Сабыр итеүселәр, берәй ауырлыҡ килһә: “Ҡулыбыҙҙа булған бөтөн әйбер – Аллаһы Тәғәләнекелер. Уның ҡаршыһына ҡайтыуыбыҙ бар”, - тип, иңдәренә һынау төшкәндә уны түҙемлек менән еңә. Әҙәм балаһы аңы, сабырлығы менән ҡыйынлыҡтарҙы үҙендә тотмайса оҙатып ебәрә.
Эй, һөйөклө дуҫым! Онотма, Аллаһы Тәғәлә тарафынан һиңә бирелгән күҙҙәрең, аяҡтарың, ҡулдарың, бөтөн ағзаң, атай-әсәйең, балаларың, ҡатының, ирең, сибәрлегең, дәрәжәң, малың - барыһы ла һиңә аманат. Хоҙай биргән ағзаларың менән гонаһ эшләмә, малың, дәрәжәң менән тәкәбберләнмә. Әгәр ҙә шулай эшләһәң, аманатҡа хыянат итеүселәрҙән булырһың. Раббыбыҙ һине ебәргәндәренән яҙҙыра икән, түҙемле бул, үҙеңдең һынауҙа икәнлегеңде һуңғы һулышыңа ҡәҙәр онотма. “Бәхет сере” китабынан(Башҡортостан календары)