Илле йәште үткән, ауыл ерендә ғүмер иткән ҡатын: «Ирем менән яратышып өйләнештек. Ул колхозда эшләне, мин – магазинда һатыусы. Бер-бер артлы ике ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Ғаилә ишәйҙе, ҙур итеп йорт күтәрҙек, киләсәккә яҡты өмөттәр бағланыҡ. Шул ваҡытта уҡ иптәшем эштән эскеләп ҡайта торғайны, әммә ярай, аҡса таба, балалар менән мине ҡыйырһытмай, тип бик үк иғтибар бирмәнем. Тора-бара холҡо бөтөнләй боҙолдо, иртәнсәк баш төҙәтергә тип араҡы таптырыуҙар, төрлө йәмһеҙ һүҙҙәр менән мине һәм ҡыҙҙарҙы әрләүҙәр йышайҙы. Улыбыҙ тыуғас, бөтөнләй аҙҙы, миңә ҡул күтәрә башланы. Эшенә бармай ятып эсә торғас, ҡыуылды. Бергә йәшәгән утыҙ йыл ғүмеребеҙҙең һуңғы егерме йылында тормош йөгөн бер үҙем тартам, тип әйтһәм дә хата булмаҫ. Бәлки, шул мәлдә үк айырылырға кәрәк булғандыр, әммә балаларым атайһыҙ үҫмәһен, уларҙы күрәләтә етем итмәйем тип тырыштым, тешемде ҡыҫып түҙҙем. Ҡыҙҙарым айыҡ атайҙы әҙерәк булһа ла күреп ҡалды, ә бына улыма атай наҙы-һөйөүе теймәне. Ирем эскән килеш мине туҡмап, ҡулымды һындырғас, улым унан бөтөнләй биҙҙе, минең атайым юҡ, тип кенә ҡуйҙы. Ҡыҙҙар мәктәпте тамамлап, өйҙән сығып китеү сараһын күрҙе, миңә ыҙаларын һалмай ғына уҡып, һөнәрле булды. Хәҙер икәүһе лә тормошта, ике ейәнсәребеҙ үҫеп килә. Һирәк-һаяҡ ҡына килгәндәрендә лә, иҫерек атайҙан әр-битәр ишетеп: «Әсәй, бының менән ниңә түҙеп йәшәйһең, айырыл, әйҙә беҙҙең менән йәшә», – тип мине йәлләп, илап ҡайтып китәләр. Бәлки, сығып та китер инем, йәшләй ҡорған донъямды ла тарҡатҡым килмәй, ҡалала уҡыған улым байрамдарҙа, каникулында үҙ өйөнә ҡайтып йөрөһөн, тип тә уйлайым. Көн дә телефондан һөйләшәбеҙ, хәлдәремде белешә, ауыл яңылыҡтарын һораша, әммә, атайым ни хәлдә, тип ауыҙ асып әйткәне юҡ. Хәҙер инде өйҙә ирем менән икебеҙ генә ҡалдыҡ, ҡайһы саҡта көндәр буйы бер-беребеҙгә бер һүҙ өндәшмәйбеҙ, өйҙәштәр кеүек йәшәйбеҙ инде. Бына шулай, ғүмерҙең күп өлөшө үткән, хәҙер инде нимәнелер үҙгәртергә һуңдыр кеүек. Ә үкенестәр үҙәкте өтә генә…»
Мөмкинселек булһа, күп кешеләр үткәнгә кире ҡайтып, хаталарын төҙәтергә теләр ине. Ваҡытында нимәнелер эшләгән йә киреһенсә эшләмәгән өсөн үкенеү беҙҙең барыбыҙға ла хас. Әммә ҡайһы берәүҙәр өсөн ул күтәрә алмаҫлыҡ йөккә әйләнеп китә, кеше үткәндәренән айырыла алмай. Шул сәбәпле ул бөгөнгө көнөн онотоп ебәрә, үкенес хистәре киләсәккә яҡты өмөт менән ҡарарға ҡамасаулай.
Был ауырлыҡты нисек йырып сығырға?
Иң беренсе үкенестәрҙең асылына төшөнөргә тырышығыҙ. Ысынлап та улар бары тик һеҙҙең арҡала ғына килеп сыҡҡанмы? Йөрәкте өткән үкенеү-әрнеүҙәрҙең сәбәпсеһе һеҙ генәме? Сөнки тормошта беҙҙең менән булған ваҡиғаларға башҡа кешеләр ҙә, тышҡы факторҙар ҙа йоғонто яһай. Был осраҡта үткәндәрҙән айырыла алмай, үҙеңде йәлләп, битәрләп, үкенес хистәренә сумып ултырыу дөрөҫ түгел. Барлыҡ яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә ауҙарырға тырышмағыҙ.
Үҙегеҙгә ҡаты бәрелмәгеҙ, баһағыҙҙы төшөрмәгеҙ, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы ла ғәфү итә белегеҙ. Был донъяла берәү ҙә фәрештә кеүек була алмай, кеше хаталарҙан азат түгел. Нисек кенә үкенесле булмаһын, ваҡиғаларҙың аҙағын ҡабул итергә тырышығыҙ. Тормоштоң һәр бите беҙҙе нимәгәлер өйрәтә, һынай, сыныҡтыра. “Ҡайғы эсендә лә шатлыҡ орлоғо бар”, – ти йор һүҙле, тапҡыр телле халҡыбыҙҙың әйтеме.
Үрҙәге ҡатындың осрағында, әлеге ваҡытта ир менән ҡатын мөнәсәбәтендәге упҡынға ҡарамаҫтан, ошо никахта ул әсәлек бәхетен татыған, тәүфиҡлы, матур балалар үҫтергән, хәҙер ейәнсәрҙәрен һөйөп йыуаныс таба, балалары ла терәк-таяныс, ярҙамынан ташламай. Үткәндәр артта ҡалған, үкенһәң дә, үкенмәһәң дә уларҙы бер нисек тә үҙгәртеп булмай. Иң мөһиме – уларҙан дөрөҫ һығымта яһағыҙ, бөгөнгөгөҙҙө онотмағыҙ һәм киләсәккә өмөт менән бағығыҙ. Шуны иҫтә тотоғоҙ: тормошто үҙгәртергә, уға ниндәйҙер яңылыҡ индерергә бер ҡасан да һуң түгел! Күңелегеҙгә һиллек бирер, тормошоғоҙға мәғәнә өҫтәр, йыуаныс булыр шөғөл менән булышығыҙ. Бөгөн хатта ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ла төрлө клубтарға берләшеп, ҡул эштәре йә спорт менән шөғөлләнер, аралашыр өсөн ваҡыт таба. Дуҫтар, туғандар менән ҡатышып йәшәү ҙә ауыр уйҙарҙан аралай. Сәйәхәт итеү, яңы кешеләр менән танышыу ҙа тик һеҙҙең файҙаға булыр. Барыһы ла үҙегеҙҙән тора! Иң мөһиме – ауыр хистәрҙән арынырға, ҡатмарлы ла, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла был тормошто яратырға теләк кенә булһын!
Ғәлиә СӘЛИХОВА.