндә – ахырызаман, Библияла – «конец света», ведаларҙа – кали юга, тигәндәребеҙ ҙә етеп киләлер, бәлки. Сөнки ҡиммәттәр емерелгән,  матриархат барлыҡҡа килгән заман тотороҡһоҙ. Ғаиләләге гармонияны һаҡлау, уңыш, бәхет серенә төшөнөргә тырышыу ғына ҡотҡарыр беҙҙе был ғазаптарҙан. Әлбиттә, үҫеш юлында һәр аҙымды төптән аңлап эш итеү мөһим. Әлеге көндә ҡатындар ҙа эшләгәс, ғаиләлә энергиялар буталып, ирҙәр «аморф» хәлдә ҡалған. Һөҙөмтәлә икеһе лә яфа сигә. Мин әлегәсә тулы бәхетле эшлекле ҡатын-ҡыҙҙы күргәнем юҡ. Беҙгә үҙ тәбиғәтебеҙгә әйләнеп ҡайтыу зарур: ҡатын-ҡыҙ – үҙ, ә ир-ат үҙ даирәһен һаҡлаһын.

Ошо – беҙҙең ҡотолоу юлы. 

 

Роза Хөснуллина һөйләште.

Фото А. Ураҙбахтиндың шәхси архивынан.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас