

Был мәсьәләлә тәүҙә ошоға иғтибар итеү мөһим: артығын ашау ғәҙәте улығыҙ уҡырға ингән осорҙа килеп сыҡҡан. Тап шул саҡта тыныслығығыҙ юғалған. Йәғни, уҡырға инә алмай ҡуйһа, тип ҡурҡҡанһығыҙ. Ғәҙәттә, ҡурҡыу артында көслө хәүеф тойғоһо ята. Һеҙгә өҫтәмә һорауҙар ҙа бирер инем. Бала уҡырға инмәһә, нимә була? Һеҙгә ниндәй бәлә янай? Мәҫәлән, кемдер баланың киләсәге өсөн үҙен ғәйепле тойоуҙан ҡурҡа. Насар әсәй икән, балаһын тейешенсә уҡытмаған, уның киләсәгенә яуаплы ҡарамаған, тип әйтеүҙәренән ҡыйынһына. Унан да тәрәнерәк хәүеф – ошондай килеш мине ҡабул итмәҫтәр, ситкә тиберҙәр, тигән шик тә булыуы ихтимал. Тағы оялыу ҡушыла. Эске донъяла хәүеф көсәйә.
Был – организм өсөн ҙур көсөр-гәнеш. Ҡурҡыныс янаһа, «ҡас», «һуҡ» йә «тынып ҡал» реакцияһы үҙ эшен башлай. Йәғни һеҙҙең осраҡта «ҡас»ыу – самаһыҙ ашау ярҙамында проблеманан йәшенергә тырышыу кеүек. Тимәк, ҡасандыр барлыҡҡа килеп, тамыр йәйгән ғәйеп, оят тойғолары өҫтөндә эшләү кәрәк. Сәбәбе – һеҙҙең күңелдә.
Ни өсөн тигәндә, ҡасандыр ниҙер килеп сыҡмаған, хаталанған өсөн тәнҡит, бәлки, ғәйепкә тарттырыу (һуғыу, ҡурҡытыу), «икеле» билдәһе, көлөү, оялтыу булғандыр. Шул ваҡытта травма алған бәләкәй бала әле һаман һеҙҙең эстә “йәшәй”. Уның инде ҡабат шул уңайһыҙ тойғоларҙа, хәүефтә ҡалғыһы килмәй. Кеше тынысһыҙлана, аңында төрлө дәһшәтле хәлдәрҙе күҙ алдына баҫтыра.
Әле нимә эшләргә мөмкин? Иң ябайы: 5–10 минутҡа бер үҙең ҡал, уңайлы итеп ултыр йә ят, күҙҙәреңде йом һәм тын алышыңа иғтибар ит, үҙеңдең торошоңдо ситтән күҙәт. Артабан ошо техниканы өҫтәргә мөмкин: ниндәй тауыш ишетәһең, тәнең нимә тоя, ниндәй тәм, еҫ һиҙәһең, нисек ултыраһың йәки ятаһың – аң аша ситтән күҙәт.
Көн һайын ошо күнекмәләрҙе эшләгәндә лә кеше тыныслана, иғтибарын икенсе нәмәләргә йүнәлтергә өйрәнә. Сөнки, иғтибар тик борсоп торған мәсьәләлә икән, ул ҙурая ғына һәм стресс, борсолоу ҙа көсәйә. Һеҙгә ошо тын алыу һәм «5 тойғо» техникаларын эшләргә тәҡдим итер инем.
Ғөмүмән, ул барлыҡ стресс, борсолоу кисергәндәр өсөн дә файҙалы. Шулай уҡ көн һайын, ярты сәғәт булһа ла, өндәшмәү практикаһын ҡулланып ҡарағыҙ. Ҡулға телефон алмайбыҙ. Шулай кеше юғалған көсөн, энер-гияһын үҙенә ҡайтара, күңелендәген “ишетә”, аңлай башлай. Күнекмәләр ыңғай һөҙөмтә бирә. Уға ҡушып, спорт менән шөғөлләнеү, аҡһымдарға, шәкәргә бай ризыҡтарҙы кәметеү ҙә ярҙам итә.
Ә инде ирҙең ситләшеүе, айырым ятып йоҡлауы – бары эҙемтә. Күҙ алдына килтерәйек: ир эштән арып, ниндәйҙер мәсьәләләр хәл итеп ҡайта. Өйҙә уның тыныслыҡ тапҡыһы, ял иткеһе килә. Ләкин уны борсоулы ҡатын ҡаршы ала, етмәһә, әрләшә, үҙенән ҡәнәғәт түгел, тынысһыҙ. Бындай ҡатын-ҡыҙ һөйкөмлө күренмәй шул – этәрә. Үпкә, тәнҡит хәлде ҡатмарлаштыра ғына. Стресс, көсөр-гәнеш арта. Барыһын яйға һалыуҙы үҙеңдән башлау хәйерле. Беренсе сиратта, үрҙәге күнекмәләрҙе үтәү. Иргә дәғүәләрҙе туҡтатыу. Яҡшы психолог менән эшләй башлау.
Үҙеңә оҡшаған шөғөл табып, китаптар уҡып, ҡыҙыҡлы кешеләр менән аралашып, күңелегеҙҙе байытығыҙ. Күрерһегеҙ, һеҙ, тынысланып, иғти-барҙы үҙегеҙгә йүнәлтеп, тормоштан ҡыуаныс таба башлағас, тәнегеҙ ҙә һомғолланыр. Иманым камил, ирегеҙҙең дә мөнәсәбәте яҡшырыр.
Гөлсинә ЙОСОПОВА,
психолог.