-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
6 Март 2022, 13:15

Тормош йүгәндәрен ҡулыңда тот!

«Ғиллә шунда: маҡсаттар ҡуйып, уларҙы тормошҡа ашырырға өйрәнгәндә, тормош йүгәндәрен ҡулыңа тотоп, үҙеңә кәрәкле йүнәлешкә бора алаһың!» – ти психолог, «Шәхес үҫеше» мәктәбе етәксеһе Айгөл Ҡәйепҡәли ҡыҙы Әбелхәйерова. Даими авторыбыҙҙың был яҙмаһы «донъяға тыуғас, һөҙөмтәле, мәғәнәле йәшәргә кәрәк» тиеүсе уҡыусыларыбыҙ күңеленә айырыуса хуш килер, тип уйлайбыҙ.

Тормош йүгәндәрен ҡулыңда тот!
Тормош йүгәндәрен ҡулыңда тот!

Эйе, мәғәнәле йәшәргә ынтылыуыбыҙ менән айырылабыҙ ҙа Ер йөҙөндәге башҡа йән эйәләренән. Үҙен ихтирам иткән һәр кеше, ҙур һәм бәләкәй маҡсаттар ҡуйып, бер-бер артлы уларға өлгәшергә ынтыла. Ғалимдар маҡсаттарын теҙеп яҙған өс процент студенттарҙың егерме йыл үткәс ҡалған 97 процент һабаҡташтарынан, уларҙың бөтәһен бергә ҡушҡанда ла, байыраҡ булыуын раҫлаған.
Ни өсөн ҡәҙимгесә генә, үҙең теләгәнде һәм ҡулай тип күргәнде эшләп кенә йәшәргә ярамай? Күберәк аҡсалы булыу һәм эшеңдә уңышҡа өлгәшеү өсөн, «Миллион һум аҡса эшләгем килә!» тип ҡағыҙға яҙып, шуны һыуытҡысҡа йәбештереп ҡуйыу кәрәкме?
Һәр әҙәм балаһының үҙен нисек тотошо уның холоҡ-фиғеленә, ғәҙәттәренә бәйле. Дәртләндереп тороусы сәбәптәр булмағанда, кешеләрҙең күбеһе күнегелгәнсә, элеккесә йәшәүен, эшләүен дауам итеп, яҡынса шундай уҡ һөҙөмтә алырға ғәҙәтләнгән. Ағым ҡайҙа илтә, шуның буйынса барыу, тәү ҡарашҡа, улай уҡ насар ҙа түгел кеүек...
Ләкин ғиллә шунда: маҡсаттар ҡуйып, уларҙы тормошҡа ашырырға өйрәнгәндә, тормош йүгәндәрен ҡулыңа тотоп, үҙеңә кәрәкле йүнәлешкә бора алаһың!
Моғайын, шундай хәлде күргәнегеҙ барҙыр: ҡайһы берәүҙәрҙең эшендә ал да гөл, ә шәхси тормошон улар ситкә ҡуйып тора. Ни өсөн улай килеп сыға? Сөнки һөнәри бурыстарҙы башҡарыуҙың, уларҙың үтәлешен тикшереүҙең тейешле бер ваҡыты бар. Шәхси бәхеткә ынтылғанда ундай «планлы» ҡараш юҡ икән, был өлкәлә ҡаҙаныш ҡайҙан булһын?!
Тормош һуҡмаҡтары буйлап атлағанда төрлө алымдарҙы һынап ҡарап, шундай һығымтаға килдем мин: маҡсаттар буйынса йәшәү, нисек кенә ҡараһаң да, һөҙөмтәлерәк! Әле һеҙгә еткергәнемдең барыһын да үҙем аша үткәргәнмен һәм һөҙөмтәләрен дә күргәнмен. Ғөмүмән, психология өлкәһендәге һорауҙарға бөтә яуаптарҙы үҙ тәжрибәмдән сығып эҙләйем. 
Үҙем өсөн тормошта биш мөһим өлкәне айырып билдәләгәнмен: мөнәсәбәттәр, финанстар, эшмәкәрлек даирәһе, ата-бабалар, сәләмәтлек. Ошо йүнәлештәрҙең һәр береһе буйынса маҡсаттар ҡуйыу зарур.  Ни өсөн тигәндә, бәхет тулылығы өсөн уларҙың һәр ҡайһыһы бик мөһим. Маҡсат ҙур һәм бәләкәй булырға мөмкин, бик ҙур икән, уны өлөштәргә бүләбеҙ. Һәм балҡып торған маяҡҡа етеү өсөн ни эшләргә тейешлегебеҙҙе, мөмкинлектәребеҙҙе, уға илтер юлыбыҙҙы байҡай башлайбыҙ.
Һеҙгә маҡсатығыҙға барырға ярҙам итеүсе бер күнекмә тәҡдим иткем килә. Һуңғы биш йылдағы 10-20 ҡаҙанышығыҙҙы һәм ниндәй ыңғай сифаттарығыҙҙың уға өлгәшергә ярҙам итеүен яҙығыҙ. Артабан бөгөнгө көндә ниндәй проблемаларығыҙ булыуын аныҡлағыҙ һәм ошо һорауға яуап бирегеҙ: улар ниндәй кире сифаттарығыҙ арҡаһында тыуған? Шуныһы бик мөһим: проблемаларҙан сығырға ярҙам итәсәк һыҙаттарҙы ла маҡсаттар хаҡындағы ҡағыҙға теркәгеҙ.

 

Нисек маҡсат ҡуйырға һәм уға өлгәшергә?


Күңел түрендәге хыялығыҙҙы мөмкин тиклем асығыраҡ һәм ентекләберәк тасуирлағыҙ.
Маҡсат мотлаҡ һеҙ байҡарлыҡ, «үлсәрлек» булһын.
Хыялығыҙҙың яҡын киләсәктә ғәмәлгә ашырлыҡ булыуы мөһим.
Ул ҡасан ысынға әйләнергә тейеш ваҡытты аныҡ билдәләгеҙ.
Маҡсаттың иң юғары үрен дә теүәл яҙып ҡуйығыҙ. 

Уларҙы йыл буйына (йәки кәрәк тиклем ваҡыт дауамында) үҙегеҙҙә нығытығыҙ. 

Артур ВАСИЛОВ һүрәте.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 2-се (2022) һанында уҡығыҙ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: