

– Әлфиә Сәғит ҡыҙы, Республика балалар клиник дауаханаһының пациенттары кемдәр улар? Унда психологтарҙың да эшләүе бөгөнгө заман ысынбарлығымы?
– Хеҙмәтем шунда килеп юлыҡҡан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре менән бергә эшләүҙән ғибәрәт. Беҙҙә үҫмерҙәрҙе, йәштәре ярайһы ҙур булыуға ҡарамаҫтан, күп осраҡта яңғыҙҙарын түгел, ә яҡындары менән бергә һалалар. Был йә саманан тыш ҡурсаланған (гиперопека), йә тетрәндергес ваҡиға кисергән балалар. Бөгөнгө үҫмерҙәргә тормошта үҙ-үҙен табыуы, йәшәүе ауырға тура килә, эмоциональ яҡтан бигерәк тә. Сөнки уларҙың психикаһы шул тиклем тотороҡһоҙ.
– Ә нилектән улай һуң? Юҡлыҡ заманы түгел, бөтә нәмә бар, ата-әсәләр балалары алдына ни алып, ни ҡуйырын белмәй, тигәндәй...
– Сөнки бөгөнгө балалар –
Z быуыны вәкилдәре, ә улар бөтә нәмәгә лә үтә һиҙгер һәм психологик яҡтан шул тиклем нескә. Беҙҙең быуын таҙа ризыҡ ашап, саф һауала уйнап, эшләп үҫте, үтә ҡурсаланып «өй» шарттарында тәрбиәләнмәне. Һәм иң мөһиме – ғаиләләрҙә «бала культы» булманы. Ысынлап та, бөтөнләй икенсе идеология, икенсе быуын ине ул заманда.
Элек өләсәй-олатайҙар тәрбиәһе лә көслө булды һәм ул да үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы, әлбиттә. Бөгөн балалар араһында сәләмәт булғандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ, көн оҙоно саф һауаға сыҡмай, телефонға текәлеп ваҡыт уҙғарған йәштәрҙең ниндәй һаулығы булһын инде, «күҙһеҙ» гаджет быуыны хәҙер. Уйлаһаң, уйылып китерлек...
– Элек үҫмерҙәр араһындағы һирәк тәмәке тартыусылар ҙа йәшенеп, ҡасып-боҫоп ҡына торор ине, ә хәҙер ул модаға әүерелде, егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа электрон сигарет көйрәтә. Ни өсөн йәштәр вейпҡа тартыла һәм уның зыяны бармы?
– Тәмәке, электрон сигарет – вейп һатыусылар аҡса эшләү ниәтенән уларға романтик тон өҫтәүсән. Ҡайһы бер үҫмер ҡыҙҙар «крутая» булабыҙ, лидерлыҡ яулайбыҙ тип, ялған авторитетҡа бирелеп, вейпҡа үрелә. Кемдәрҙер, буллингтан ҡурҡып, ала ҡарға булмаҫ өсөн өйөргә эйәреп тарта башлай. Бында ғаиләнән килгән насар ғәҙәттәр ҙә үҙ ролен уйнай, ата-әсә балаһы алдында тарта икән, «яҡшы» үрнәк, һис шикһеҙ, ҡыҙына ла күсә. Уның өсөн тәмәке тартыу – тәбиғи күренеш. Үҙе тартҡан әсә ҡыҙын «тартма» тип тыя ла алмай.
Вейп, әлбиттә, йәш организмға ғына түгел, барыһына ла насар тәьҫир итә. Йыш сирләгән йәиһә генетик үпкә ауырыуҙары булғандарға бигерәк тә ҡурҡыныс ул, сөнки был ағза үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата, ҡата башлай, боронғолар әйтмешләй, «таш үпкә»гә әйләнә. Кеше яйлап һүнә, үлә. Тартҡан үҫмерҙәр ҙә, миңә мөрәжәғәт иткәндә, уны йәшереп маташа. Тик махсус диагностик методика – мандалала һүрәт эшләү алымы менән йәшерен төйөндө «сисергә» мөмкин. Ғәҙәттә психологияла һорау (опросник) ярҙамында теге йәки был проблеманы асырға тырышалар, ә махсус һүрәт төшөрөү проектив ысулға инә. Тимәк, ул – кешенең күңелендәге баҫырылып ятҡан хистәренең, йәшерен тойғоларының аңһыҙ рәүештә һүрәттәге сағылышы. Проблемалы балалар үҙ-үҙен шул тиклем күрә алмай, йөрәктәрен өткән эстәге ауыртыуҙы, күңел яраһын баҫыр, тышҡа сығарыр өсөн улар алама ғәҙәткә ылығыусан. Шул рәүешле кемдәрелер – тәмәке-алкоголдә, ҡайһы берҙәре интим мөнәсәбәттәрҙә «дауа» таба, онотола. Сөнки уларҙың нәҡ ҡандары ҡайнаған, гормондары уйнаған мәл, етмәһә, социаль һәм ғаиләләге проблемалар ҙа быға этәрә. Һәм ошо ерҙә тағы ла мөһим фактты әйтеп китеү урынлы булыр: ғаиләлә баланы баҫалар икән, ул йәмғиәттә лә ғәҙәттә буллингка эләгә. Ата-әсәләргә кәңәш шул: балаларға үтә лә талапсан булырға ярамай, артыҡ тыйыу, баҫыу күңелһеҙ һөҙөмтәләргә килтереүе мөмкин.
– Һеҙҙең практикала осраған иң тетрәндергес хәл-ваҡиға?
– Беҙҙәге гинекология бүлегендә көсләнгән ҡыҙҙар күп, иң аяныслыһы – уларҙың бала көйөнсә генә уңалмаҫ күңел яраһына, кәмһетелеүгә дусар ителеүе. Был йәш йөрәк өсөн ҡот осҡос яҙмыш һынауы! Уларҙың ир-егеткә ҡарата нәфрәтен кәметергә, тормоштоң яҡты буяуҙары ла барлығын аңлатырға, күңелдәрен йомшартырға тырышабыҙ. Бының өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителә, әлбиттә. Йылына әллә нисә ҡабат реабилитация үтә улар. Психологик практикамда алты йәшенән генә үгәй ағаһы тарафынан (әсәһенең бергә йәшәгән иренең улы) көсләнгән Анфисаның осрағы тетрәндергес. Ауылда йәшәгән ҡыҙҙы ул үҫмер егет (ир аҡтығы тиһәк тә була, башҡаса тел әйләнмәй) алты йыл буйы бәҙрәфтә мәсхәрәләй һәм «өндәшһәң, ошо уҡ хәлде һинең менән атайым да эшләйәсәк» тип ҡурҡыта. Оҙайлы йылдар дауамында бахыр ҡыҙсыҡ берәүгә лә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә алмай. Иң ҙур фажиғә шунда: Анфиса әсәһенә әйтергә маташып ҡарай, тик уныһы ышанмай. Һин беҙҙең айырылыуҙы теләйһең, тип, ирен юғалтыуҙан ҡурҡып, проблемаға күҙ йома. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ер йөҙөндә шундай әсәләр ҙә бар. Ә Анфиса шул тиклем матур ҡыҙ, ләкин үҙен ҡурҡаҡ ҡына «һоро сысҡан» кеүек тота ине. Хәҙер юғары уҡыу йорто студенткаһы ул.
Тағы ла бер осраҡ: 15 йәшендә 55 йәшлек еҙнәһе менән сыуалған Ольга беҙҙең дауаханаға ярты йыл эсендә алты тапҡыр мөрәжәғәт итте. Ат кеүек һап-һау ҡыҙға бушлай психолог ярҙамы кәрәк. Бәлиғ булмаған Ольганы аҙҙырған еҙнәһен 15 йылға төрмәгә ултыртҡандар, ҡыҙ уның менән осрашыу эҙләй, сығыуын көтә, мөнәсәбәттәренә «романтика» өҫтәп «хыяллана». Әсәһенән йылылыҡ тапмаған Ольга үҙенән күпкә оло иргә – еҙнәһенә ғашиҡ булып, күңел йылыһы таба. Ошо урында әсәйҙәргә тағы бер иҫкәртеү: ҡыҙ баланы күңел наҙынан мәхрүм итмәгеҙ! Юғиһә ул йылылыҡты ситтән эҙләй башлаясаҡ. Психологик тайпылышы булған Ольгаға – 17 йәш, ул ентекле дауалау үтергә тейеш, сөнки ҡыҙҙа мин фаразлаған «Стокгольм синдромы» асыҡланды. Табиптар менән уны тиҙ арала Мәскәү белгестәренә ебәрергә ҡарар иттек.
– Бөгөнгө үҫмерҙәр «паник һөжүм»гә йыш бирелеүсән. Беҙ үҫкәндә ундай терминдың барлығын да белмәнек...
– Эйе, паник һөжүм дә – заманыбыҙҙы борсоған, үҫмерҙәр араһында йыш күҙәтелгән мөһим проблемаларҙың береһе. Паник һөжүм теория буйынса кешелә 20 йәштән 30 йәшкәсә булырға мөмкин һәм өс минуттан алып 15 минутҡаса дауам итә. Беҙҙең кардиоревматология бүлегендә дауаланған Алмаздың «һөжүм»дәре ҡайһы берҙә ике сәғәткә һуҙыла торғайны. Үҙен төрлө сикләүҙәргә ҡуйған, ҡыҫымдарға ҡамаған 16 йәшлек үҫмерҙә хәүеф тойғоһо үтә лә юғары, шунлыҡтан хәл-торошо оҙаҡ үтмәй йонсота. Паник һөжүм мәғариф системаһына ТДИ, БДИ-лар килеп ингәс йышайҙы һәм йәшәрҙе. Архитектор булырға хыялланған егет менән оҙайлы арт-терапия үткәрергә тура килде, хәҙерге көндә уның хәле, Аллаға шөкөр, тотороҡло.
Айзилә Мортаева әңгәмәләште.
Фото