Был мәсьәләлә тәүҙә ошоға иғтибар итеү мөһим: артығын ашау ғәҙәте улығыҙ уҡырға ингән осорҙа килеп сыҡҡан. Тап шул саҡта тыныслығығыҙ юғалған. Йәғни, уҡырға инә алмай ҡуйһа, тип ҡурҡҡанһығыҙ. Ғәҙәттә, ҡурҡыу артында көслө хәүеф тойғоһо ята. Һеҙгә өҫтәмә һорауҙар ҙа бирер инем. Бала уҡырға инмәһә, нимә була? Һеҙгә ниндәй бәлә янай?..
...Был – организм өсөн ҙур көсөр-гәнеш. Ҡурҡыныс янаһа, «ҡас», «һуҡ» йә «тынып ҡал» реакцияһы үҙ эшен башлай. Йәғни һеҙҙең осраҡта «ҡас»ыу – самаһыҙ ашау ярҙамында проблеманан йәшенергә тырышыу кеүек...
...Әле нимә эшләргә мөмкин? Иң ябайы: 5–10 минутҡа бер үҙең ҡал, уңайлы итеп ултыр йә ят, күҙҙәреңде йом һәм тын алышыңа иғтибар ит, үҙеңдең торошоңдо ситтән күҙәт...
Көн һайын ошо күнекмәләрҙе эшләгәндә лә кеше тыныслана, иғтибарын икенсе нәмәләргә йүнәлтергә өйрәнә. Сөнки, иғтибар тик борсоп торған мәсьәләлә икән, ул ҙурая ғына һәм стресс, борсолоу ҙа көсәйә. Һеҙгә ошо тын алыу һәм «5 тойғо» техникаларын эшләргә тәҡдим итер инем...
Гөлсинә Йосопова, психолог