Аҡсалары артыуын артты, ләкин ире эш хаҡын алып ҡайтыуы була, шул уҡ көндө тиерлек ярҙамға мохтаж берәй туған-тыумасаһы йәки күрше-күләне һоранып килеп етә. Хәлдәрен аңлап, йә берәүһенә, йә икенсеһенә үтескә бирә торғас, һуңынан үҙ аҡсаларын ҡайтарып ала алмай интегә икән былар. Ғаиләләрендә ғәҙәтигә әйләнгән әлеге хәлдән нисек ҡотолорға белмәй йөрөгән көндәләр.
Беҙ уларҙың генограммаһын өйрәнергә булып киттек. Баҡтиһәң, Илүзә менән Наилдың (исемдәре үҙгәртеп алынды) нәҫелендә, кулак мөһөрө тағылып, һөргөнгә ебәрелгән кешеләр булыуы асыҡланды. Беҙҙең организм шулай ҡоролған – йәшәйеш барышындағы еңеүҙәр һәм бәхет кисерештәре генә түгел, ҡайғы-хәсрәттәр, үпкәләүҙәр, үкенестәр ҙә аң төпкөлөнә инеп урынлаша һәм, быуындан-быуынға күсеп, киләсәккә аяҡ сала бара. Ғәҙәттә, беҙ үҙебеҙ түгел, ә ата-бабаларҙан тупланған мәғлүмәт беҙҙең яҙмыш менән идара итә.
Тимәк, Илүзә менән Наил “байлыҡ туплау бәхетһеҙлеккә, эҙәрлекләүгә, төрмәгә килтерә” тигән йәшерен программа менән йәшәй. Ныҡлы аяҡҡа баҫып китә алмауҙары ла ошо сәбәпкә бәйле. Әлеге программаның тәьҫире шул хәтлем көслө, хатта кеше үҙе лә хаталы тормош алып барыуын аңғармай. Маңлайыма яҙылған яҙмышым, тип, яһалма тормош менән йәшәй бирә. Әлбиттә, кешене быға һүҙ менән генә ышандырыуы ауыр, күптәргә үҙен үҙгәртеү өсөн ихтыяр көсө талап ителә. Тик тәжрибәле белгес кенә үҙ асылыңа ҡайтара ала.
Быуаттар төпкөлөнән күскән һәм төрлө яҙмыш ептәре менән үрелгән генетик код туғандарҙа айырым ғәҙәттәр тупланмаһын барлыҡҡа килтерә.
“Эйе, был уға хас күренеш”, – тибеҙ, сираттағы тапҡыр иҫәнлек һорашмаған, тыуған көн менән ҡотларға онотҡан йәки мөһим осрашыуға һуңлаған кеше хаҡында. “Унан нимә көтәһең инде, алтылағы – алтмышта”, – тип әйтәбеҙ, ҡабаттан уҡыуын, эшен йәки ғаиләһен ташлап киткән танышыбыҙҙы ҡылыҡһырлағанда. Инглиз телендә теге йәки был нәҫелдең йәки кешенең холҡонда нығынып ҡалған һыҙаттарҙы паттерндар тип атайҙар.
Нығынып ҡалған ғәҙәттәр йәки паттерндар кире һыҙаттарҙы ғына түгел, ә кешенең үҙенә лә, тирә-йүндәгеләренә лә ҡыуаныс, бәхет килтергән ыңғай ҡылыҡтарҙы ла сағылдырырға мөмкин. Ундайҙар тураһында: “Был кеше булдырыр ул, уның ҡулынан килә, ул бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған”, – тиҙәр.
Беҙ тәрбиә төшөнсәһенә бик ҙур мәғәнә һалабыҙ. Әлбиттә, баланың холҡона өйҙәге мөхит, ата-әсәнең һәм туғандарҙың мөнәсәбәте, һис шикһеҙ, тәьҫир итә. Мәҫәлән, атай йәки әсәй баланы бер туҡтауһыҙ кәмһетһә, һәр эшенән етешһеҙлек эҙләһә, уның фекеренә ҡолаҡ һалыуҙы кәрәкле тапмаһа, ҡыҙ йәки ул яйлап шәхес булыуҙан туҡтай. Артабан киләсәктә һәр кем уның менән үҙен шулай тотасаҡ. Һеҙ үҙ етешһеҙлектәрегеҙҙе танырға һәм улар менән көрәшергә теләмәй, балаға ∆ґен кємћете∆се программаны һалғанһығыҙ. Сабый күңеленә ниндәй орлоҡ һалына, һөҙөмтәлә шул шытып сыға һәм үҫеш ала. Был уның үҙ тормошон ғына зарарлап ҡалмай, киләсәк быуынға ла йоғонто яһаясаҡ.
Ғәйепте тулыһынса тәрбиә мәсьәләһенә генә ҡайтарып ҡалыу ҙа дөрөҫ түгел. Бала тыуғанда аҡ ҡағыҙ кеүек була һәм бер ниндәй мәғлүмәт һаҡламай, тигән төшөнсәгә бөгөн башҡасараҡ ҡараш барлыҡҡа килде. Һәр кеше ете быуын ата-бабаһының тормош тәжрибәһен үҙ “иңендә” йөрөтә. Әгәр ҙә беҙ баланың холҡон ыңғайға үҙгәртәбеҙ тиһәк, ғаилә тарихын өйрәнеп, тәүҙә үҙ тормошобоҙҙо ипкә һалырға тейешбеҙ.
Тормош юлында ҡаршылыҡтар тыуҙырған ҡанундарҙы аңламайынса тороп, өҙөлөп яратҡан балаларыбыҙҙы ысын мәғәнәһендә бәхетле йәшәүгә һәм уңыш ҡаҙаныуға инандыра алмаясаҡбыҙ.
Быны нисек атҡарып сығырға һуң?
Психогенетика фәненең быға асыҡ ҡына яуабы ла бар: борондан ҡалған емергес ғәҙәттәрҙе еңеп, ҡорбан булыуҙан ҡотолоу.
Ғалим В. Горянина үҙенең ғилми эшендә былай ти: “Ғаиләләрҙә ғәйепләү, ярһыу, ҡул күтәреү, кәмһетеү һәм кире ҡағыу, бәйләнештәрҙе өҙөү, юғалтыу, ярҙамға мохтажлыҡ кисереү, ташлап китеү кеүек быуындан-быуынға күсә килгән ғәҙәттәрҙең “тамыр йәйеүен һәм сәскә атыуын” күрәбеҙ”. Уларҙы беҙ моделдәр тип билдәләйбеҙ. Араларында иң киң таралғаны – баҫырыу моделе, беҙгә ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәрҙең 76,9 проценты ошо алама ғәҙәт арҡаһында ыҙа сигә. Кәмһетеү, кире ҡағыу моделе – 71,8 процент осраҡты билдәләһә, юғалтыу моделе 42,3 процент тәшкил итә. Психология фәне кандидаты Н. Цветкова көрәшеү, ауырыуға һалышыу, баш тартыу, һуңлау моделдәрен дә индерә.
Тынғыһыҙлыҡ, ҡурҡыу, үпкә һәм ғәйеп тойғоһо, оялыу, нәфрәт, ярһыу кеүек кире һыҙаттар көсөргәнеш тыуҙыра һәм, яҡты киләсәккә илтер юлды ҡыҫып, киңлекте тарайта. Кеше, үҙе лә һиҙмәҫтән, тиҙерәк ҡайҙалыр инеп йәшенеү, күренмәйерәк йөрөү, баҫылып ҡалыу теләге менән йәшәй башлай. Ошо етешһеҙлектәр арҡаһында ҡатыны йәки ире, балалары, хеҙмәттәштәре лә интегә. Кире һыҙаттар кешегә асылып, күтәрелеп китергә мөмкинлек бирмәй. Һөҙөмтәлә ул үҙен кире ҡағылған, бер кемгә лә кәрәкмәгән, яңғыҙ итеп тоя (кире ҡағыу моделе); көсөн юғалта, үҙ-үҙен тота белмәй, ҡаршылыҡтарға тиҙ бирешә, көсһөҙлөк күрһәтә (юғалтыу моделе); һөҙөмтәгә ирешеп тормайынса, башланған эшен ташлай (өҙөү моделе); меҫкен булып күренә, юғарылағыларҙан аңлау, терәк, яҡлау эҙләй (көсһөҙлөк моделе); үпкәләй, китеү менән янай һәм ысынында китә – үҙ-үҙенә бикләнә йәки, киреһенсә, үҙенең хис-тойғоларынан ҡаса – эш, енси бәйләнештәр, алкоголь, наркотик менән алдана, ауырыуға һабыша йәки үҙенә ҡул һала (ташлап китеү моделе).
Тап нәҫелдән күскән “ҡорбан” моделе “агрессор”ҙы барлыҡҡа килтерә, йәғни, ҡатын-ҡыҙ, иренең йәберләүенән ҡасып, икенсегә тормошҡа сыҡҡан осраҡта ла, барыбер бер үк ҡыйынлыҡтарға тап була. Тимәк, ул нәҫелдән ҡалған аңы һәм ҡылыҡтары менән үҙенә ҡарата көс ҡулланырға мәжбүр итә. Ғалимдар дәлилләүенсә, “ҡорбан” моделендә уны рәнйетһендәр өсөн тартыу көсө “агрессор”ҙыҡына ҡарағанда 6 тапҡырға күберәк. 1995 йылда Мәскәү дәүләт университеты ҡарамағындағы “САНРЕЙ” Кешене тикшереү халыҡ-ара ғилми үҙәгендә был хаҡта беренсе тапҡыр ишеткәс, мин үҙем дә хайран ҡалғайным. Тимәк генетик аңым аша үҙемә ҡарата шундай мөнәсәбәтте булдырғанмын. Доктор Ч. Тойч миңә ата-бабаларҙан ҡалған кире һыҙаттарҙан ҡотолоу, уңышҡа, бәхеткә ирешеү программаһын төҙөшөргә ярҙам итте.
Ошо сәбәптәргә төшөнгәндән һуң ғына нәҫелемдәге ниндәй кире сифаттарҙың љаршылыљтар тыуґырѓанын ањланым.
Ҡәҙерле журнал уҡыусылар! Һеҙгә лә, үҙегеҙҙең тормошоғоҙ хаҡында ентекле уйланып, киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән атлауығыҙҙы теләйем.
Уңышҡа юл ярған моделдәрҙе һанап сығам:
дуҫлыҡ һәм ярҙамсыллыҡ;
шатлыҡ һәм ыңғай хис-тойғолар;
ҡабул итеү һәм хеҙмәттәшлек итеү;
өлгәшеү;
эште бөтәйтеү һәм тамамлау;
көслөлөк;
сәләмәтлек;
бәхет;
теләктәшлек;
ваҡытында һөҙөмтәләргә ирешеү һәм әйтелгән ваҡытта урында булыу;
Мәҫәлән: “Мин – уңышлы кеше”, “Минең ҡулымдан аҡса төшмәй”, “Мин һәр ваҡыт мораҙыма өлгәшәм”, “Мин бар эште лә еңел генә башҡарам”, “Минең ҡайғырыр сәбәбем юҡ” тигән һүҙбәйләнештәр тормош саҡырыуығыҙға әйләнһен.
Һеҙ ҙә үҙегеҙгә хас ғәҙәттәрегеҙ хаҡында беҙгә яҙып ебәрегеҙ. Тормошоғоҙ, яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға, таныштарығыҙға мөнәсәбәтегеҙ, нәмә менән ҡәнәғәт түгелһегеҙ һәм бәхетле булыр өсөн нимә эшләнегеҙ – барыһы хаҡында ла яҙығыҙ (исемдәрегеҙҙе үҙгәртһәгеҙ ҙә була), ә беҙ бергәләп, бәхет юлдарын табырға тырышырбыҙ.
Һеҙҙән хаттар көтөп ҡалабыҙ!