Әҙәм балаһының матди, йәғни донъяуи ҙа, матди булмаған – менталь, үҙебеҙсә әйтһәк, күңел-йән бурыстары ла йыйылып китеүе ихтимал. Матди бурыстың ни икәнен барыбыҙ ҙа белә – быға кредиттар, хаҡын өлөшләтә түләү шарты менән һатып алған тауарҙар, кешеләрҙән алып торған аҡса һәм башҡалар инә. Ә бына йән бурысы хаҡында уйланыусылар күпме икән?
Беҙ йыш ҡына кешеләргә, үҙебеҙгә: «Дүшәмбенән яңыса йәшәй башлайым!» – тип һүҙ бирәбеҙ. Йүгерә башлайым, спорт менән шөғөлләнәм, диетаға ултырам... – тағы ла әллә күпме яңы эшкә тотонам, тип ниәтләйбеҙ. Ләкин көндәлек ваҡиғалар солғанышында вәғәҙәләребеҙҙең күбеһе (йә береһе лә) үтәлмәй ҡала һәм бурыс булып туплана бара.
Күңел бурыстары – әйтеп тә, башҡарылмаған эштәребеҙ – артыбыҙҙан бер тотам да ҡалмай эйәреп килә. Мәҫәлән, сабыйығыҙға был ял көндәрендә паркка барырға вәғәҙә иттегеҙ, ти. Ләкин ваҡытығыҙ булмайынсамы, бүтән мәшәҡәт арҡаһындамы, уны үтәмәнегеҙ. Кәйефе төшкән бала, һис юғында, икенсе ялда ваҡытығыҙ табылырына өмөтләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрөгөҙ әле: дуҫығыҙҙан берәй нәмә (китап, сумка, аҡса) алып тороп, ҡайтармаған сағығыҙ бармы? Һеҙҙең өсөн иҫ киткес ҙур яҡшылыҡ эшләүсегә, мәҫәлән, яҙмышығыҙҙа хәл иткес ярҙам күрһәткән кешегә, йә булмаһа, һеҙ ҡыл өҫтөндә торғанда һаулығығыҙҙы һаҡлап ҡалған табипҡа рәхмәт әйтмәй киткәнегеҙ булдымы? Шундай мәлдәрҙе иҫләгән һайын, ҡыйынлыҡ кисерәһегеҙ, шулаймы? Был осраҡтар барыһы ла күңел бурыстары булып йыйыла. Бирәсәкте ҡайтармау ғәҙәткә әүерелә икән, бурыстар ҡапсығы ла йылдан-йыл ҙурайып, елкәгеҙҙе баҫыусы таштай йөккә әйләнәсәк.
Гөлдәй ҡатынын һөйәркәһенә алмаштырып, ғаиләһенән киткән һәм сырылдашып илап ҡалған балаларын атай йылыһынан мәхрүм иткән, артабан бер тинлек тә ярҙам күрһәтмәгән ирҙәрҙе беләм. Әйтегеҙ әле: уларҙың атайлыҡ бурысы ниндәй үлсәүҙәр менән үлсәнә лә күпме тарта? Бер йылы һүҙгә мохтаж булып, күҙҙәрен телефондан алмайынса, «бөгөн булмаһа, иртәгә шылтыратыр» тип зарығып көткән ҡарт әсәйҙәр һәм атайҙар алдындағы балалыҡ бурысын билдәләр бизмәндәр бармы? Олоғайып, ярҙамға мохтаж ҡалған ата-әсәне хәстәрләү – әҙәм балаһының төп бурыстарының береһен – улар иҫән саҡта, һуңламаҫ борон, үтәү фарыз. Артабан ғүмер буйына терһәкте тешләрҙәй булып йәшәмәҫ өсөн...
Онотмағыҙ: йән бурыстарын түләргә кәрәк. Быны ваҡытында эшләмәһәгеҙ, һуңынан барыбер ҡайтарырға тура киләсәк. Тик ни рәүешле итеп, ниндәй хаҡ менән, нисә тапҡыр арттырып – уныһын инде һеҙ түгел, Яҙмыш ғали йәнәптәре хәл итәсәк.
Йыйылып килгән күңел бурыстары йәшәйешебеҙгә кире йоғонто яһай. Даими аҡса етмәү, үҫә барған кредиттар, ғаиләләге бәхәстәр, шәхси тормошта һәм эштә уңышһыҙлыҡтар – йыш ҡына уларҙың бер сағылышы.
Әлбиттә, берәү ҙә фәрештә түгел, ундай бурыстар һәр кемдә лә булыуы мөмкин. Ләкин йәшәүебеҙ сифатын уларҙың күләме, ни тиклем етди икәнлеге билдәләй.
Беләһегеҙҙер: ҙур кредиттар һәм аҡса бурыстары кешене сөңгөлгә тарта. Һеҙ рәхәтләнеп, шатланып йәшәй алмайһығыҙ, теләктәрегеҙҙе сикләп, үҙегеҙҙе күп нәмәнән мәхрүм итәһегеҙ.
Бөгөн бурыс һаҙлығына батҡандан-бата барыусы кешеләр бихисап. Кредитын ябыр өсөн яңы кредит алыусылар арағыҙҙа ла барҙыр. Яңыһын ҡаплар өсөн улар тағы ҙурырағын юллай – бының иге лә, сиге лә юҡ, тапҡан килемдәре һыуға һалған кеүек юҡҡа сығып тора.
Йән бурыстары ла шундай һөҙөмтә бирә – ҡулға инәһе аҡсаны тотҡарлай, ниндәйҙер проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ҡамасаулай, яңы башланғыстарҙы ҡыйрата, бүтән эштәргә кәртә ҡора, көстө һура.
Оло йәштәге апайҙар был осраҡта, «һеҙгә күҙ тейҙергәндәр йә сихырлағандар» тиер, моғайын. Ләкин сәбәп – бары тик үҙегеҙҙә, дөрөҫөрәге, күңел бурыстарығыҙҙа.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2022) һанында уҡығыҙ.