-7 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
23 Декабрь 2021, 10:07

Тултырылған ҡаҙ

Тултырылған ҡаҙ   Бер биҙрә һыуға 1 кг тоҙ, 8-10 ҡара борос, 4-5 лавр япрағы, 1-2 баш һарымһаҡ алына. Ҡаҙ яңы һуйылған йә туңдырылған булһа ла ярай. Һыу йылымса булырға тейеш. Ҡаҙҙы  һыуҙа кәмендә 12-14 сәғәт тоторға кәрәк. Ул тулыһынса һыуға күмелеп торорға тейеш. Һыуҙан алғас, таҙа сепрәк менән һөртөп ҡоротабыҙ. Эслеккә алма һәм ҡара емеш, үҙегеҙ теләгән башҡа эслек алырға була.

Тултырылған ҡаҙ
Тултырылған ҡаҙ

2-3 аш ҡалағы майонезға ярты сәй ҡалағы аджика һалып бутап, шуны ҡаҙҙың тиреһенә һөртәбеҙ. Махсус целоффан “ең”гә лә, 2 ҡат фольгаға ла тағырға була. Духовкала 2 сәғәт  бешкәс,  фольганы асып, яңынан өҫтөн ҡыҙартып алырға кәрәк.

Автор:
Читайте нас: