Нужа бесән ашата, тиҙәр халыҡта. Республикабыҙҙағы ауылдарҙан һәм бәләкәй ҡалаларҙан типһә тимер өҙөрлөк ир-азаматтарҙың һалҡын Себер тарафтарына юлланыуы ла – сараһыҙлыҡтан. Яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән эштәре булһа, әлбиттә, улар бер ҡайҙа ла китмәҫ, рәхәтләнеп ошонда ғына ғүмер кисерер ине...
Нисәмә мең уҙаман өсөн вахта алымы йәшәү рәүешенә әйләнгән икән? Ғаиләләренең тормоштарына күҙ һалайыҡ әле. Тәүге йылдар һағынышлы хистәрҙә үтә. Ир, сәғәттәрҙе һанаған дембель һымаҡ, вахта тамамланыуын еткерә алмай ғазаплана. Илендә ҡатыны менән балалары ла, уны һағынып, зар-интизар була. Ҡайтыр көнөндә тәҙрәнән күҙҙе алмайынса, ул яратҡан аштарҙы бешереп, тын менән тартып алырҙай булып көтәләр. Киткән сағында күҙ йәштәре менән оҙаталар.
Ләкин... яйлап ҡына барыһы ла ғәҙәтигә әйләнә: осрашыуҙар ҙа, икешәр айға хушлашыуҙар ҙа. Себер һалҡындарында өшөй-өшөй эшләп алған аҡса башта тауҙай ҙур күренһә, тора-бара аҙ һымаҡ тойола башлай. Бөтәһе ҡәҙимгегә әүерелә.
Артабан нимә, тиһегеҙме? Артабан шул: мәңгелек туңлыҡтарҙа һаулығын юғалта-юғалта, ғәзиз ҡатынын, балаларын яҡшы тормошта йәшәтеү өсөн йән атҡан ир, бер мәл килеп, күңеленә бушлыҡ инеүен тоя. Һунарҙан мамонт алып ҡайтҡан уңышлы аусы ла баһа ул! Тик ни эшләп уның менән һоҡланмайҙар, тейешле ихтирам күрһәтмәйҙәр? Ул, көслө зат, тырышлығын баһаларҙар, тип көтә. Һәм ирҙәрҙең байтағы хәмергә үрелә – әйтерһең, уны шайтан алмаштырып ҡуя. Ялы бөткәнсе өйөндә ҡыл да ҡыбырҙатмай, айнымай ятҡандар аҙмы ни?
Сабыйҙар үҫкән һайын сығымдар күбәйеү сәбәпле, сираттағы вахтаны тамамлағас, ҡайһы берәүҙәре ҡалып эшләргә мәжбүр – икеләтә ҙурыраҡ табыш менән ҡайтыу өсөн. Шулай итеп, ҡатыны, балалары унан башҡа йәшәргә лә күнегеп китә. Хатта ир кешенең, өй йылыһына сарсап ҡайтып, хәстәрлек көтөүе лә уларҙың өйрәнелгән тормош тәртибен боҙған һымаҡ күренә башлай. Ир менән ҡатын араһынан боҙҙай һалҡынлыҡ йүгерә...
Ғаилә башлығы өйҙә юҡ саҡта донъя өсөн яуаплылыҡ тойоуы әкренләп ҡатындың холоҡ-фиғелен дә, тотошон да үҙгәртә. Балалары инде ҡул араһына ингән, ул үҙенә, төҫ-башына күберәк иғтибар бүлә – тиндәрҙе һанап, осто осҡа ялғап ултырған замандар, шөкөр, артта. Ә мөнәсәбәттәргә ингән битарафлыҡ торған һайын көсәйә. Етмәһә, ҡатынға һүҙ еткереүселәр ҙә табыла: йәнәһе лә, уның Себерҙә икенсе бисәһе бар. Иргә лә имеш-мимеш ишеттерәләр: ҡатыныңдың ҡурсаҡ кеүек матурланып йөрөүе юҡҡа тиһеңме ни, ти әсе телдәр. Был хәбәрҙәрҙең бушмы-түгелме икәнлеген асыҡларға тырышыуҙар иһә былай ҙа ҡатмарлы мөнәсәбәттәрҙе тамам сеймәлтеп ҡуя.
Йыл артынан йыл үтә... Буй еткергән балаларының ҡулында – һуңғы модель телефон, өҫтөндә – модалы кейем. Тик улар үҙҙәрен бәхетле тоймай, сөнки атай өйҙә саҡта әсәй менән икәүһе юҡтан ғына эләгешеп, тауышланырға торалар. Ә атай эштә саҡта әсәй гел бошонҡо. Өйөндә аңлау тапмаған үҫмерҙәрҙең насар йоғонтоло урам төркөмдәренә эләгеү осраҡтары бихисап.
Ирҙәре Себергә киткән ғаиләләрҙең бөтәһенең дә тормошо әле тасуирланғанса аяныслы түгел, әлбиттә. Ләкин ундайҙар бик күп! Бәхеттең аҡсала булмауын улар үҙ яҙмышынан сығып әйтә ала. Әммә ҙур аҡса эшләү мөмкинлеге биргән ҡырыҫ төбәктең һөйәккә үтер һыуығы, тештәрҙе ҡойор насар һыуы, вагондарҙа йәшәү, даими көсөргәнеш, һағалап торған хәүеф, оҙон юл хаҡында һөйләмәҫтәр, моғайын.
Мөхәббәт ныҡлығын йылдар буйы айырым йәшәп һынау һис дөрөҫ түгел. Үҙемә кәңәш һорап килгән вахтасыларҙың ҡатындарына шулай тием: хәләл ефетегеҙ, бындағы хеҙмәт хаҡынан ҡәнәғәт булмайынса, Себергә барырға теләһә, ныҡлап уйлап, ғаилә менән бергә китеү форсатын табығыҙ. Ундай мөмкинлек юҡ икән, ирегеҙ вахтала ниндәйҙер оло финанс мәшәҡәтегеҙҙе хәл иткәнсе – ваҡытлыса ғына эшләйәсәк, тип ниәт ҡороғоҙ. Һәм ошо осорҙа, сабырлыҡты туплап, барсағыҙҙың күңел көсөн иң ҙур ҡиммәт – ғаиләләге матур хистәрҙе һаҡлауға йүнәлтеү мөһим.