-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
5 Август 2022, 15:35

Кемдәр улар – башҡаларҙы әйҙәүселәр?

Һәр кемдең был донъяла танылыуға, йәмғиәттең ихтирамына өлгәшеп һәм тормош юлында артта түгел, дөлдөлдәй алда булып йәшәгеһе килә. Берәүҙәр ул оло ниәтен – тулыһынса, икенселәр ниндәйҙер кимәлдә бойомға ашыра ала, өсөнсөләр иһә – юҡ. Әммә ғәмәл дәфтәре нисек яҙылыуға ҡарамаҫтан, һәр ата-әсә ер йөҙөндә үҙенән һуң ҡаласаҡ нәҫелгә яҡтыраҡ яҙмыш юрай, уның даланлыраҡ, көслөрәк, ҡыйыуыраҡ, ҡыҫҡаһы, уңышлы лидер булыуын теләй – әҙәми заттың иң тәбиғи ынтылышы был. «Ләкин лидерлыҡтың ыңғай яҡтары булған кеүек, кире мәлдәре лә бар», – ти даими авторыбыҙ, «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе Айгөл Ҡәйепҡәли ҡыҙы ӘБЕЛХӘЙЕРОВА.

Кемдәр улар –  башҡаларҙы әйҙәүселәр?
Кемдәр улар – башҡаларҙы әйҙәүселәр?

Бөгөнгө заман – туҡтауһыҙ юғарыға талпыныусылар, етәксе сифаттарына эйә шәхестәр дәүере. Ләкин әйҙәүсе, башлыҡ булырға теләүселәр һанһыҙ булһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр уйын тормошҡа ашырыу өсөн тырышлыҡ һалмай, шунлыҡтан һүҙҙән ары китә алмай. Сөнки лидерлыҡ – ихтирамдан файҙаланыу ғына түгел, ә иң элек ҡатмарлы ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәм башҡалар өсөн оло яуаплылыҡҡа әҙер булыу.
Бының ыңғай һәм кире яҡтарын ҡарап үтәйек әле.
Башлыҡ булараҡ танылған кеше нимәгә эйә? Ул ил-ғәмдең хөрмәтен тойоп йәшәй, йәмғиәттә дәрәжәһе бар, шунлыҡтан үҙбаһаһы ла бүтәндәрҙекенән юғарыраҡ, шәхесенә иғтибар ҙа ҙурыраҡ. Һеҙ өҫтөгөҙгә ниндәйҙер йөкләмәләр алаһығыҙ, эргә-тирәләрегеҙ өсөн дә йыш ҡарар ҡабул итәһегеҙ. Бүтәндәр һеҙгә тартыла, сөнки янығыҙҙа ышығыраҡ, йылыраҡ, шулай ҡулай һәм яҡшыраҡ. Үҙ сиратында улар ҙа йөкләмә ала, һеҙҙе тыңларға, ҡушҡан эштәрегеҙҙе үтәргә тейеш була.
Миҙалдың икенсе яғы ла бар: ул – башҡаларҙың көнләшеүе, кире ҡарашы, «тулҡындан төшөп ҡалмайым» тип, гел көсөргәнештә, йыш ҡына ал-ялһыҙ ғүмер итеү. Даими баһалауҙар һәм өҫтөңә ямғырҙай яуып торған тәнҡит, шул сәбәпле яулаған үрҙәреңде юғалтыуҙан ҡурҡыу һәм яңғыҙлыҡ. Әммә яңғыҙың ғына була белеү, уның солғанышында ҡөҙрәт туплау ҙа – көслө рухлыларға бирелә торған һыҙат.
Лидер, инглиз теленән тәржемә иткәндә, «беренсе булып барыусы» тигәнде аңлата. Тимәк, ҡалған кешеләр уға эйәрә һәм арҡаһына көтмәгәндә таш ташлаусылар ҙа – артынан барыусылар. Һеҙҙең юл ярып йөрөүегеҙҙе ҡабул итмәүселәр һәр ваҡыт буласағын оноторға ярамай. Ундайҙар, ғәҙәттә, иңдәренә ауырлыҡ йөкмәргә, халыҡты эйәртергә яратмай, ләкин башлыҡ алдында ла йөкләмәләр алырға әҙер түгел.
Әгәр кешеләрҙе етәкләргә теләйһегеҙ, үҙегеҙҙә шундай ҡеүәт урғылыуын беләһегеҙ икән, лидерлыҡтың ыңғай яҡтарын ҡабул иткән кеүек, кире мәлдәрен дә иҫәпкә алырға кәрәк.
Башлыҡ алдынғы булыу ынтылышын, иң элек, башында тота. Сөнки был талпыныш тәүҙә зиһенебеҙҙә тыуа, нығына. Һәм ул һүнә икән, беренсе сиратта башыбыҙҙа көлгә әйләнә, шунан – ғәмәлдәребеҙҙә.
Лидерлыҡ – үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ, эш итеүебеҙ, мөһим маҡсаттарҙан илһамланып йәшәүебеҙ ул. Һөҙөмтәлә быны кешеләр ҙә тоя һәм һеҙҙең ҡарашығыҙҙы ҡабул итә (йәки ҡабул итмәй). Үҙең өсөн, мораттарыңды ысынға әйләндереү өсөн, яҡын кешеләрең, балаларың, дуҫтарың һәм таныштарың хаҡында ҡыйыу хәстәрлек тә – лидерлыҡ. Хеҙмәттәштәреңде, бизнес буйынса партнерҙарыңды, ил-йортоңдо ҡайғыртып, алға барыу ҙа – тап шул.
Булыр бала – биләүҙән, алтылағы – алтмышта, ти халыҡ. Сабый үҫкән саҡта уҡ уның мөмкинлектәрен төҫмөрләргә була. Иғтибар итегеҙ әле: башлыҡ һәләттәре ярылып ятҡан баланың һәр ваҡыт үҙ фекере, һүҙе бар – саҡ тәпәй китһә, тәтелдәй генә башлаһа ла. Ул бөтә нәмәне ата-әсәһе йәки башҡа кеше әйткәнсә түгел, үҙенсә эшләргә тырыша. Ләкин холҡона сабырлыҡ, эш һөйөүсәнлек, тырышлыҡ һәм ныҡлыҡ кеүек сифаттар һалынмай икән, ул ҡәҙимге, тиҫтерҙәренән айырылмаған кеше булып буй еткерер.
Иң мөһиме – ата-әсәләр ҡасандыр тормошҡа ашмаған уйҙарын балаларына туғарып ҡалдырмаһын ине. Йыш ҡына уларҙың ныҡ әүҙем улының йә ҡыҙының ҡарашын өнәмәүе арҡаһында ғаиләлә оло бәхәс тыуа торған, уның, быуындар конфликтына әйләнеп, мәңгелек төҫ алмауы иһә донъя күргән өлкәндәрҙең сабыр аҡылынан тора.
Шәхес үҫеше буйынса билдәле белгес Робин Шарманан бер ваҡыт: «XX быуат лидеры XXI быуаттыҡынан ҡайһы яҡлап айырыла?» – тип һорайҙар. Һүҙемде уның яуабы менән тамамлағым килә: «XX быуатта лидер булыу өсөн 30 көн эсендә ҡарарҙар ҡабул итеү етә ине. Бөгөн иһә быны 30 секундта эшләү кәрәк». Сөнки ваҡыт йәшен тиҙлегендә үҙгәрә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: