Ҡурҡыу – хәүеф һиҙгәндә барлыҡҡа килә торған тойғо. Уны кисереү – тәбиғи күренеш. Ләкин ул йыш ҡына әҙәм балаһының ҡеүәтле хакимына әйләнә: йә үрҙәргә әйҙәй, йә, киреһенсә, маҡсатҡа барған юлыңды тулыһынса ҡоршап ҡуя.
Был тойғо йәшерен дә, ап-асыҡ та булырға мөмкин. Ап-асыҡ сәбәптәрҙе кеше ысынбарлыҡ итеп ҡабул итһә, йәшерен хәүефләнеүҙәр күпселек осраҡта бала саҡтан килә. Улар ата-әсәнең самаһыҙ әпәүләп-хәстәрләүе, йән йәрәхәте, әхлаҡи конфликт йәки хәл ителмәгән ауыр мәсьәлә арҡаһында үҫешергә мөмкин.
Ҡурҡыу хисе файҙалы ла, файҙаһыҙ ҙа булырға мөмкин. Ун процент осраҡта ул файҙалы булһа, туҡһан процентында – файҙаһыҙ. Туҡһан процент осраҡта ҡурҡыу бер ҡасан да ысынлап хәтәр хәлгә әйләнмәйәсәк, ул шик-шөбһәләр, уйҙырмалар нигеҙендә тыуған, йә булмаһа ата-әсәләребеҙ йөрәгендәге хәүеф нәҫел аша йәки тәрбиә менән беҙгә лә күскән.
Төп хәүеф хисе – үлемдән ҡурҡыу, ул тойғо именлегебеҙгә кемдер йә нимәлер янағанда уяна. Именлеккә ышанысты тап кешеләргә, донъяға шиксел ҡараш ҡаҡшата. Мәҫәлән, бер танышым киң һөнәри офоҡтарға артылыу өсөн икенсе ҡалаға күсергә теләй ине. Ләкин «йә йәшәр ерем булмаҫ, йә эш таба алмаҫмын да ас йөрөрмөн» тигән икеләнеүҙәр уның яҡты ниәтен сынйыр менән бығаулап ҡуйҙы. Шулай уҡ ғүмер буйы сәйәхәт итергә хыялланған сал сәсле уҙаманды беләм. «Сәфәрҙә минең менән бер-бер хәл булһа, ни эшләрмен», – тип, ауылынан сыға алмайынса ғүмере уҙып бара.
Иң ауыры – үҙеңде, уйҙарыңды еңеү. Унан ҡала ҡыйыны – сит кеше фекеренә бәйлелектән, «башҡалар ни әйтер» тиеүҙән ҡотолоу. Был – иң мәғәнәһеҙ ҡурҡыу хисе. Ә бит ҡайһы берәүҙәр ғүмер буйы кеше һүҙенә ҡарап йәшәй! Шул арҡала күптәр үҙҙәрен, бүтәндәрҙе, яҡындарын алдай – «насар итеп уйлай күрмәһендәр!» тип бара ул был юлға. Ундайҙар, «ғәйепләп ҡуйырҙар» тип, үҙе теләгәнсә рәхәтләнеп йәшәй ҙә, йәне ҡушҡанса эшләй ҙә алмай. Был да – үлем ҡурҡыуынан ҡала, әҙәм балаһының аяҡ-ҡулын бәйләүсе төп аяныслы хистәрҙең береһе: ҡәүемдән ҡыуылған бик боронғо бабаларҙан килгән кисереш.
Беҙ алдашҡан сағыбыҙҙа хилафлыҡ ҡылыуыбыҙҙы белмәйбеҙ түгел, беләбеҙ. Ялғандың ялы ҡыҫҡа, тиҙәр халыҡта, уның эҙемтәләре лә йыш ҡына аяныслы. Ата-әсә ялғанлай икән, балалар ҙа алдашырға өйрәнә. Бәғзеләрҙе был алама ғәҙәт хатта иркенән мәхрүм ителеүгә килтерә. «Ғәҙел йәшәнек, ни эшләп улыбыҙ (ҡыҙыбыҙ) юлдан яҙҙы?» – тип аҙаҡ сәсен йолҡорҙай була ата-әсәһе.
Йөрәген ҡурҡыу тышаулаған кеше «түбән тулҡындарҙа» йәшәй. Был «тулҡындарҙа» оҙаҡ булыусыларҙың нервыһы ҡаҡшай, күңелен хафа биләй, йә иһә битарафлыҡ яулай, үҙе ярһыуға әйләнә, тиҙ генә сиргә бирешеп бара.
Шуға күрә беҙгә файҙалы һәм файҙаһыҙ ҡурҡыу тойғоһон айыра белергә кәрәк. Файҙалыһы тәбиғәт тарафынан һалынған: ул – уттан, һалҡындан, тәрән һыуҙан ҡурҡыу, йәғни ғүмеребеҙгә ысын-ысындан хәүеф янағанда шундай кисерештәр солғанышында ҡалабыҙ. Ә ҡалған осраҡтарҙа ҡурҡыуыбыҙ – башыбыҙҙа тыуған уйҙырма, бәхеткә һәм азатлыҡҡа барырға ҡамасаулаусы кәртә. Ғәййәр йөрәклеләрҙең, бар кәртәләрҙе ҡыйратып, үлемгә ҡаршы барыуын һәм әжәлдең улар алдында сигенеүен иҫкә төшөрөгөҙ әле?!
Әгәр ҙә ҡурҡыу бер ниндәй дәлил менән нығытылмаған, бары һеҙҙең бай уйығыҙ емеше генә икән, унан тәжрибәле психолог ярҙамында ҡотола алаһығыҙ. Заманса психологик алымдар тәүге сеанста уҡ хәүеф-хәтәр хисенән арынырға булышлыҡ итә.
Ҡурҡыу арҡаһында үҙенең дә, донъяһының да ҡотон ҡасырған әллә күпме кеше менән осрашырға тура килгәне бар. Уларҙың, ғәйәт ҙур мөмкинлектәрен асмайынса, хыялдарына хыянат итеүе бигерәк тә үкенесле...