-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
2 Март 2023, 14:29

Ҡайғыларҙы үлсәр бизмән юҡ

Тормошта шатлыҡ менән хәсрәт йәнәш йөрөй, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Яныбыҙҙа юғалтыу кисермәгән берәү ҙә юҡтыр. «Ҡәҙерле кешеләребеҙ мәңгелеккә арабыҙҙан киткәндә йөрәктәргә төшкән ҡайғыны бер ниндәй бизмәнгә лә һалып үлсәрлек түгел. «Ләкин иҫәндәр өсөн тормош дауам итә, һәм уларға хәсрәт даръяларынан сығып, артабан йәшәү өсөн көс табырға кәрәк», – ти даими авторыбыҙ, «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе, психолог Айгөл Ҡәйепҡәли ҡыҙы ӘБЕЛХӘЙЕРОВА.

Ҡайғыларҙы үлсәр бизмән юҡ
Ҡайғыларҙы үлсәр бизмән юҡ

Беҙ ғәзиздәребеҙҙе юғалтҡанда аңлатып бөткөһөҙ ауыр хистәр ялҡынында ҡалабыҙ. Ул сикһеҙ һыҙланыуҙы баҫырлыҡ бер көс тә юҡ. Һәр күҙәнәкте ялмаған ялҡында янып көлгә әйләнмәҫ өсөндөр, хәсрәт даръяһына сума әҙәм балаһы.
Ҡайғырыуҙы психологтар «йәнебеҙҙең һаҡланыу кисереше» тип атай һәм ул биш «осорҙан» тора, тип билдәләй: хәсрәт килеүен инҡар итеү, ярһыу-асыу, «алыш-биреш итеү», депрессия, күнеү. Ғәҙәттә, быларҙың барыһын да үткәреүгә бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк.
Тәүге мәлдә зиһенебеҙ ҡайғыға ышаныуҙан баш тарта – уны инҡар итә. Белгестәр әйтеүенсә, был халәт иҫән ҡалыу механизмы булһа, ярһыу-асыу иһә – һыҙланыуҙы йәшереү ысулы. Ярһыуҙың башҡа кешеләргә йүнәлтелгән булыуы ихтимал, мәҫәлән, туғандарға, хатта элекке етәксегә. Һин ул кешенең ғәйепле түгеллеген аҡылың менән аңлайһың. Ләкин эсеңдәге ташҡынды тыйып тота алмайһың. Ҡайһы берҙә был тойғо әрнеү, әсенеү булараҡ та сағыла.
Ҡайғылағы кешеләрҙең хәтере тиҙ ҡалыусан, улар ярҙамға мохтажға әйләнә. Шаңҡыһалар ҙа, ваҡиғаларға йоғонто яһай алыуҙарын белергә теләп, күңелдә тыуған бөтмәҫ һорауҙарға яуап табырға тырышалар. Дингә ышаныусылар, Хоҙайға йәки Юғары көскә мөрәжәғәт итеп: «Раббым, түҙеп торғоһоҙ әрнеүҙәремде кәметһәң, шулай итер инем, былай итер инем!»– тип ялбара. Психологтар быны «алыш-биреш итеү» тип атай. Асылда иһә – упҡындай йоторға торған һағыштан ҡасырға тырышыу ул.
Ҡайғының дүртенсе, тын үтеүсе осоро – депрессия. Башта кеше ауыр тойғоларҙан ҡасырға ынтылһа, был осорҙа ул юғалтыуҙы ҡабул итергә әҙер. Депрессияның үтә ҡатмарлы уҙыуы мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр яңғыҙы ғына ҡалырға теләй. «Бар донъя томандағы кеүек ине, мин үҙемдең аҙашып, ни эшләргә белмәүемде һәм һары һағышҡа сорналыуымды ғына тоям, – тип хәтерләй улар. – Юғалтыуҙың кире ҡайтмаҫлығын төшөнөүҙән мыҫҡал да йәшәү көсөм ҡалмағайны шул саҡ».
Күнеү – ҡайғының бишенсе осоро. Хәсрәт тормошто, донъяға ҡарашты үҙгәртә. Быны бөтә ысынбарлығында аңлап, һин үҙеңде икенсе кеше итеп тояһың. Күнеү – ул болот артынан ҡояш сығасағын, тормошта ҡара һыҙаттарҙың да бар икәнен белеү.
Һәр беребеҙ ҡайғыны үҙенсә үткәрә. Уның тәрәнлеге һәм күпмегә һуҙылыуы ла һәр кемдең төрлөсә. Быға тормош тәжрибәһе, яҡындарҙың ярҙамы, матди именлек, өҫтәмә ҡыйынлыҡтар һәм башҡа шарттар йоғонто яһай. Кешене «ашаусы» кисерештәр күп йылдарға һуҙылған осраҡтар ҙа байтаҡ.


Хәсрәт эсенән мөмкин тиклем һаҡланыбыраҡ сығыу өсөн, таяныс булырҙай ябай ғына кәңәштәр бирергә теләйем.

*Яңғыҙ ҡалмағыҙ. Кешегә кеше кәрәк. Ҡыйын саҡта – айырыуса.
*Ярҙам һорағыҙ, уны тәҡдим итәләр икән, баш тартмағыҙ. Оялмағыҙ, «бәҫем төшә» тип уйламағыҙ.
*Үҙегеҙгә ваҡыт бирегеҙ. Уның күпме талап ителеүен теүәл әйтеп булмай, шуға күрә эске тауышығыҙҙы тыңлағыҙ.
*Үҙегеҙҙе һаҡларға тырышығыҙ. Йығылып киткәнсе эшләмәгеҙ, күпме эшләргә әҙерһегеҙ, нимә теләйһегеҙ – шуны башҡарығыҙ. Ҡайғы күп көстө ала, хәлегеҙҙе һаҡлағыҙ.
*Һеҙ әле үткәргән бөтә тойғолар – тәбиғи, ваҡиғаға күңелегеҙҙең яуабы. Ҡабырсаҡҡа бикләнмәгеҙ, кисерештәрегеҙҙе сығара барығыҙ: яҡындарығыҙ менән аралашаһығыҙмы, хат яҙаһығыҙмы, фотоһүрәттәрҙе ҡулығыҙға алып, элекке саҡтар хаҡында һөйләй-һөйләй иҫтәлектәргә биреләһегеҙме – айырма юҡ.
*Ошоғаса дингә килергә ынтылып йөрөп, форсат тапмаһағыҙ, бәлки, әле иң ҡулай ваҡыттыр?.. Доға ҡылығыҙ. Мәңгелек донъяға күскән яҡын кешегеҙгә шул рәүешле ярҙам итә алаһығыҙ, сөнки уның рухы доғаға мохтаж. Баҡыйлыҡҡа китәһе йәнде, ныҡ ҡайғырып, яныбыҙҙан ебәрмәйбеҙ икән, уға ла рәхәт түгел. Үҙебеҙҙе генә уйлау уға зыян килтереүен иҫтә тотоғоҙ. Әммә башкөллө дингә китеп, ысынбарлыҡтан ситләшеү ҙә хәүеф уята. Секталарға ылығыу уғата ҡурҡыныс.
*Хәсрәтле сағығыҙ үтмәҫ борон тормош өсөн мөһим ҡарарҙар ҡабул итергә ашыҡмағыҙ. Сөнки хәлде айыҡ аҡыл менән баһалау ҡыйын буласаҡ.

 

Тағы ла шуны кәңәш итәм:

*Кешеләрҙе буштан-бушға ғәйепләүҙән, кемгә лә булһа үс тотоуҙан, эргәгеҙҙәгеләргә ябырылыуҙан һаҡ булығыҙ.
*Эсегеҙҙә ҡайнаған ярһыу-асыуҙы үҙегеҙгә зыян килтермәйенсә, ҡәҙерле мөнәсәбәттәрҙе ҡыйратмайынса сығарыу юлын табығыҙ. Шулай уҡ ҡайғыға тарыусыларға һөнәри ярҙам күрһәтеүсе психолог/психотерапевҡа мөрәжәғәт итеү ҙә файҙалы булыр.
*Яҡындарын юғалтҡан кешеләр йыш ҡына үҙҙәрен ғәйепле тойоусан: тейешле ҡәҙер-хөрмәт күрһәтмәнем, ҡотҡарып ҡала алманым, иң мөһим һүҙҙе әйтеп өлгөрмәнем тип. Был тойғо оҙаҡ китмәй икән, борсолорға урын бар. Ғәйебемде юям тип, бәхеттән, шатлыҡтан, матди уңайлыҡтарҙан баш тартыусылар ҙа бихисап.
*Булған хәлде үҙгәртерлек, ваҡытты кире борорлоҡ ҡөҙрәттәр юҡ шул беребеҙҙә лә. Йығылырҙы белһәм, һалам түшәр инем, тиҙәр бит халыҡта ла. Әгәр инде был аяныслы ваҡиғала, ысынлап та, ғәйебегеҙ бар икән, уны сауаплы эштәр менән юйыу, дөрөҫ һығымталар яһау зарур.

Ваҡыт үтеү менән кеше яйлап ҡына ҡәҙерлеһе булмаған донъяла йәшәргә өйрәнә. Элек эргәлә йөрөгәндәрҙең ҡайһы береһе янда ҡалмай, яңы таныштар, яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Әкренләп көнитмеше яйға һалына, йоҡоһо көйләнә, йәшәү тәме, ауыҙына ризыҡ таты ҡайта. Кемдер йә өйөн, йә баҡсаһын яңырта, йә эшен алмаштыра.
Хоҙай Тәғәлә беҙҙе был донъяға яфаланыу өсөн яралтмаған. Әҙәм балаһына төпһөҙ ҡайғы сөңгөлдәренән сығып, артабан йәшәрлек ҙур ҡеүәт һалыныуын хәтерегеҙгә төшөргөм килә, ҡәҙерле дуҫтарым.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: