+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Психолог кәңәше
17 Ноябрь 2021, 10:39

Ҡаҙылыҡ

Ҡаҙылыҡ – башҡорттарҙың бик борондан килгән ҡәҙерле һый-хөрмәт ризығы. Был ашамлыҡ тик йылҡы итенән һәм эс майынан әҙерләнә. Ҡаҙылыҡ өсөн һимеҙ  һум ите алына. Итте ваҡлап турағыҙ ҙа тоҙ, борос һибеп, улар һеңһен өсөн яҡшылап аралаштырығыҙ.

Итте эмаль кәстрүлгә һалып бер тәүлеккә һалҡынға ҡуйып тороғоҙ. Ҡаҙылыҡ өсөн алынған эсәкте яҡшылап йыуығыҙ  ҙа бер яҡ башын бәйләгеҙ. Әҙер ит менән эсәкте тултырығыҙ. Тултырғанда ҡара  ит менән майлы  ит киҫәген  йәки ат майын аралаштырып һалығыҙ.  Шуны иҫәпкә алырға кәрәк: эсәккә тултырылған иттең  майы 30 % тәшкил итергә тейеш. Итте тултырғас,эсәктең башын ныҡ итеп бәйләгеҙ ҙә 2-3 айға ҡараңғы урынға элеп ҡуйығыҙ. Әгәр тултырылған ит ныҡ майлы булһа, артыҡ майы  ағып сыҡһын өсөн  бер нисә урындан тишегеҙ. Әҙер ҡаҙылыҡты  әкрен генә ҡайнатып бешерегеҙ. Ҡайнап сығыуға бер нисә урындан тишегеҙ.

Башҡорттарҙа “йүрмә” тип йөрөтөлгән тағы ла бер байрам ашамлығы бар. Әҙерләү ысулы ҡатмарлы түгел: таҫма һымаҡ итеп теленгән оҙонса ит киҫәген  эс майы менән төргәндәр һәм улар таралмаһын өсөн тыштан ас эсәк менән уратып сыҡҡандар.

Ҡаҙылыҡ
Ҡаҙылыҡ
Автор:
Читайте нас: