Йыш ҡына шундай хәл күҙәтелә: һынауҙар мәлендә ата-әсәләр балаларына ҡарағанда нығыраҡ борсола, көйәләнә. Ә бит үҙ көсөнә ышанып, имтихандарҙы уңышлы тапшырырға өмөтләнеп йөрөгән йәш кешенең, ата-әсәһенең борсолоуын күргәндән һуң, күңеленә шик-шөбһә оялауы бар.
Бер әсәнең һөйләгәндәренән: «Бөгөн ҡыҙым Берҙәм дәүләт имтиханы бирә. Иртәнсәктән тыныслана алмайым, илайым да илайым, төндә лә йүнләп йоҡламаным. Хәлемде күргән ҡыҙым: «Әсәй, ун бер йыл буйы яҡшы уҡыным, имтиханға әҙерләндем, барыһы ла һәйбәт буласаҡ, ҡайғырма», – ти. Ул мине түгел, ә мин уны тынысландырырға, ошондай ваҡытта терәк-таяныс булырға тейеш икәнемде аңлаһам да, бер нәмә лә эшләй алмайым…»
Имтихан осорона бәйле саманан тыш борсолоуҙы баҫыу, үҙҙәренә лә, балаларына ла ярҙам итеү өсөн ата-әсәләргә психологтарҙың бер нисә кәңәшенә ҡолаҡ һалыу ҡамасау итмәҫ.
Беренсенән, үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ, тынысланығыҙ. Балаларға 9–11-се кластарҙа уҡытыусылар БДИ хаҡында көн дә иҫтәренә төшөрөп кенә тора, ҡайһы бер осраҡта ҡурҡытып та алалар. Уларҙы аңларға була: уҡыусыларҙың өлгәшен, имтихандарҙа юғары балл йыйыуын талап иткән юғарыраҡ органдар бар. Шуға күрә өйҙә һеҙ ҙә янаусы, өгөтләүсе роленә инеп китмәгеҙ. Киреһенсә, балағыҙға уның көсөнә, белеменә ышаныуығыҙҙы күрһәтегеҙ, уҡыуҙың, күңелеңә яҡын һөнәрҙең был тормошта кәрәклеген һәм мөһимлеген аңлатырға тырышығыҙ.
Бала өсөн атай менән әсәй донъялағы иң ныҡлы терәк, ниндәй генә хәлдә лә уға ярҙамға килергә әҙер иң яҡын кеше булырға тейеш. Уны мәктәптәге уңыштары, яҡшы билдәләре өсөн түгел, ә бары булғаны өсөн яратыуығыҙҙы белеп үҫһен, кәрәк саҡта ярҙам, кәңәш һорарға тартын-маһын. Имтиханын тапшыра алмаған йә иһә насар билдәгә биргән хәлдә лә, уны әрләргә, ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Эйе, был күңелле хәл түгел, әммә тормош дауам итә, донъя емерелмәгән бит! Беҙ, өлкәндәр, йәшәйеш тәжрибәһенән сығып, был хәҡиҡәтте аңлайбыҙ, әммә әле ысын тормош ауырлыҡтарын күрмәгән, заман һынауҙарын йырып сығырға өйрәнмәгән үҫмер өсөн имтихан тапшыра алмау – иҫ киткес көслө тетрәнеү ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һынауҙар мәлендә сығарылыш уҡыусыларының үҙенә ҡул һалыу осраҡтары йыл һайын теркәлә килә.
Уңышһыҙлыҡҡа юлыҡҡанда балағыҙ менән килеп тыуған хәлде тыныс ҡына анализларға тырышығыҙ, бергәләп артабан нимә эшләргә икәнен уйлағыҙ. «Тормош бер ишекте япҡан хәлдә лә яңы ике ишек асыла», – тиҙәр бит. Шул ишектәргә лә күҙ һалығыҙ.
Икенсенән, был осорҙа балағыҙҙың көн тәртибенә, туҡланыуына нығыраҡ иғтибар бүлегеҙ. Имтихандар тип йоҡонан, ялдан баш тартыу – хата. Сәғәттәр буйына туҡтамайынса, урындан тормайынса әҙерләнеү һаулыҡ өҫтәмәй. Уҡыу һәм ял ваҡыттарын сиратлаштырығыҙ. Һәр сәғәт һайын 10–15 минутлыҡ тәнәфес – файҙаға ғына. Был ваҡытта физик күнегеүҙәр яһарға, саф һауала йөрөп килергә мөмкин. Алда торған һынауҙы уңышлы йырып сығыу өсөн бала төндә йоҡларға, көс тупларға тейеш.
Туҡланыу, ваҡытында ашау яғын да күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Көсөргәнешле аҡыл эше мәлендә организм бик күп энергия сарыф итә, витаминдарға ҡытлыҡ тыуа. Балағыҙҙың ашау рационын төрләндерергә тырышығыҙ. Баш мейеһенең эшмәкәрлеген әүҙемләштерергә шоколад ярҙам итә. Ҡаты сәй, ҡәһүә һымаҡ стимуляторҙарҙан баш тартырға тәҡдим ителә, сөнки нервы системаһы былай ҙа ҡуҙғыған хәлдә, уны тағы ла ярһытып ебәреү бала организмына зыянлы. Тынысландырыусы дарыуҙар менән дә мауыҡмағыҙ.
Өсөнсөнән, үҫмерҙең бүлмәһенә, уҡыу урынына күҙ һалығыҙ. Иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп торған артыҡ әйберҙәрҙе ситкә алығыҙ. Балағыҙ кәрәкле китаптарын, уҡыу кәрәк-яраҡтарын үҙенә нисек уңайлы, шулай урынлаштырып, эш мөхите тыуҙырһын. Яҡында ғына эшләп торған телевизор, радио ла насар тәьҫир итә, иғтибарҙы тарҡата. Әгәр ҙә үҫмерҙең айырым бүлмәһе булмаһа, ғаиләнең башҡа ағзалары имтиханға әҙерләнеүсегә мөмкин тиклем ҡамасауламаҫҡа тырышһын.
Дүртенсенән, балағыҙ белем алған мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар менән бәйләнештә булығыҙ, улығыҙ йәки ҡыҙығыҙҙың көслө яҡтарын һәм иғтибар талап иткән өлкәләрен белеп тороу һеҙгә ҡамасауламаҫ. Бала алдында уҡытыусыларҙы яманлап һөйләмәгеҙ, уларҙан дошман яһамағыҙ. Мөғәллимдәр ҙә имтихандар осоронда ата-әсәләрҙән кәм тулҡынланмай. Шуға күрә мәктәп менән теләктәш булығыҙ, мөмкинселек булғанда ярҙамға килегеҙ. Башҡа балаларҙың ата-әсәләре менән дә аралашып тороу, кластағы яңылыҡтар хаҡында хәбәрҙар булыу мөһим.
Халыҡта имтихан – ул лотерея, тигән фекер бар. Балаларығыҙҙы тик бәхетле билеттар ғына көтһөн, һынауҙар һындырмаһын! Уңыштар барығыҙға ла!
Ғәлиә СӘЛИХОВА.